Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ефестарға 4:11 - Инжил

11 Ул Үҙе ҡайһы берҙәрен – илселәр, икенселәрен – пәйғәмбәрҙәр, бәғзеләрен – Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләүселәр, ҡайһыларын – башлыҡ һәм өйрәтеүсе итеп ҡуйҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

11 Ул Үҙе ҡайһы берҙәрен – илселәр, икенселәрен – пәйғәмбәрҙәр, бәғзеләрен – Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләүселәр, ҡайһыларын – башлыҡ һәм өйрәтеүсе итеп ҡуйҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ефестарға 4:11
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һеҙгә ҡушҡандарымдың барыһын да үтәргә өйрәтегеҙ. Һәм белегеҙ: Мин донъя бөткәнгәсә һәр ваҡыт һеҙҙең менән бергә булам.


Антиохиялағы имандаштар берҙәмлегендә Варнава, Симон (уны тағы Нигер тип тә атайҙар), Киринеянан Луций, өлкә идарасыһы Ирод менән бергә тәрбиәләнгән Манаил һәм Савл исемле пәйғәмбәрҙәр, остаздар бар ине.


Шулай итеп, үҙегеҙ һәм Изге Рух һеҙҙе көтөүсе итеп ҡуйған көтөү тураһында ҡайғыртығыҙ. Үҙ Улының ҡаны аша Алла Үҙенеке иткән берҙәмлеккә көтөүселәр булығыҙ.


Ә икенсе көндө Павел менән беҙ Кесарияға килдек һәм Иерусалимда һайланған ете ярҙамсының береһе, Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыусы Филиптың өйөндә туҡталдыҡ.


Имандаштарына хеҙмәт итеү һәләте бирелһә иһә, хеҙмәт итһен, өйрәтеү һәләте бирелһә, өйрәтһен.


Изге Рух биргән һәләттәр төрлө, әммә Рух бер үк.


Һеҙ илселәр һәм пәйғәмбәрҙәр нигеҙ булып торған Йорт итеп ҡоролдоғоҙ, ә нигеҙҙең иң төп ташы – Ғайса Мәсих Үҙе.


Боронғо заманда был сер кешеләргә хәбәр ителмәне, хәҙер иһә Алла уны Изге Рух аша Үҙенең изге илселәре менән пәйғәмбәрҙәренә асып бирҙе.


Шуның өсөн Изге Яҙмала: «Юғарыға күтәрелеп, әсирҙәрҙе әйҙәп, кешеләргә бүләк өләште», – тип әйтелгән.


Һин бөтөн нәмәгә лә һиҙгер, ҡайғыларға түҙемле бул, Һөйөнөслө Хәбәр вәғәзләүеңде дауам ит, хеҙмәтеңде камил рәүештә башҡар.


Ваҡыт үтеүенә ҡарағанда, күптән инде өйрәтеүсе булырға тейеш инегеҙ, әммә һеҙ үҙегеҙ кемдеңдер һеҙҙе Алла тәғлимәтенең тәү башланғыстарына өйрәтеүенә мохтажһығыҙ. Һеҙгә ҡаты ризыҡ түгел, ә һөт кәрәк.


Ә һеҙ, ҡәҙерлеләрем, Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең илселәре тарафынан алдан әйтелгән һүҙҙәрҙе иҫкә алығыҙ.


Күк, уның хаҡында шатлан, изгеләр, илселәр, пәйғәмбәрҙәр, шатланығыҙ, сөнки Алла уны һеҙҙе хөкөм иткән яза менән хөкөм итте.


Ҡала диуарының ун ике нигеҙ ташы бар. Ул нигеҙҙәрҙә Бәрәстең ун ике илсеһенең исеме яҙылған.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ