Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ефестарға 4:13 - Инжил

13 Был төҙөлөш бөтөнөбөҙ ҙә иманда һәм Алла Улын танып белеүҙә берҙәм булғанға тиклем дауам итәсәк. Шулай итеп, беҙ барыбыҙ ҙа рухи яҡтан камиллашҡан һәм булмышыбыҙ менән Мәсих кимәленә еткән кешеләр булырбыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

13 Был хеҙмәт бөтөнөбөҙ ҙә иманда һәм Алла Улын танып белеүҙә берҙәм булғанға тиклем дауам итәсәк. Шулай итеп, беҙ барыбыҙ ҙа рухи яҡтан өлгөргән һәм Мәсихтең тулы йәшенә еткән кешеләр булырбыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ефестарға 4:13
34 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Атам барыһын да Миңә тапшырҙы. Улды Атанан башҡа һис кем белмәй, шулай уҡ Атаны ла Улынан һәм Улы Уның тураһында асырға теләгән кешенән башҡа һис кем белмәй.


Уның мәрхәмәт байлығынан беҙ барыбыҙ ҙа мәрхәмәт өҫтөнә мәрхәмәт алдыҡ.


Ә былай эшләүҙәре Атаны ла, Мине лә белмәүҙәренән.


Бөтәһе бер булһын, Һин Миндә һәм Мин Һиндә булған кеүек, Һинең Мине ебәреүеңә донъя инанһын өсөн, улар ҙа беҙҙә булһын.


Һине, берҙән-бер хаҡ Алланы һәм Һин ебәргән Ғайса Мәсихте танып белеү – ана шул мәңгелек тормош.


Беҙ Һиңә ышанабыҙ, Һине Алланың Изгеһе итеп таныйбыҙ, – тип яуап бирҙе.


Барлыҡ иман юлындағы кешеләр йөрәктәре һәм күңелдәре менән берҙәм булды. Уларҙың береһе лә үҙ милкен минеке тип әйтмәне, бөтөн нәмә уртаҡ ине.


Имандаштар, Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеме менән үтенеп һорайым: барығыҙ ҙа бер һүҙҙә тороғоҙ, арағыҙҙа бүленештәр булмаһын, киреһенсә, бер рухлы һәм бер фекерле булығыҙ.


Имандаштар, уйҙарығыҙ балаларҙыҡы кеүек булмаһын, яманлыҡҡа ҡарата сабыйҙарса саф күңелле, ә фекер йөрөтөү рәүешегеҙ менән ололар һымаҡ булығыҙ.


Беҙ иһә зирәклекте рухи яҡтан өлгөрөп еткән иман тотоусылар араһында вәғәзләйбеҙ. Әммә ул был донъя аҡылы ла, был донъя хакимдарының аҡылы ла түгел – улар бөтөүгә табан бара.


«Ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡ балҡыһын», – тигән Алла Үҙе күңелдәребеҙҙә нурланды. Шулай Ғайса Мәсих йөҙөндә балҡыған Алла бөйөклөгө беҙгә билдәле булды.


Балаларым, һеҙҙең тормошоғоҙҙа Мәсих сағыла башлағанға тиклем, һеҙҙең өсөн йәнә тулғаҡ ғазаптары кисерәм.


һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Аллаһы, шөһрәтле Ата, Уны яҡшыраҡ танып белеү өсөн һеҙгә аҡыл һәм асылыш Рухы бирһен тип доға ҡылам.


Берҙәмлек иһә – Мәсихтең тәне, бөтөн нәмәлә лә бар нәмәне тултырып тороусы Мәсихтең тулылығы.


Ҡанун әмерҙәрен һәм ҡағиҙәләрен ғәмәлдән сығарҙы. Ул, именлек урынлаштырып, ике төркөмдән Үҙендә яңы бер халыҡ булдырҙы.


Алланың изге халҡын хеҙмәт итеүгә әҙерләү, Мәсих тәнен – имандаштар берҙәмлеген – үҫтереү өсөн эшләне Ул быны.


Рух биргән берҙәмлекте именлек бәйләнештәре менән нығытып һаҡларға тырышығыҙ.


Раббы – бер, иман – бер, һыуға сумдырылыу – бер.


Мин Мәсихтең Үҙен танырға, Уның үленән терелеү ҡөҙрәтен белергә, ғазаптарын уртаҡлашырға һәм үлем мәленә тиклемге Мәсихкә оҡшарға,


Улай ғына ла түгел, Раббым Ғайса Мәсихте танып белеүҙе мин берҙән-бер табыш тип һанайым һәм башҡа бөтөн нәмәләрҙе лә юғалтыу тип уйлайым. Мәсихкә эйә булыу һәм Унда үҙемде табыу өсөн, мин бар нәмәне лә сүп-сарға иҫәпләп, уларҙан Мәсих хаҡына баш тарттым. Минең хаҡлығым ҡанунды үтәүгә түгел, ә Мәсихкә булған иманым, Алланан килгән хаҡлығыма нигеҙләнгән.


Беҙ тик Мәсих тураһында ғына вәғәзләйбеҙ. Һәр кемде Мәсихтә рухи яҡтан үҫтереп, Алла алдына ҡуйыу өсөн, һәр береһенә бар зирәклегебеҙ менән нәсихәт бирәбеҙ һәм өйрәтәбеҙ.


Мин быны, улар мөхәббәттә берләшеп, рухтарының күтәрелеүе һәм тулыһынса танып белеүҙең бөтә байлығына эйә булыуҙары өсөн эшләйем. Шул рәүешле улар Алланың серен – Мәсихте танып белер.


Ҡаты ризыҡ иһә өлкәндәр өсөн, уларҙың тойғолары тормош тәжрибәһе аша яҡшылыҡ менән яманлыҡты айырырға һәләтле.


Былар арҡылы, был донъя теләктәренә бәйле боҙоҡлоҡтан ҡасып, илаһи тәбиғилеккә ҡатнашығыҙ булһын өсөн, Ул беҙгә иң ҡиммәтле, иң бөйөк вәғәҙәләрен бирҙе.


Раббыбыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсих мәрхәмәтендә һәм Уны танып белеүҙә даими үҫегеҙ. Уға хәҙер һәм мәңгелек көнөндә лә дан булһын! Амин.


Беҙ Алла Улының килгәнен һәм хәҡиҡи Алланы таныр өсөн беҙгә аң биргәнен беләбеҙ. Һәм беҙ хәҡиҡи Аллала, Уның Улы Ғайса Мәсихтә. Ул – хәҡиҡи Алла һәм мәңгелек тормош.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ