1 Һеҙ яман эштәрегеҙ һәм гонаһтарығыҙ арҡаһында үле инегеҙ,
Ләкин Ғайса: – Миңә эйәр! Үлеләр үҙ үлеләрен үҙҙәре ерләһен, – тип яуапланы.
Минең улым үлгәйне – хәҙер терелде, юғалғайны – хәҙер табылды», – тип әйткән. Шунан улар күңел аса башлаған.
Был ҡустың үлгәйне – терелде, юғалғайны – табылды. Бына ошо ҡыуаныстан күңел асырға булдыҡ», – тигән.
Ҡараҡ ул урлау, үлтереү һәм һәләк итеү өсөн генә килә. Мин иһә уларға тормош, тулы мәғәнәһендә тормош бирергә килдем.
Ғайса уға: – Мин – юл, хәҡиҡәт һәм тормош. Минең аша үтеп кенә Атам янына барып була.
Ата, үлгәндәрҙе терелтеп, уларға ғүмер биргән кеүек, Улы ла кемгә теләй, шуға ғүмер бирә.
Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Алла Улының тауышын ишеткәс, үлеләр тереләсәк ваҡыт етеп килә һәм ул килеп етте лә инде!
Сөнки тормош биреүсе Рух ҡануны һине Ғайса Мәсих аша гонаһ һәм үлем ҡанунынан азат итте.
Изге Яҙмала былай тип яҙылған бит: «Тәүге кеше – Әҙәм – тере йән эйәһе булды». Ә һуңғы Әҙәм – тормош биреүсе Рухҡа эйә булды.
Бөтөн нәмәлә беҙҙе Мәсих мөхәббәте йөрөтә, сөнки беҙ, бер Кеше бөтөнөһө өсөн үлгән икән, тимәк, бөтөнөһө лә үлде, тип ышанғанбыҙ.
Уларҙың, үҙһүҙле һәм бәғерһеҙ булғанлыҡтан, аңдары томаланған. Улар Алланы белмәй, белергә лә теләмәй һәм Алла тарафынан бирелгән тормоштан ситләтелгән.
ә яҡтылыҡта асылған бар нәмә үҙе үк яҡтылыҡ. Шуның өсөн дә: «Йоҡоға талған кеше, уян һәм үленән терел! Һине Мәсих балҡытыр!» – тип әйтелгән.
Һеҙ гонаһтарығыҙ һәм сөннәтле булмауығыҙ арҡаһында үле инегеҙ, ә Алла, бөтөн гонаһтарыбыҙҙы кисереп, һеҙҙе Мәсих менән бергә терелтте.
Ә кәйеф-сафа менән генә көн иткәне йәшәһә лә, улар тереләй үле инде.
Беҙ үлемдән тормошҡа күскәнебеҙҙе беләбеҙ, сөнки имандаштарыбыҙҙы яратабыҙ. Яратмаған кеше үлем хакимлығында тора.
Сардистағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Үҙендә ете йондоҙ һәм Алланың ете Рухы булған Зат былай ти: Һинең эштәреңде беләм – һинең турала тереһең тип әйтәләр, ләкин һин үле.