Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ефестарға 4:21 - Инжил

21 Һеҙ, әлбиттә, Уның тураһында ишеткәнһегеҙҙер һәм хәҡиҡәттең Ғайсала нисек булыуын өйрәнгәнһегеҙҙер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

21 Һеҙ, әлбиттә, Уның тураһында ишеткәнһегеҙҙер һәм хәҡиҡәттең Ғайсала нисек булыуын өйрәнгәнһегеҙҙер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ефестарға 4:21
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Петр был һүҙҙәрҙе әйткән саҡта, балҡып торған болот килеп сығып, уларҙы күләгәһе менән ҡаплап алды. Болот эсенән: «Был – Минең ҡәҙерле Улым, Ул Минең ҡыуанысым. Уны тыңлағыҙ!» – тигән тауыш ишетелде.


Һеҙҙе тыңлаған кеше Мине тыңлай, һеҙҙе кире ҡаҡҡан кеше Мине кире ҡаға; Мине кире ҡаҡҡан иһә Мине Ебәреүсене кире ҡаға.


Ҡанун Муса арҡылы бирелгәйне, ә мәрхәмәт менән хәҡиҡәт Ғайса Мәсих аша килде.


Минең һарыҡтарым Минең тауышымды ишетә, Мин дә уларҙы таныйым һәм улар Минең артымдан бара.


Ул Яҡлаусы – Хәҡиҡәт Рухы. Донъя Уны күрмәгәнгә һәм белмәгәнгә күрә ҡабул итә алмай, ә һеҙ Уны беләһегеҙ, ул һеҙҙең менән ҡалыр һәм күңелегеҙҙә булыр.


Ғайса уға: – Мин – юл, хәҡиҡәт һәм тормош. Минең аша үтеп кенә Атам янына барып була.


Әммә Раббыға инанмағандар Уға нисек мөрәжәғәт итер? Уның тураһында ишетмәгәндәр Уға нисек инана алыр? Уларға бер кем дә иғлан итмәгәс, нисек ишетерҙәр?


Сөнки Алла тарафынан бирелгән бөтә вәғәҙәләр Ғайса Мәсихтә – «эйе» тип раҫлана. Шуға күрә Алланы данлау өсөн беҙ әйтә торған «амин» да Уның аша әйтелә.


Ахаия өлкәләрендә бер кем дә был маҡтауымды тартып алмаҫ – һеҙҙе миндәге Мәсих хәҡиҡәте менән ышандырам.


Һеҙ ҙә хәҡиҡәт һүҙен – һеҙгә ҡотолоу килтереүсе Һөйөнөслө Хәбәрҙе ишетеп, Мәсихкә инанғас, вәғәҙә ителгән Изге Рух менән Алла тарафынан Мәсих аша мөһөрләндегеҙ.


Мәсих килгәс, һеҙгә, Алланан алыҫ тороусыларға ла, Аллаға яҡын булғандарға ла, татыулыҡ тураһында Һөйөнөслө Хәбәр иғлан итте.


Һеҙҙең иманығыҙ һәм мөхәббәтегеҙ һеҙ өмөтләнгән һәм күктә һеҙҙең өсөн һаҡланған бүләккә нигеҙләнгән. Һеҙ был турала хәҡиҡәт һүҙендә – Һөйөнөслө Хәбәрҙә ишеттегеҙ.


Һеҙгә килгән Һөйөнөслө Хәбәр, Алла мәрхәмәтенең ғәмәлдә нисек булыуын ишетеп аңлаған көнөгөҙҙән башлап арағыҙҙа нисек булған булһа, бөтә донъяла ла шулай уңыш килтерә һәм тарала бара.


Унда тамыр йәйеп һәм төпләнеп, үҙегеҙгә өйрәтелгән иман буйынса нығынығыҙ һәм һәр ваҡыт бар күңелегеҙҙән рәхмәтле булығыҙ.


Беҙ Алла Улының килгәнен һәм хәҡиҡи Алланы таныр өсөн беҙгә аң биргәнен беләбеҙ. Һәм беҙ хәҡиҡи Аллала, Уның Улы Ғайса Мәсихтә. Ул – хәҡиҡи Алла һәм мәңгелек тормош.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ