Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ефестарға 4:18 - Инжил

18 Уларҙың, үҙһүҙле һәм бәғерһеҙ булғанлыҡтан, аңдары томаланған. Улар Алланы белмәй, белергә лә теләмәй һәм Алла тарафынан бирелгән тормоштан ситләтелгән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

18 Уларҙың наҙанлыҡтан һәм тиҫкәрелектән аңдары томаланған. Алла тарафынан бирелгән тормоштан ситләтелгәндәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ефестарға 4:18
34 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сөнки был халыҡтың йөрәген май баҫты, ҡолаҡтары көскә ишетә, улар күҙҙәрен йомдо. Күҙҙәре менән бер ни ҙә күрергә, ҡолаҡтары менән бер ни ҙә ишетергә, йөрәктәре менән бер ни ҙә аңларға теләмәйҙәр. Шулай булмаһа, Миңә табан боролорҙар һәм Мин уларҙы һауыҡтырыр инем».


Ғайса, уларҙың ҡаты бәғерле булыуҙарына көйөнөп, асыулы ҡараш ташланы ла әлеге кешегә: – Ҡулыңды һуҙ! – тине. Ауырыу ҡулын һуҙыуға ҡулы һауыҡты.


«Алла уларҙың күҙҙәрен күрмәҫ итте, йөрәктәрен ҡатырҙы. Күҙҙәре менән бер ни ҙә күрергә, йөрәктәре менән бер ни ҙә аңларға теләмәйҙәр. Әгәр шулай булмаһа, Миңә табан боролорҙар һәм Мин уларҙы һауыҡтырыр инем».


Шулай итеп, хәҡиҡәтте белмәйенсә йәшәгән замандарҙы Алла ғәйеп итмәне, ләкин хәҙер Ул бөтә ерҙәге барлыҡ кешеләргә тәүбә итергә әмер бирә.


– Хәҙер, туғандар, мин беләм: һеҙ, башлыҡтарығыҙ кеүек үк, белмәйенсә эшләнегеҙ, – тип дауам итте Петр. –


Алланы таныуҙы мөһим тип иҫәпләмәгәнлектән, Алла уларҙы, эшләнергә тейеш булмағанды ҡылһындар өсөн, боҙоҡ аҡылдарына тапшырҙы.


Имандаштар, үҙегеҙҙе булғанынан аҡыллыраҡ һанамаһын өсөн, был серҙең һеҙҙән йәшерен ҡалыуын теләмәйем. Йәһүд булмағандарҙың Алланы ҡабул иткән өлөшө тулы һанға еткәнгә тиклем Израилдең бер өлөшө тиҫкәреләнеүен дауам итер.


Ни тиергә һуң? Израиль халҡы маҡсатына өлгәшмәне, ә һайланған өлөшө генә өлгәште. Башҡалар иһә тиҫкәреләнеп Алла һүҙен ишетергә теләмәне.


Һин үҙеңде һуҡырҙарға юл күрһәтеүсе, ҡараңғылыҡтағылар өсөн яҡтылыҡ,


Алла Үҙенең зирәклеге буйынса билдәләгәнсә, донъя үҙ аҡылы менән Уны танып белә алманы. Шуның өсөн Ул иман тотоусыларҙы ахмаҡлыҡ тип һаналған Һөйөнөслө Хәбәр аша ҡотҡарыуҙы яҡшы эшкә һананы.


Был донъялағы бер генә хаким да шул зирәклеккә төшөнмәгән. Әгәр уны аңлаһалар, шөһрәтле Раббыны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡламаҫтар ине.


Әммә уларҙың аҡылы томаланған, сөнки был бөркәнсек боронғо килешеү яҙмаларын уҡыған саҡтарында бөгөнгө көнгә тиклем уларҙың күңелендә асылмайынса ҡала. Ул Мәсих арҡылы ғына алып ташланасаҡ.


Был донъяның илаһы уларҙың аҡылын томаланы һәм улар, иманға килмәйенсә, Алланың ҡиәфәте булған Мәсихтең балҡыусы данын күрһәтеүсе Һөйөнөслө Хәбәрҙең яҡтылығын күрмәйҙәр.


Элек һеҙ, Алланы белмәгән саҡта, Алла тип, асылда, ялған илаһтарҙың ҡоло инеғеҙ.


Һеҙ яман эштәрегеҙ һәм гонаһтарығыҙ арҡаһында үле инегеҙ,


Элек һеҙ Мәсихһеҙ, Израиль йәмғиәтендә булмайынса, Алла тарафынан бирелгән вәғәҙәгә нигеҙләнгән килешеүҙән ситләтелеп, донъяла өмөтһөҙ һәм Аллаһыҙ йәшәй инегеҙ.


Һеҙҙе лә, уйҙарығыҙ һәм яман эштәрегеҙ арҡаһында ҡасандыр Алланан алыҫ торған һәм дошман булғандарҙы,


Алланы белмәгән мәжүсиҙәр кеүек аҙғын нәфсегә юл ҡуймағыҙ.


Ундай баш рухани белемһеҙҙәрҙе лә, тура юлдан тайпылыусыларҙы ла аңлай ала, сөнки ул үҙе лә көсһөҙлөккә дусар булған.


Сатырҙың икенсе өлөшөнә иһә йылына бер тапҡыр баш рухани ғына инә. Ул үҙе өсөн дә, халыҡтың белмәйенсә ҡылынған гонаһтары өсөн дә ҡорбанға үҙе менән ҡан алырға тейеш.


Эй Аллаға хыянатсылдар, донъя менән дуҫлашыу – Аллаға дошман булыу икәнлеген белмәйһегеҙме ни? Шулай итеп, кем донъя менән дуҫ булырға теләй, ул Аллаға дошман була.


Тыңлаусан балалар һымаҡ булығыҙ, Алланы белмәгән ваҡытығыҙҙағы элекке мин-минле теләктәрегеҙгә үҙегеҙ өҫтөнән хакимлыҡ итергә юл ҡуймағыҙ.


Ә кем үҙенең имандашына нәфрәт тота, шул ҡараңғылыҡта була, ҡараңғылыҡта йөрөй һәм үҙенең ҡайҙа китеп барғанын белмәй, сөнки ҡараңғылыҡ уны һуҡырайтҡан.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ