Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ефестарға 1:10 - Инжил

10 Уның ниәте шулай: билдәләнгән ваҡыт еткәс, күктәрҙә һәм ерҙә булғандарҙың бөтөнөһөн дә Мәсихтә берләштереү.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

10 Уның ниәте шулай: билдәләнгән ваҡыт еткәс, күктәрҙә һәм ерҙә булғандарҙың бөтөнөһөн дә Мәсихтә берләштереү.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ефестарға 1:10
29 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Уның ҡаршыһына барлыҡ халыҡтар килтереләсәк. Ул, һарыҡтарҙы кәзә тәкәләренән айырған көтөүсе һымаҡ, кешеләрҙе икегә айырыр;


– Ваҡыт етте, Алла Батшалығы яҡынлашты! Тәүбәгә килегеҙ һәм Һөйөнөслө Хәбәргә ышанығыҙ! – тине Ул.


Был хәлдәрҙең барыһы ла башҡаларға һабаҡ булһын өсөн эшләнгән, һәм беҙҙе, ахырызаман яҡынлашҡан саҡта йәшәгәндәрҙе, иҫкәртеп яҙылған.


Әммә мин һәр ирҙең Башы – Мәсих, ҡатындың башы – ир, ә Мәсихтең Башы Алла икәнлеген белеүегеҙҙе теләйем.


Әммә, билдәләнгән ваҡыт еткәс, Алла беҙгә Үҙенең Улын ебәрҙе, Ул иһә ҡатын-ҡыҙҙан тыуған һәм ҡанунға буйһонған.


Алла бөтөн нәмәне лә Мәсихтең аяҡ аҫтына һалды, Уны бөтөн нәмәнән өҫтөн итеп, имандаштар берҙәмлегенә баш итеп ҡуйҙы.


Ҡанун әмерҙәрен һәм ҡағиҙәләрен ғәмәлдән сығарҙы. Ул, именлек урынлаштырып, ике төркөмдән Үҙендә яңы бер халыҡ булдырҙы.


Күктә һәм ерҙә булған һәр ғаилә үҙенә йәшәйеште лә, исемде лә Унан ала.


Һеҙгә хеҙмәт итеү өсөн, миңә Алла мәрхәмәте менән бирелгән вазифам тураһында ишеткәнһегеҙҙер.


Күктә һәм ерҙә булған, күренгән һәм күренмәгән нәмәләрҙең барыһын да Ул Үҙе яратҡан: етәксе көстәр ҙә, ҡеүәттәр ҙә, башлыҡтар ҙа, хакимдар ҙа – бөтөнөһө лә Уның аша һәм Уның өсөн яратылған.


Уның арҡысаҡта түгелгән ҡаны аша тыныслыҡ урынлаштырып, ерҙә һәм күктә булған бөтә нәмәне Уның аша Үҙе менән татыулаштырыуҙы ҡулай күрҙе.


Шуға күрә инде йәһүд булмағандар һәм йәһүдтәр ҙә, сөннәтлеләр һәм сөннәтһеҙҙәр ҙә, вәхшиҙәр һәм скифтар ҙа, ҡолдар һәм иреклеләр ҙә юҡ – әммә Мәсих һәммәһе лә һәм барыһында ла.


Әммә был һуңғы көндәрҙә Ул бөтөн нәмәнең вариҫы итеп ҡуйған һәм Уның аша бар ғаләмде бар иткән Үҙенең Улы аша һөйләне.


Был кешеләр бары тик беҙҙең менән генә камиллыҡҡа өлгәшһен өсөн, Алла беҙҙең өсөн яҡшыраҡ бер нәмә ниәтләгән.


Уларҙа ашау-эсеү, төрлө йыуыныу йолалары ғына күҙҙә тотола, былар – тышҡы яҡты ғына иҫәпкә алған ҡағиҙәләр һәм яңы тәртип урынлаштырғансы ғына үҙ көсөнә эйә була.


Ул донъя яратылғансы уҡ һайланғайны, әммә һеҙҙең өсөн һуңғы ваҡытта ғына асылды.


Улар яңы йыр йырланы: – Һин яҙыу төргәген алырға, уның мисәттәрен ҡуптарырға лайыҡлыһың. Сөнки Һин ҡорбан итеп салындың, Үҙеңдең ҡаның менән һәр ҡәбиләнән һәм телдән, халыҡтан һәм милләттән кешеләрҙе Алла өсөн һатып алдың.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ