Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ефестарға 3:5 - Инжил

5 Боронғо заманда был сер кешеләргә хәбәр ителмәне, хәҙер иһә Алла уны Изге Рух аша Үҙенең изге илселәре менән пәйғәмбәрҙәренә асып бирҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

5 Боронғо заманда был сер кешеләргә хәбәр ителмәне, хәҙер иһә Алла Рухы уны Үҙенең изге илселәре менән пәйғәмбәрҙәренә асып бирҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ефестарға 3:5
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: күп пәйғәмбәрҙәр һәм тәҡүә кешеләр һеҙ күргәндәрҙе күрергә теләне, ләкин күрмәне; һеҙ ишеткәндәрҙе ишетергә теләне, ләкин ишетмәне.


«Беҙҙе бер кем дә ялламаны», – тип яуаплаған тегеләр. «Һеҙ ҙә йөҙөм баҡсаһына барығыҙ», – тигән хужа уларға.


Шуға күрә, Мин һеҙгә пәйғәмбәрҙәрҙе, аҡыл эйәләрен һәм ысын ҡанун белгестәрен ебәрәм. Һеҙ уларҙың берәүҙәрен үлтерерһегеҙ, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡларһығыҙ, бүтәндәрен ғибәҙәтханаларҙа ҡамсылатып, ҡаланан ҡалаға ҡыуып йөрөтөрһөгөҙ.


Һеҙгә әйтәм: күп пәйғәмбәрҙәр һәм батшалар һеҙ күргәндәрҙе күрергә теләне, ләкин күрмәне; һеҙ ишеткәндәрҙе ишетергә теләне, ләкин ишетмәне.


Шуның өсөн Алла зирәклеге былай тигән: «Мин уларға пәйғәмбәрҙәр һәм илселәр ебәрәм, уларҙың ҡайһы берҙәрен үлтерерҙәр, ә ҡайһыларын эҙәрлекләрҙәр».


Ә Минең исемемдән Атам ебәрәсәк Яҡлаусы – Изге Рух – һеҙҙе һәр нәмәгә өйрәтер һәм Мин һөйләгәндәрҙең бөтәһен дә хәтерегеҙгә төшөрөр.


Хәҡиҡәт Рухы килгәс инде, Ул һеҙгә тулы хәҡиҡәткә барыу юлын күрһәтер. Ул һеҙгә Үҙенән сығып түгел, ә ишеткәнен һөйләр һәм киләсәк тураһында хәбәр итер.


– Һеҙ, әлбиттә, йәһүдкә башҡа халыҡ кешеләре менән аралашырға, ҡунаҡҡа йөрөргә рөхсәт ителмәгәнен беләһегеҙ. Әммә Алла миңә бер кемде лә шаҡшы йәки харам тип иҫәпләмәҫкә кәрәклеген күрһәтте.


Аллаға дан! Ғайса Мәсих тураһында мин һөйләгән Һөйөнөслө Хәбәр буйынса, Ул һеҙҙе иманда нығытырға ҡөҙрәтле. Был Хәбәр – боронғо замандарҙан бирле йәшереп тотолған, әммә хәҙер асылған сер. Пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмалары аша кешеләр Мәсихкә иман итһен һәм Һөйөнөслө Хәбәрҙе ҡабул итһен өсөн, мәңгелек Алланың әмере менән был сер бөтөн халыҡтарға белдерелде.


Беҙгә иһә быларҙы Алла Үҙенең Рухы аша асып бирҙе, сөнки Рух бөтөн нәмәне, хатта Алла тәрәнлектәрен дә тикшерә.


Һеҙ илселәр һәм пәйғәмбәрҙәр нигеҙ булып торған Йорт итеп ҡоролдоғоҙ, ә нигеҙҙең иң төп ташы – Ғайса Мәсих Үҙе.


бөтөн нәмәне бар иткән Алла тарафынан баштан уҡ йәшереп тотолған серҙең ғәмәлгә нисек ашырылыуын бөтөнөһөнә яҡтыртыу хөрмәте бирелде.


Элекке ваҡыттарҙа изге пәйғәмбәрҙәр тарафынан алдан әйтелгән һүҙҙәрҙе, Раббыбыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙҙың илселәрегеҙ аша тапшырылған әмерен иҫегеҙҙә тотоғоҙ.


Ә һеҙ, ҡәҙерлеләрем, Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең илселәре тарафынан алдан әйтелгән һүҙҙәрҙе иҫкә алығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ