Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ефестарға 4:10 - Инжил

10 Ул иң түбәнгә төштө, ләкин, Үҙе менән бөтөн ғаләмде тултырыу өсөн, бар күктәрҙән дә юғарыраҡ күтәрелде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

10 Ул түбәнгә төштө, ләкин, Үҙе менән бөтөн ғаләмде тултырыу өсөн, бар күктәрҙән дә юғарыраҡ күтәрелде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ефестарға 4:10
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: барыһы ла ғәмәлгә ашҡанға тиклем, был быуын алмашынып өлгөрмәйәсәк.


Унан һуң: – Мин һеҙҙең менән бергә булған саҡта былар тураһында һөйләгәйнем. Муса ҡанунында, пәйғәмбәрҙәрҙең китаптарында һәм Зәбурҙа Минең хаҡта яҙылғандарҙың барыһы ла тормошҡа ашырылырға тейеш, тип әйткәйнем, – тигән.


Уның мәрхәмәт байлығынан беҙ барыбыҙ ҙа мәрхәмәт өҫтөнә мәрхәмәт алдыҡ.


Улар бер-береһенә: – Быны йыртмайыҡ, йәрәбә һалайыҡ, кемебеҙгә булһа ла сығыр, – тиеште. Был хәл Изге Яҙмалағы: «Улар Минең кейемдәремде бүлешеп алды, өҫ кейемемә йәрәбә һалды», – тигән һүҙҙәр тормошҡа ашһын өсөн булды. Ғәскәриҙәр тап шулай эшләне лә.


Шунан һуң Ғайса, барыһы ла үтәлгәнен белгәнлектән, Изге Яҙмала әйтелгәндәр тормошҡа ашһын өсөн: – Мин һыуһаным! – тине.


Был хәлдәр Изге Яҙмала: «Уның һис бер һөйәге һындырылмаҫ», – тип яҙылған һүҙҙәр тормошҡа ашһын өсөн булды.


Улар: – Галилея ир-уҙамандары! Ниңә һеҙ күккә текәлеп тораһығыҙ? Ғайса, үҙегеҙ күргәнсә, һеҙҙең янығыҙҙан нисек күтәрелгән булһа, шул рәүештә үк яңынан киләсәк, – тине.


Ошо һүҙҙәрҙе әйткәс, Ғайса илселәрҙең күҙ алдында күккә алынды һәм болот Уны уларҙың ҡарашынан йәшерҙе.


Шулай итеп, Ул Алланың уң яғына күккә күтәрелде һәм Атаһы вәғәҙә иткән Изге Рухты алып, Уны беҙгә яуҙырҙы. Һеҙ әле тап шуны күрҙегеҙ һәм ишеттегеҙ.


Алла Үҙ Мәсихенең ғазап сигәсәге тураһында барса пәйғәмбәрҙәр аша алдан әйткән хәбәрен шулай тормошҡа ашырҙы.


Мин Мәсихкә инаныусы бер кешене беләм, ул бынан ун дүрт йыл элек (тик тәнендәме, тәненән башҡамы – белмәйем, ул Аллаға ғына билдәле) күктең иң юғары ҡатына тиклем күтәрелеп алынды.


Алла Үҙенең бөтә тулылығы менән Унда йәшәүҙе,


Алла бөтөн тулылығы менән Мәсихтә кәүҙәләнеп йәшәй.


Иманыбыҙҙың серле асылының бөйөк булыуы бәхәсһеҙ: Ул кеше тәнендә килде, Уның хаҡлығы Изге Рух ярҙамында раҫланды, Уны фәрештәләр күрҙе, Ул халыҡтар араһында вәғәзләнде, донъяла иман менән ҡабул ителде, данда күккә күтәрелде.


Беҙҙең күктәрҙән юғары күтәрелгән бөйөк Баш Руханийыбыҙ – Алла Улы Ғайса булғанлыҡтан, әйҙәгеҙ үҙебеҙ тотҡан иманда ныҡ торайыҡ.


Беҙгә тап шундай Баш Рухани кәрәк тә инде: изге, ғәйепһеҙ, саф, гонаһлыларҙан айырылған һәм күктән юғары күтәрелгән.


Һеҙгә һөйләгәндәребеҙҙең иң мөһиме – беҙҙең шундай Баш Руханийыбыҙ бар, Ул күктәрҙә Мөһабәт Алланың тәхетенең уң яғына ултырған.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ