Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ефестарға 4:16 - Инжил

16 Уның аша тәндең һәр ағзаһы, бер-береһен беркетеүсе һеңерҙәр ярҙамында тоташып һәм берләшеп, үҙенә тейешле эш башҡарғанда, бөтөн тән үҫә һәм үҙ-үҙен мөхәббәттә үҫтерә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

16 Уның аша тәндең һәр ағзаһы, бер-береһен беркетеүсе быуындар ярҙамында тоташып һәм берләшеп, үҙенә тейешле эш башҡарғанда, бөтөн тән үҫә һәм үҙ-үҙен мөхәббәттә үҫтерә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ефестарға 4:16
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Мин – йөҙөм һабағы, ә һеҙ – ботаҡтар. Кем Миндә йәшәй һәм Мин унда йәшәйем – шул ғына күп емеш бирер. Минән башҡа бер ни ҙә эшләй алмаҫһығыҙ.


Тәнебеҙҙә ағзалар күп, бөтөн ағзалар ҙа бер үк эш башҡармаған кеүек,


Икмәк берәү, һәм беҙ, күмәк булһаҡ та, бер тәнде тәшкил итәбеҙ, сөнки бер икмәкте уртаҡлашабыҙ.


Бына һәр ваҡыт буласаҡ өс нәмә: иман, өмөт һәм мөхәббәт. Улар араһында мөхәббәт – иң бөйөгө.


Ялған илаһтарға ҡорбан ителгән иткә килгәндә, «был турала бөтөнөбөҙҙөң дә белемебеҙ бар», тиһегеҙ. Был ысынлап та шулай. Әммә белем кешене һауалы итә, ә мөхәббәт – нығыта.


Рухтың емештәре иһә: мөхәббәт, шатлыҡ, именлек, сабырлыҡ, итәғәтлек, изгелек, тоғролоҡ,


Ғайса Мәсихтә сөннәткә ултыртылыуҙың да, сөннәтһеҙ булыуҙың да бер ниндәй ҙә әһәмиәте юҡ, мөхәббәт аша эш итеүсе иман ғына әһәмиәткә эйә.


Алла алдында изге һәм саф булыуыбыҙ өсөн, донъя яратылғанға тиклем үк Ул беҙҙе Мәсих аша һайлап алды һәм, беҙгә булған мөхәббәте хаҡына,


иман тотоуыбыҙ аша күңелдәрегеҙҙә Мәсих йәшәһен, тип доға ҡылам. Һеҙ мөхәббәттә тамыр йәйгән һәм нығынған хәлдә


Алла көсө һәм ҡеүәте аша Уның миңә биргән мәрхәмәте менән был Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыу эшендә хеҙмәт итә башланым.


Алланың изге халҡын хеҙмәт итеүгә әҙерләү, Мәсих тәнен – имандаштар берҙәмлеген – үҫтереү өсөн эшләне Ул быны.


Киреһенсә, хәҡиҡәт тураһында һөйөү менән һөйләп, Уға, тәндең Башы булған Мәсихкә, ярашлы рәүештә һәр яҡтан үҫәйек.


Мөхәббәтегеҙ белемдә лә, тәрән аң-зиһендә лә артҡандан-арта барһын тип доға ҡылам.


Ул Мәсихтең, тимәк, тәндең Башын тотмай. Ә бөтөн тән Баштан башлана һәм быуындары, тарамыштары менән үҙ-ара беркетелеп, нығытылып, Алла ҡушыуы буйынса үҫә.


Мин быны, улар мөхәббәттә берләшеп, рухтарының күтәрелеүе һәм тулыһынса танып белеүҙең бөтә байлығына эйә булыуҙары өсөн эшләйем. Шул рәүешле улар Алланың серен – Мәсихте танып белер.


Һеҙҙең иманлы эштәрегеҙҙе, мөхәббәт менән һуғарылған хеҙмәтегеҙҙе һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихкә өмөт бағлап ныҡ тороуығыҙҙы Атабыҙ Алла алдында һәр ваҡыт иҫебеҙҙә тотабыҙ.


Беҙҙән ишеткән Алла һүҙен кешенән килгән хәбәр итеп түгел, ә ысынында нисек булһа, шул көйө – Алла һүҙе итеп ҡабул итеүегеҙ өсөн дә Аллаға һәр ваҡыт рәхмәт әйтәбеҙ. Ул һүҙ һеҙҙә, иман юлындағыларҙа, үҙ эшен алып бара.


Беҙҙең һеҙгә булған мөхәббәтебеҙ кеүек, Раббыбыҙ һеҙҙең дә бер-берегеҙгә һәм барлыҡ кешеләргә ҡарата булған һөйөүегеҙҙе көсәйтһен һәм арттырһын.


Беҙ, имандаштар, Аллаға һеҙҙең өсөн һәр ваҡыт лайыҡлы рәүештә рәхмәттәр әйтергә тейешбеҙ, сөнки һеҙҙең иманығыҙ сикһеҙ арта бара һәм һәр берегеҙҙең үҙ-ара һөйөүе үҫә.


Өгөтләүемдең маҡсаты – саф йөрәктән, таҙа намыҫтан һәм эскерһеҙ имандан килгән мөхәббәтте тыуҙырыу.


Хәҡиҡәткә итәғәт итеп, һеҙ, имандаштарығыҙҙы туғандарса эскерһеҙ яратыр өсөн, йәндәрегеҙҙе пакланығыҙ, шулай булғас, бер-берегеҙҙе ысын күңелдән яратығыҙ!


Беҙ Алланың беҙгә булған мөхәббәтен таныныҡ һәм уға инандыҡ. Алла – мөхәббәт. Мөхәббәттә йәшәүсе Аллала булыр һәм Алла унда булыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ