Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Асылыш 7:9 - Инжил

9 Шунан һуң ҡараным да бихисап күп халыҡты күрҙем. Уларҙы һис кем һанап сыға алмаҫ ине. Һәр милләттән һәм ҡәбиләнән, һәр халыҡтан һәм телдән сыҡҡан был кешеләр аҡ кейем кейеп, ҡулдарына хөрмә ботаҡтары тотоп, тәхет һәм Бәрәс алдында баҫып торалар ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

9 Шунан һуң ҡараным да бихисап күп халыҡты күрҙем. Уларҙы һис кем һанап сыға алмаҫ ине. Һәр милләттән һәм ҡәбиләнән, һәр халыҡтан һәм төрлө телдәрҙә һөйләшеүселәрҙән сыҡҡан был кешеләр аҡ кейем кейеп, ҡулдарына хөрмә ботаҡтары тотоп, тәхет һәм Бәрәс алдында баҫып торалар ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Асылыш 7:9
41 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Был ваҡытта меңәрләгән кеше йыйылған, улар бер-береһен ҡыҫырыҡлаған. Ғайса иң тәүҙә Үҙенең шәкерттәренә мөрәжәғәт итеп һүҙ башлаған: – Фарисейҙар әсеткеһенән, йәғни ике йөҙлөлөктән һаҡ булығыҙ.


Шулай булғас, һәр ваҡыт уяу булығыҙ һәм, буласаҡ бәлә-ҡазаларға түҙерлек һәм Әҙәм Улы ҡаршыһында торорлоҡ көсөгөҙ булһын өсөн, доға ҡылығыҙ.


хөрмә ағасы ботаҡтары тотоп Уны ҡаршыларға сыҡты һәм: – «Осанна! Раббы исеме менән Килеүсе, Израиль Батшаһы мөбәрәк булһын!» – тип ҡысҡырҙы.


Имандаштар, үҙегеҙҙе булғанынан аҡыллыраҡ һанамаһын өсөн, был серҙең һеҙҙән йәшерен ҡалыуын теләмәйем. Йәһүд булмағандарҙың Алланы ҡабул иткән өлөшө тулы һанға еткәнгә тиклем Израилдең бер өлөшө тиҫкәреләнеүен дауам итер.


Ҡара көндәрҙә дошманға ҡаршылыҡ күрһәтеп, бөтөнөһөн еңгәнгә тиклем бирешмәҫ өсөн, Алла ҡоралдарының бөтөн төрҙәренә кейенегеҙ.


Шуның өсөн дә бер генә кеше, ҡарыуы ҡайтҡан булһа ла, күктәге йондоҙҙар һәм диңгеҙ ярындағы ҡом бөртөгөндәй иҫәпһеҙ-һанһыҙ тоҡом биргән.


Ә бит һеҙ Сион тауына, мәңге тере Алла ҡалаһына – күктәге Иерусалимға һәм иҫәпһеҙ-һанһыҙ фәрештәләргә килдегеҙ.


Етенсе фәрештә борғоһон ҡысҡыртты һәм күктә: – Донъя өҫтөнән хәҙер Раббыбыҙ һәм Уның Мәсихе батшалыҡ итә башланы. Ул мәңгенән-мәңгегә батшалыҡ итәсәк! – тигән көслө тауыштар яңғыраны.


Ҡалала ҡәһәрләнгән бер генә нәмә лә булмаясаҡ, унда Алланың һәм Бәрәстең тәхете торасаҡ, ә Уның ҡолдары Уға хеҙмәт итәсәк.


Һиңә Минән байыр өсөн утта таҙартылған алтын, яланғаслығыңдың мәсхәрәһе асылмаһын өсөн кейергә аҡ кейем һәм күҙҙәрең күрһен өсөн һөртөргә күҙ майы һатып алырға кәңәш итәм.


Тәхетте уратып егерме дүрт тәхет тора, ул тәхеттәрҙә аҡ кейемле, баштарына алтын таж кейгән егерме дүрт аҡһаҡал ултыра.


Мин йән эйәләре һәм аҡһаҡалдар тәхете тирәһендә бик күп фәрештәләр күрҙем. Улар меңәр тапҡыр меңәр, иҫәпһеҙ-хисапһыҙ күп ине.


Улар яңы йыр йырланы: – Һин яҙыу төргәген алырға, уның мисәттәрен ҡуптарырға лайыҡлыһың. Сөнки Һин ҡорбан итеп салындың, Үҙеңдең ҡаның менән һәр ҡәбиләнән һәм телдән, халыҡтан һәм милләттән кешеләрҙе Алла өсөн һатып алдың.


Шунан уларҙың һәр береһенә аҡ кейем бирелде һәм улар кеүек үк үлтереләсәк хеҙмәттәштәренең һәм имандаштарының һаны тулғанға тиклем тағы бер аҙ тыныс ҡына көтөргә ҡушылды.


Завулон нәҫеленән ун ике мең; Йософ нәҫеленән ун ике мең; Вениамин нәҫеленән ун ике мең кеше.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ