Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Асылыш 7:17 - Инжил

17 Тәхет уртаһындағы Бәрәс уларға Көтөүсе булыр, тереклек һыуы булған шишмәләргә алып барыр, Алла иһә уларҙың күҙендәге һәр йәш бөртөгөн һөртөр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

17 Тәхет уртаһындағы Бәрәс уларға Көтөүсе булыр, тере һыулы шишмәләргә алып барыр, Алла уларҙың күҙендәге һәр тамсы йәште һөртөр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Асылыш 7:17
42 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

ә Мин биргән һыуҙы эскән кеше бер ҡасан да һыуһамаҫ. Мин биргән һыу ул кешелә мәңгелек тормошҡа аға торған шишмәгә әүереләсәк.


– Әфәндем, – тине ҡатын, – Һинең бит һоҫоп алырға һауытың юҡ, ә ҡоҙоҡ тәрән. Тере һыуҙы ҡайҙан алырһың икән?


Шунан һуң фәрештә миңә Алланың һәм Бәрәстең тәхетенән ағып сыҡҡан, кристалл һымаҡ ялтырап торған тереклек һыуы йылғаһын күрһәтте.


Алла уларҙың күҙҙәрендәге һәр йәш бөртөгөн һөртәсәк. Үлем дә, ҡайғы-хәсрәт тә, һыҡтау ҙа, ауырыу ҙа башҡаса булмаясаҡ, сөнки элеккеләр үтте инде.


Ул миңә тағы былай тине: – Ғәмәлгә ашты! Мин – Альфа һәм Омега, Башы һәм Аҙағы. Мин һыуһағанға тереклек һыуы шишмәһенән бушлай һыу эсерәм.


Мин – яҡшы көтөүсе: яҡшы көтөүсе һарыҡтары өсөн йәнен фиҙа ҡыла.


Мин – яҡшы көтөүсе. Ата – Мине, Мин Атаны таныған кеүек, Мин Үҙемдең һарыҡтарымды таныйым, улар Мине таный. Мин һарыҡтарым өсөн ғүмеремде бирәм.


Шунан һуң мин дүрт йән эйәһе уратып алған тәхет һәм аҡһаҡалдар араһында торған Бәрәсте күрҙем. Ул салынған һымаҡ ине. Уның ете мөгөҙө һәм ете күҙе бар. Былары иһә – Алланың бөтөн ергә ебәрелгән ете рухы.


«Эй, Йәһүҙиәләге Вифлеем, һин Йәһүҙә хакимдары араһында иң бәләкәсе түгел, сөнки һинән Юлбашсы сығасаҡ. Ул Минең Израиль халҡымдың Көтөүсеһе буласаҡ».


– Раббы Аллабыҙ, Һин дан, хөрмәт һәм ҡөҙрәт ҡабул итергә лайыҡлыһың, сөнки бар нәмәне Һин яраттың, барыһы ла Һинең ихтыярың менән бар ителде һәм булды.


үҙегеҙҙәге ышанып тапшырылған Алла көтөүен мәжбүриҙән түгел, ә үҙ теләгегеҙ менән, Алла ихтыяры буйынса, хурлыҡлы табыш артынан ҡыумайынса, ә күңел ҡушҡанса тырышлыҡ, хәстәрлек менән көтөгөҙ.


Шулай итеп, үҙегеҙ һәм Изге Рух һеҙҙе көтөүсе итеп ҡуйған көтөү тураһында ҡайғыртығыҙ. Үҙ Улының ҡаны аша Алла Үҙенеке иткән берҙәмлеккә көтөүселәр булығыҙ.


Хәсрәтлеләр бәхетле, сөнки уларҙы йыуатырҙар.


Ғайса: – Әгәр ҙә һин Алла бүләгенең нимә икәнен һәм үҙеңдән: «Миңә эсергә һыу бир әле», – тип һораусының кем икәнлеген белһәң, үҙең Унан һорар инең һәм Ул һиңә тере һыу бирер ине, – тип яуапланы.


Улар – бер тапҡыр ҙа ҡатын-ҡыҙ менән булмаған, шул арҡала сафлыҡтарын һаҡлап ҡалған кешеләр. Улар Бәрәс ҡайҙа барһа, Уның артынан шунда барыусылар. Улар барлыҡ кешелек араһынан ҡотҡарып алынды һәм Аллаға һәм Бәрәскә беренселәрҙән булып бағышланды,


Ҡалала мин Алла Йортон күрмәнем, сөнки был ҡаланың Алла Йорто – сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Алла Үҙе һәм Бәрәс.


Ҡала ҡояштың һәм айҙың яҡтыртыуына мохтаж түгел, сөнки Алланың даны уны яҡтырта һәм уның яҡтыртҡысы – Бәрәс.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ