Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ефестарға 2:19 - Инжил

19 Тимәк, һеҙ хәҙер ят һәм килмешәк түгел, ә Алла халҡының милләттәштәре һәм Уның йорто ағзалары.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

19 Тимәк, һеҙ – хәҙер ят һәм килмешәк түгел, ә Алланың изге халҡының милләттәштәре һәм Уның ғаилә ағзалары.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ефестарға 2:19
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шәкерт остазы кеүек, ә хеҙмәтсе хужаһы кеүек булһа, шул етә. Йорт хужаһын Веельзевул тип атағандар икән, өйҙәгеләрҙе инде бигерәк тә шулай тип атарҙар.


Шуға күрә яйы сыҡҡан һайын һәр кешегә, бигерәк тә имандаштарға изгелек ҡылайыҡ.


Элек һеҙ Мәсихһеҙ, Израиль йәмғиәтендә булмайынса, Алла тарафынан бирелгән вәғәҙәгә нигеҙләнгән килешеүҙән ситләтелеп, донъяла өмөтһөҙ һәм Аллаһыҙ йәшәй инегеҙ.


Күктә һәм ерҙә булған һәр ғаилә үҙенә йәшәйеште лә, исемде лә Унан ала.


Был сер шунан ғибәрәт: Ғайса Мәсихтә, Һөйөнөслө Хәбәр аша, йәһүдтәр менән йәһүд булмағандар бер тәндең ағзалары, Алла биргән вәғәҙәне уртаҡлашыусылар һәм вариҫтар.


Беҙҙең төйәгебеҙ иһә күктә. Ҡотҡарыусыны, Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте беҙ күктән көтәбеҙ.


Бөтә был кешеләр имандарын һаҡлап үлгән. Улар үҙҙәренә вәғәҙә ителгәнде алмайынса, йыраҡтан ғына күргән һәм сәләмләгән. Был донъяла үҙҙәренең ваҡытлыса йәшәгән сит кешеләр һәм килмешәктәр генә икәнлектәрен танығандар.


Сөнки бында, ерҙә, беҙҙең даими йәшәй торған ҡалабыҙ юҡ, беҙ килә торған ҡаланы көтәбеҙ.


Ҡәҙерлеләрем! Һеҙ был донъяла – илгиҙәрҙәр һәм мосафирҙар. Шуға күрә һеҙҙе йәнгә ҡаршы көрәшеүсе гонаһлы теләктәрҙән йыраҡ торорға саҡырам.


Ҡарағыҙ, Ата беҙҙе ҡайһылай ныҡ яратҡан: беҙҙе «Алла балалары» тип атайҙар! Эйе, беҙ – Уның балалары. Ә донъя, Алланы танымағанға күрә, беҙҙе лә белмәй.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ