Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ефестарға 4:24 - Инжил

24 һәм Алла сүрәтендә яратылған, дөрөҫлөктә ғәҙел һәм изгелекле яңы кешегә әйләнегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

24 һәм Аллаға оҡшатып яратылған, ысын мәғәнәһендә тәҡүә һәм изге булыр өсөн, яңы кеше булып кейенегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ефестарға 4:24
30 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

ғүмеребеҙҙең бар көндәрендә Уның алдында изге һәм тәҡүә булып хеҙмәт итә аласағыбыҙҙы вәғәҙәләне.


Уларҙы Үҙ хәҡиҡәтең менән Үҙеңә бағышла, ә хәҡиҡәт – Һинең һүҙең.


Был донъяның йәшәү рәүешенә яраҡлашмағыҙ, ә зиһенегеҙҙе яңыртып, уй-фекерегеҙҙе үҙгәртегеҙ. Шулай итеп һеҙ Алланың ихтыярын – нимәнең яҡшы, яраҡлы һәм камил икәнлеген асыҡлай алырһығыҙ.


Төн үтеп бара, көн тыуа. Әйҙәгеҙ, ҡараңғылыҡ эштәренән ситләшеп, яҡтылыҡ ҡоралдарын алайыҡ.


Тормошоғоҙ менән Раббы Ғайса Мәсих идара итһен. Гонаһлы тәбиғәтегеҙҙең аҙғын теләктәрен ҡәнәғәтләндереү тураһында уйлауҙан туҡтағыҙ.


Шулай булғас, Атабыҙҙың данлы ҡөҙрәте менән Мәсих үленән терелтелгән кеүек, яңы тормош менән йәшәү өсөн, сумдырылыу йолаһы аша Уның үлемен уртаҡлаштыҡ һәм Уның менән бергә ерләндек.


Әммә элек беҙҙе бәйләп торған ҡанунға ҡарата үлгәс, был ҡанундан азат булдыҡ һәм хәҙер Аллаға элеккесә – яҙылған ҡанун буйынса түгел, ә яңыса – Рух буйынса хеҙмәт итәбеҙ.


Алла кемде алдан һайлап алған, шуларҙы Үҙ Улына оҡшаш булырға алдан билдәләп ҡуйған. Шулай Ғайса күп һанлы туғандары араһында тыуған Баш бала булған да инде.


Фани булған – мәңгелеккә, ә үлемле үлемһеҙгә әйләнергә тейеш бит.


Ә беҙ барыбыҙ ҙа, йөҙөбөҙҙө бөркәнсек менән ҡапламайынса, Раббының балҡыусы данын көҙгөләге кеүек күрәбеҙ һәм был дандың бер дәрәжәһенән икенсе юғарыраҡ дәрәжәһенә – Раббыға оҡшағандан оҡшай барып үҙгәртеләбеҙ. Ундай үҙгәреү Раббынан килә, ә Раббы ул – Рух.


Бына шуның өсөн беҙ күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйбеҙ. Киреһенсә, тәнебеҙ сереп тарҡала барһа ла, асылыбыҙ көндән-көн яңыра бара.


Шулай итеп, кем Мәсихтеке, ул яңы зат итеп яратылған. Боронғо тәртип үтте, хәҙер яңы тәртип башланды.


Һеҙ бөтөнөгөҙ ҙә сумдырылыу йолаһы үтеп, Мәсихкә кейендегеҙ, тип әйтеп була.


Сөннәткә ултыртылыуҙың да, сөннәтләнмәүҙең дә бер ниндәй ҙә әһәмиәте юҡ, яңы зат булып яратылыу ғына мөһим.


Беҙҙе Алла бар итте. Уның алдан әҙерләнгән яҡшы эштәрен башҡарыу өсөн, беҙ Ғайса Мәсих аша бар ителдек.


Ҡанун әмерҙәрен һәм ҡағиҙәләрен ғәмәлдән сығарҙы. Ул, именлек урынлаштырып, ике төркөмдән Үҙендә яңы бер халыҡ булдырҙы.


Иблистең мәкерле ниәттәренә ҡаршы тора алыу өсөн Алланың бөтөн төр ҡоралдарына кейенегеҙ.


Мәсих, беҙҙе һәр төрлө гонаһтан йолоп алайым һәм яҡшылыҡ ҡылырға ашҡынып торһон өсөн халҡын таҙарындырайым тип, Үҙен беҙҙең хаҡҡа ҡорбан итте.


Улы тураһында иһә: «Йә, Аллам, батшалығың Һинең мәңгелек, батшалыҡ таяғың – ғәҙеллек таяғы, – ти.


Бөтөнөһө менән дә тыныс йәшәгеҙ һәм изгелеккә ынтылығыҙ: изгелеккә ынтылмайынса бер кем дә Раббыны күрмәҫ.


Һеҙ ҙә, ышаныста үҫеп, ҡотолоуға өлгәшеү өсөн, яңы тыуған сабый һөт һораған кеүек, саф рухи һөткә ынтылығыҙ.


Былар арҡылы, был донъя теләктәренә бәйле боҙоҡлоҡтан ҡасып, илаһи тәбиғилеккә ҡатнашығыҙ булһын өсөн, Ул беҙгә иң ҡиммәтле, иң бөйөк вәғәҙәләрен бирҙе.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ