14 Шуға күрә мин Атабыҙ алдында тубыҡланып доға ҡылам.
Ғайса Үҙе, уларҙан таш бәреме алыҫлығындай ситкә китеп, тубыҡланып доға ҡылған:
Һөйләп бөткәс, тубыҡланып, улар менән бергә доға ҡылды.
Китер ваҡыт еткәс, юлға сыҡтыҡ. Барлыҡ иман тотоусылар ҡатындары һәм балалары менән беҙҙе ҡала ситенә тиклем оҙата барҙы, ә яр буйына килеп еткәс, бөтәбеҙ бергә тубыҡланып доға ҡылдыҡ.
тигән һүҙҙәр менән тубыҡланып, көслө тауыш менән: – Раббым! Был эште уларға гонаһ итеп һанама, – тип йән бирҙе.
Бүлмәнән бөтә кешене сығарып ебәргәс, Петр тубыҡланып доға ҡылды ла мәйеткә табан боролдо: – Тавифа, тор! Ҡатын күҙҙәрен асты ла, Петрҙы күргәс, тороп ултырҙы.
Беҙҙе Мәсих аша күктәге бөтөн рухи байлыҡтар менән фатихалаған Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Атаһы һәм Аллаһы данланһын.
Күктә һәм ерҙә булған һәр ғаилә үҙенә йәшәйеште лә, исемде лә Унан ала.
Ғайса исеме алдында күктәгеләрҙең, ерҙәгеләрҙең һәм ер аҫтындағыларҙың бөтөнөһө лә теҙләнһен,