Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ефестарға 2:2 - Инжил

2 элек һеҙ ошо донъяның гонаһлы ғәҙәттәренә, һауалағы көстәр менән идара итеүсегә, әлеге ваҡытта Аллаға ҡарата итәғәтһеҙ кешеләрҙә ғәмәл ҡылыусы рухҡа буйһоноп йәшәнегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 һәм элек ошо донъяның гонаһлы ғәҙәттәренә, һауалағы яуыз көстәр менән идара итеүсегә, әлеге ваҡытта Аллаға буйһонмаған кешеләрҙә ғәмәл ҡылыусы рухҡа буйһоноп йәшәнегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ефестарға 2:2
64 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әҙәм Улы килде, һәр береһе кеүек ашай ҙа, эсә лә, ә улар: «Бына күрегеҙ, ул ашамһаҡ, эскесе, һалым йыйыусыларҙың һәм гонаһ ҡылыусыларҙың дуҫы!» – ти. Әммә Алла зирәклегенең хаҡлығы ҡылған эштәренән күренә.


Сәнскәк араһына сәселгәне шуны аңлата: кеше һүҙҙе ишетә, әммә донъя мәшәҡәттәре, байлыҡҡа ҡыҙығыу уны баҫып ала һәм ул уңыш бирмәй.


Баҫыу – донъя ул, яҡшы орлоҡтар – Батшалыҡ улдары, ҡый үләне – Иблис кешеләре,


кешеләр һүҙҙе ишетә, әммә донъя мәшәҡәттәре, байлыҡҡа ҡыҙығыу һәм бүтән теләктәр кешеләрҙең күңелен биләп, һүҙҙе баҫып ала һәм ул уңыш бирмәй.


Хужа намыҫһыҙ идарасыны отҡорлоғо өсөн маҡтаған. Сөнки был донъя кешеләре үҙ-ара эш иткәндә, яҡтылыҡ кешеләренә ҡарағанда отҡорораҡ.


– Симон! Симон! Иблис һеҙҙе бойҙай иләгән кеүек иләргә рөхсәт алды.


Был донъяны хөкөм итер ваҡыт етте, хәҙер был донъяның хакимы ҡыуыласаҡ.


Иблис Симон Искариот улы Йәһүҙәнең күңеленә Ғайсаға хыянат итеү фекерен һалғайны инде. Киске аш ваҡытында


Йәһүҙә һыныҡты ҡулына алыуға, уның эсенә Иблис инде. Ғайса уға: – Ҡылаһы эшеңде тиҙерәк ҡыл, – тине.


Инде һеҙҙең менән бүтәнсә һөйләшә алмам, сөнки был донъяның хакимы килә. Уның Минең өҫтөмдән хакимлығы юҡ,


Был донъяныҡы булһағыҙ, ул һеҙҙе үҙенекеләре кеүек итеп яратыр ине. Ләкин һеҙ был донъяныҡы түгел, Мин һеҙҙе, һайлап алып, был донъянан айырҙым, шунлыҡтан донъя һеҙгә нәфрәтләнгән.


хөкөм – был донъяның хакимы инде хөкөм ителеүҙә.


Донъя һеҙгә нәфрәт менән ҡарамай, ә Мине күрә алмай, сөнки Мин уның эштәренең яуыз булғанын күрһәтеп торам.


Ғайса: – Һеҙ бынан, ерҙән, Мин – юғарынан. Һеҙ был донъяныҡы, ә Мин был донъяныҡы түгел, – тип яуапланы.


Һеҙҙең атағыҙ – Иблис, һәм һеҙ атағыҙҙың теләктәрен үтәргә теләйһегеҙ. Ул баштан уҡ кеше үлтереүсе булған һәм хәҡиҡәт менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ, сөнки унда хәҡиҡәт юҡ. Ул ялғанды һөйләгәндә үҙ асылы буйынса эшләй, ул – ялғансы һәм ялғандың атаһы.


Ниһайәт, ҡала етәкселәренең береһе халыҡты тынысландырып: – Ефес халҡы! Ефестың бөйөк алиһә Артемида ғибәҙәтханаһын һәм күктән төшкән изге ташты һаҡлаусы ҡала икәнен кем генә белмәй? – тине. –


Әммә Петр: – Анания! Ни өсөн һин Иблискә йөрәгең менән идара итергә ирек бирҙең? Аҡсаның бер өлөшөн йәшереп ҡалдырып, Изге Рухты алдарға уйланың, – тине. –


Был донъяның йәшәү рәүешенә яраҡлашмағыҙ, ә зиһенегеҙҙе яңыртып, уй-фекерегеҙҙе үҙгәртегеҙ. Шулай итеп һеҙ Алланың ихтыярын – нимәнең яҡшы, яраҡлы һәм камил икәнлеген асыҡлай алырһығыҙ.


Ләкин донъялағы бөтөн фәхеш кешеләрҙе, шулай уҡ барлыҡ ҡомһоҙҙарҙы, алдаҡсыларҙы, ялған илаһтарға табыныусыларҙы күҙ уңында тотманым, юғиһә һеҙгә донъянан бөтөнләй үк китергә тура килер ине.


Һеҙҙең ҡайһы берҙәрегеҙ бына шундайҙарҙан ине. Әммә Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеме һәм Аллабыҙ Рухы менән йыуылып таҙарындығыҙ, изгеләндегеҙ һәм аҡландығыҙ.


Был донъяның илаһы уларҙың аҡылын томаланы һәм улар, иманға килмәйенсә, Алланың ҡиәфәте булған Мәсихтең балҡыусы данын күрһәтеүсе Һөйөнөслө Хәбәрҙең яҡтылығын күрмәйҙәр.


Атабыҙ Алла ихтыяры менән әлеге насар замандан ҡотҡарам тип, Мәсих беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн Үҙен ҡорбан итте.


Мәсих унда бөтөн етәкселәрҙән дә, хакимдарҙан, ҡеүәттәрҙән, һәр төрлө көстәрҙән дә өҫтөнөрәк, Уның исеме һәр төрлө атаҡлы исемдәр менән аталғандарҙан да был донъяла ғына түгел, киләсәк донъяла ла юғарыраҡ.


Һеҙ, тыумышығыҙ менән ҡасандыр мәжүси булғандар, иҫегеҙгә төшөрөгөҙ: тән йолаһын ғына үтәп, үҙҙәрен «сөннәтле» тип атаусылар һеҙҙе «сөннәтһеҙҙәр» тип йөрөтә ине.


Ҡасандыр Алланан алыҫ булһағыҙ ҙа, хәҙер Ғайса Мәсихтәһегеҙ, Уның ҡаны аша Аллаға яҡынайҙығыҙ.


Ҡасандыр беҙ бөтөнөбөҙ ҙә, тәнебеҙ һәм уйҙарыбыҙҙың ихтыяжын үтәп, тән теләктәре буйынса йәшәнек, һәм, булмышыбыҙ арҡаһында, беҙҙе башҡалар кеүек үк Алла асыуы көтә ине.


Шуға күрә Раббы исеменән әйтәм һәм талап итәм: артабан зиһендәре томаланған мәжүсиҙәр кеүек йәшәмәгеҙ.


Ялған нәфсе менән мауығып, аҙғынлыҡ юлынан барған элекке кешенең бығаса алып барған йәшәү рәүешенән баш тартып,


Бер кем дә буш һүҙҙәр менән башығыҙҙы бутамаһын, сөнки улар өсөн тыңлауһыҙ кешеләргә Алланың асыуы төшә лә инде.


Һеҙ ҡасандыр ҡараңғылыҡ инегеҙ, ә хәҙер, Раббыныҡы булғанға, яҡтылыҡһығыҙ. Артабан да яҡтылыҡ кешеләре булып йәшәгеҙ.


Беҙ кешеләргә ҡаршы түгел, ә ошо донъя ҡараңғылығының етәкселәренә, хакимдарына, хужаларына һәм күктәге шаҡшы рухи көстәргә ҡаршы көрәшәбеҙ.


Һеҙҙе лә, уйҙарығыҙ һәм яман эштәрегеҙ арҡаһында ҡасандыр Алланан алыҫ торған һәм дошман булғандарҙы,


сөнки Димас был донъяны өҫтөн күреп, мине ташлап Фессалоникаға юлланды, Крискент – Галатияға, Тит Далматияға китте,


Алла Ата ҡаршыһында саф, тапланмаған табыныу – бәләгә ҡалған етемдәр менән тол ҡатындар хаҡында хәстәрләү һәм үҙеңде был донъяның боҙоҡлоғонан һаҡлау ул.


Ундай әҙәм Раббынан ни ҙә булһа алырға иҫәп тотмаһын.


Эй Аллаға хыянатсылдар, донъя менән дуҫлашыу – Аллаға дошман булыу икәнлеген белмәйһегеҙме ни? Шулай итеп, кем донъя менән дуҫ булырға теләй, ул Аллаға дошман була.


Тыңлаусан балалар һымаҡ булығыҙ, Алланы белмәгән ваҡытығыҙҙағы элекке мин-минле теләктәрегеҙгә үҙегеҙ өҫтөнән хакимлыҡ итергә юл ҡуймағыҙ.


Ғүмерегеҙҙең шаҡтай өлөшөн мәжүсиҙәр кеүек аҙғынлыҡҡа, боҙоҡлоҡҡа, эскелеккә, тотанаҡһыҙ кисәләргә, кәйеф-сафаға бирҙегеҙ һәм ерәнгес ялған илаһтарға етерлек табындығыҙ.


Улар кем менән зина ҡылырға икән тип, ҡыҙ-ҡырҡынға күҙ һалып, был гонаһтан тыйыла алмай һәм тотороҡһоҙ йәндәрҙе хаҡ юлдан яҙҙыра, күңелдәре ҡомһоҙлоҡҡа өйрәтелгән, өҫтәренә ләғнәт ятҡан.


Алла балалары һәм Иблис балалары былай таныла: хаҡ эш итмәгән, шулай уҡ үҙенең имандашын яратмаған һәр кем Алланан түгел.


Гонаһ ҡылыусы иһә Иблистән, сөнки Иблис тәүҙән үк гонаһ ҡыла. Ә Алла Улы нәҡ Иблис эштәрен емерергә килде.


Һеҙ иһә, балаларым, Алланан, һәм һеҙ ялған пәйғәмбәрҙе еңдегеҙ, сөнки һеҙҙәге Алла Рухы донъяла булған рухтан ҙурыраҡ.


Беҙ үҙебеҙҙең Алланан булыуыбыҙҙы, бөтөн донъяның иһә Иблис хакимлығы аҫтында булыуын беләбеҙ.


сөнки Алланан тыуған һәр кем донъяны еңә. Донъяны еңеү – беҙҙең иманыбыҙ ул.


Был ҙур аждаһа, Иблис йәки Шайтан тип аталған бөтөн донъяны алдаусы боронғо йылан, ергә бәреп төшөрөлдө, уның менән бергә фәрештәләре лә ырғытылды.


Ул беренсе януар исеменән ҡылырға бирелгән мөғжизәләр менән ерҙә йәшәүселәрҙе алдаштырып, уларға ҡылыстан яраланған, әммә тере ҡалған януар һынын яһарға ҡушты.


Салынған Бәрәстең Тормош китабына донъя яратылғанға тиклем исемдәре яҙылған ерҙә йәшәгәндәрҙең һәммәһе лә ошо януарға баш эйәсәк.


Етенсе фәрештә кәсәһен һауаға түкте: Алла Йортонан, тәхеттән: – Тамамланды! – тигән көслө тауыш яңғыраны.


Ул – аждаһаны – Иблис-Шайтан тигән ул боронғо йыланды – тотоп алды ла, мең йылға сылбырлап ҡуйҙы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ