Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ефестарға 1:8 - Инжил

8 Алла беҙгә был мәрхәмәтен барлыҡ зирәклек һәм аҡыл менән бергә мул итеп бирҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

8 Алла беҙгә был мәрхәмәтен бар зирәклек һәм аҡыл менән бергә мул итеп бирҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ефестарға 1:8
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әҙәм Улы килде, һәр береһе кеүек ашай ҙа, эсә лә, ә улар: «Бына күрегеҙ, ул ашамһаҡ, эскесе, һалым йыйыусыларҙың һәм гонаһ ҡылыусыларҙың дуҫы!» – ти. Әммә Алла зирәклегенең хаҡлығы ҡылған эштәренән күренә.


Алланың байлығы, зирәклеге һәм белеме ни тиклем тәрән! Уның ҡарарҙары аҡылға һыймаҫлыҡ һәм юлдары аңламаҫлыҡ!


Тик Алланың мәрхәмәт бүләген гонаһ менән сағыштырып булмай. Берәүҙең гонаһы күптәрҙе үлемгә дусар итә икән, ул саҡта Алланың мәрхәмәте лә, бер Кешенең – Ғайса Мәсихтең мәрхәмәте менән бирелгән бүләк күптәр өсөн бигерәк тә сағыштырғыһыҙ дәрәжәлә ҙур була.


Беҙ Алланың донъя яратылғансы уҡ даныбыҙ хаҡына билдәләнгән йәшерен, серле зирәклеге тураһында вәғәзләйбеҙ.


Һәммәһен дә Үҙ ниәте һәм ихтыяры менән Булдырыусы Алла, Үҙенең маҡсаты буйынса алдан билдәләп, беҙҙе Мәсих аша вариҫтары итеп ҡуйҙы.


Беҙ Мәсихтә Уның ҡаны аша йолоп алынабыҙ, гонаһтарыбыҙ кисерелә. Бының менән Алла сикһеҙ мәрхәмәтен күрһәтте.


Ул, Мәсих аша тормошҡа ашырырға ҡарар иткән ниәте буйынса, беҙгә Үҙ ихтыярының серен асты.


Был ниәт буйынса имандаштар берҙәмлеге аша күктәге етәкселәр менән хакимдарға Уның күп яҡлы зирәклеге мәғлүм булыр.


Мәсихтә зирәклек менән белемдең бөтөн хазиналары йәшеренгән.


Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша беҙҙе Ҡотҡарыусыбыҙ берҙән-бер Аллаға дан, мөһабәтлек, ҡөҙрәт һәм хакимлыҡ донъя яратылғансы уҡ та, хәҙер ҙә мәңге булһын. Амин.


Улар яңғырауыҡлы тауыш менән былай тине: – Салынған Бәрәс ҡөҙрәт һәм байлыҡ, тәрән аҡыл һәм ҡеүәт, хөрмәт һәм дан, һәм дә маҡтау алырға лайыҡлы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ