Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ефестарға 2:11 - Инжил

11 Һеҙ, тыумышығыҙ менән ҡасандыр мәжүси булғандар, иҫегеҙгә төшөрөгөҙ: тән йолаһын ғына үтәп, үҙҙәрен «сөннәтле» тип атаусылар һеҙҙе «сөннәтһеҙҙәр» тип йөрөтә ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

11 Һеҙ, тыумышығыҙ менән ҡасандыр мәжүси булғандар, иҫегеҙгә төшөрөгөҙ: тән йолаһын ғына үтәп, үҙҙәрен «сөннәтле» тип атаған кешеләр һеҙҙе «сөннәтһеҙҙәр» тип йөрөтә ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ефестарға 2:11
29 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

«Беҙҙе бер кем дә ялламаны», – тип яуаплаған тегеләр. «Һеҙ ҙә йөҙөм баҡсаһына барығыҙ», – тигән хужа уларға.


Әгәр зәйтүн ағасы ботаҡтарының ҡайһы берҙәре һындырылһа, һәм һин, ҡырағай зәйтүн ағасының ботағы, улар урынына ялғанып, зәйтүн тамырының һуты менән туйынаһың икән, ул саҡта


Шулай булғас, сөннәтһеҙ кеше ҡанун ҡағиҙәләрен үтәй икән, ул сөннәткә ултыртылған булып һаналмаймы?


Шулай итеп, тән сөннәте үтмәһә лә, ҡанун талаптарын үтәүсе, һин яҙылған ҡанунға һәм сөннәтлеккә эйә булһаң да, ҡанунды боҙғаның өсөн һине хөкөм итер.


Хәтерегеҙҙәлер, Мәсихкә ышанмаған сағығыҙҙа, һеҙҙе нимәлер телһеҙ ялған илаһтарға этәрҙе.


Һеҙҙең ҡайһы берҙәрегеҙ бына шундайҙарҙан ине. Әммә Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеме һәм Аллабыҙ Рухы менән йыуылып таҙарындығыҙ, изгеләндегеҙ һәм аҡландығыҙ.


Беҙ тыумышыбыҙ менән йәһүд, ә гонаһлы мәжүсиҙәр түгел.


Тирә-яҡтағыларға тышҡы яҡтан ғына яҡшы тәьҫир ҡалдырырға теләүселәр, Мәсих арҡысағы хаҡына үҙҙәрен эҙәрлекләмәһендәр өсөн генә, һеҙҙе сөннәтле булырға мәжбүр итергә тырышалар.


элек һеҙ ошо донъяның гонаһлы ғәҙәттәренә, һауалағы көстәр менән идара итеүсегә, әлеге ваҡытта Аллаға ҡарата итәғәтһеҙ кешеләрҙә ғәмәл ҡылыусы рухҡа буйһоноп йәшәнегеҙ.


Һеҙ ҡасандыр ҡараңғылыҡ инегеҙ, ә хәҙер, Раббыныҡы булғанға, яҡтылыҡһығыҙ. Артабан да яҡтылыҡ кешеләре булып йәшәгеҙ.


Ысын сөннәтлеләр – беҙ, тән йолаларына таяныусылар түгел, ә Аллаға Уның Рухы менән ғибәҙәт ҡылыусылар һәм Мәсих менән ғорурланыусылар.


Һеҙҙе лә, уйҙарығыҙ һәм яман эштәрегеҙ арҡаһында ҡасандыр Алланан алыҫ торған һәм дошман булғандарҙы,


Мәсихтә булып, һеҙ кеше ҡулы менән башҡарылған сөннәт менән түгел, ә Мәсих сөннәте менән сөннәтләндегеҙ. Шуның менән һеҙ гонаһлы тәбиғәт хакимлығынан азат ителдегеҙ.


Һеҙ гонаһтарығыҙ һәм сөннәтле булмауығыҙ арҡаһында үле инегеҙ, ә Алла, бөтөн гонаһтарыбыҙҙы кисереп, һеҙҙе Мәсих менән бергә терелтте.


Шуға күрә инде йәһүд булмағандар һәм йәһүдтәр ҙә, сөннәтлеләр һәм сөннәтһеҙҙәр ҙә, вәхшиҙәр һәм скифтар ҙа, ҡолдар һәм иреклеләр ҙә юҡ – әммә Мәсих һәммәһе лә һәм барыһында ла.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ