Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ефестарға 1:23 - Инжил

23 Берҙәмлек иһә – Мәсихтең тәне, бөтөн нәмәлә лә бар нәмәне тултырып тороусы Мәсихтең тулылығы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

23 Берҙәмлек иһә – Мәсихтең тәне, бөтөн нәмәлә лә бар нәмәне тултырып тороусы Мәсихтең тулылығы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ефестарға 1:23
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Уның мәрхәмәт байлығынан беҙ барыбыҙ ҙа мәрхәмәт өҫтөнә мәрхәмәт алдыҡ.


Шуға күрә хакимлыҡ итеүселәргә яза алыуҙан ҡурҡып ҡына түгел, ә выжданың ҡушыуы буйынса буйһонорға кәрәк.


Ғәмәлдәр төрлө, әммә уларҙың һәммәһе лә беҙҙә бер үк Алла аша эш итә.


Бөтөн нәмә Мәсихкә буйһондоролғас, Улы ла бар нәмәне Үҙенә буйһондорған Аллаға буйһонасаҡ. Шулай итеп, Алла бөтөн нәмәлә бар буласаҡ.


Ғайса Мәсих арҡысаҡтағы үлеме менән арағыҙҙағы дошманлыҡты юҡҡа сығарып, ике яҡты ла бер тәндә Алла менән татыулаштырҙы.


Был ниәт буйынса имандаштар берҙәмлеге аша күктәге етәкселәр менән хакимдарға Уның күп яҡлы зирәклеге мәғлүм булыр.


Ул иң түбәнгә төштө, ләкин, Үҙе менән бөтөн ғаләмде тултырыу өсөн, бар күктәрҙән дә юғарыраҡ күтәрелде.


Алланың изге халҡын хеҙмәт итеүгә әҙерләү, Мәсих тәнен – имандаштар берҙәмлеген – үҫтереү өсөн эшләне Ул быны.


Был төҙөлөш бөтөнөбөҙ ҙә иманда һәм Алла Улын танып белеүҙә берҙәм булғанға тиклем дауам итәсәк. Шулай итеп, беҙ барыбыҙ ҙа рухи яҡтан камиллашҡан һәм булмышыбыҙ менән Мәсих кимәленә еткән кешеләр булырбыҙ.


Алла һеҙҙе саҡырған өмөт бер генә булған кеүек, һеҙ бөтөнөгөҙ бер тән һәм Рух та бер.


Әле мин һеҙҙең хаҡҡа кисергән михнәттәремә һөйөнәм һәм Мәсихтең, Үҙенең тәне булған берҙәмлек хаҡына кисергән ғазаптарын үҙемдең тәнемдә тулыландырам.


Ул Мәсихтең, тимәк, тәндең Башын тотмай. Ә бөтөн тән Баштан башлана һәм быуындары, тарамыштары менән үҙ-ара беркетелеп, нығытылып, Алла ҡушыуы буйынса үҫә.


Шуға күрә инде йәһүд булмағандар һәм йәһүдтәр ҙә, сөннәтлеләр һәм сөннәтһеҙҙәр ҙә, вәхшиҙәр һәм скифтар ҙа, ҡолдар һәм иреклеләр ҙә юҡ – әммә Мәсих һәммәһе лә һәм барыһында ла.


Йөрәктәрегеҙҙә Мәсих именлеге хакимлыҡ итһен. Һеҙ, бер тәндең ағзалары булып, тап ошо именлеккә саҡырылдығыҙ ҙа инде. Рәхмәтле булығыҙ!


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ