15 Күктә һәм ерҙә булған һәр ғаилә үҙенә йәшәйеште лә, исемде лә Унан ала.
Антиохияға алып килде. Улар, бер йыл буйы имандаштар берҙәмлеге менән осрашып, күп кешеләрҙе өйрәтте. Шәкерттәрҙе мәсихселәр тип иң тәүҙә Антиохия ҡалаһында исемләй башланылар.
Уның ниәте шулай: билдәләнгән ваҡыт еткәс, күктәрҙә һәм ерҙә булғандарҙың бөтөнөһөн дә Мәсихтә берләштереү.
Мәсих унда бөтөн етәкселәрҙән дә, хакимдарҙан, ҡеүәттәрҙән, һәр төрлө көстәрҙән дә өҫтөнөрәк, Уның исеме һәр төрлө атаҡлы исемдәр менән аталғандарҙан да был донъяла ғына түгел, киләсәк донъяла ла юғарыраҡ.
Шуға күрә мин Атабыҙ алдында тубыҡланып доға ҡылам.
Данлы бөйөклөгөнөң байлығы менән кешенең күңелендә Үҙ Рухы аша нығынырға ҡеүәт бирһен,
Уның арҡысаҡта түгелгән ҡаны аша тыныслыҡ урынлаштырып, ерҙә һәм күктә булған бөтә нәмәне Уның аша Үҙе менән татыулаштырыуҙы ҡулай күрҙе.
Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен. Еңеүсегә серле манна һәм аҡ таш бирәсәкмен. Ул ташта иһә уны алыусынан башҡа һис кем белмәгән яңы исем яҙылған булыр».
Еңеүсене Мин Аллам йортоноң бағанаһы итеп ҡуйырмын һәм ул инде унан сыҡмаҫ. Уның өҫтөнә Алламдың исемен һәм күктән, Алламдан төшәсәк ҡаланың – Иерусалимдың яңы исемен һәм Үҙемдең яңы исемемде яҙырмын.