Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Асылыш 6:9 - Инжил

9 Бәрәс бишенсе мисәтте ҡуптарып алғас, ҡорбан килтереү урыны аҫтында Алла һүҙе һәм дә биргән шаһитлыҡтары өсөн үлтерелгәндәрҙең йәндәрен күрҙем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

9 Бәрәс бишенсе мисәтте ҡуптарып алғас, ҡорбан усағы аҫтында Алла һүҙе һәм дә биргән шаһитлыҡтары өсөн үлтерелгәндәрҙең йәндәрен күрҙем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Асылыш 6:9
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һеҙҙе ғибәҙәтханаларҙан айырырҙар. Хатта шундай ваҡыт килер: һеҙҙе үлтергән һәр кем, Аллаға шуның менән хеҙмәт итәм, тип уйлар.


Ҡабатлайым, ышаныс менән йәшәйбеҙ һәм, тәндән сыға һалып, тиҙерәк Раббы янына урынлашырға теләйбеҙ.


Мин ике юл сатында торам. Был донъяны ҡалдырып, Мәсих менән бергә булырға тигән теләгем бар, һәм был күпкә яҡшыраҡ.


Ҡорбан булараҡ Аллаға тәҡдим ителгән иманығыҙға һәм хеҙмәтегеҙгә өҫтәп хатта үҙ йәнемде бирһәм дә, мин ҡыуанам һәм бөтөнөгөҙ менән дә ҡыуанысымды уртаҡлашам.


Шулай итеп, Раббыбыҙ тураһында шаһитлыҡ биреүҙән дә, Уның хаҡына тотҡон булған минән дә оялма; ә минең менән бергә Һөйөнөслө Хәбәр хаҡына Алланың көс-ҡеүәтенә таянып ғазаплан.


Минең ҡаным оҙаҡламай ҡорбан булып түгелер, был донъянан китер ваҡытым етте.


Һеҙ Алла кешеләренең – исемдәре күктә яҙылып ҡуйылған беренсе тыуған балаларҙың шатлыҡлы тантаналы йыйылышына, бөтөнөһөнөң Хөкөмдары булған Аллаға, камиллаштырылған тәҡүә кешеләрҙең рухтарына,


Яхъя, Алла һүҙе һәм Ғайса Мәсих биргән шаһитлыҡ хаҡында – үҙе күргәндәрҙең барыһы тураһында шаһитлыҡ ҡыла.


Мин, Яхъя, Ғайсаныҡы булып һеҙҙең менән бергә ғазап сигеүҙәрҙе, Батшалыҡты һәм сыҙамлыҡты уртаҡлашыусы имандашығыҙ, Алла һүҙе һәм Ғайса хаҡында шаһитлыҡ иткәнем өсөн Патмос тип аталған утрауҙа булдым.


Ут өҫтөнән хакимлығы булған тағы бер фәрештә ҡорбан килтереү урынынан сыҡты. Ул үткер урағы булған фәрештәгә көслө тауыш менән: – Үҙеңдең үткер урағыңды ал да ер өҫтөндәге йөҙөм тәлгәштәрен йый, сөнки уның емештәре өлгөрҙө, – тип ҡысҡырҙы.


Мин ҡорбан килтереү урыны яғынан тауыш ишеттем: – Эйе, сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Алла, Һинең хөкөмдәрең хаҡ һәм ғәҙел.


Шунан һуң мин, баш эйер өсөн, уның аяҡтарына йығылдым, әммә ул миңә былай тине: – Ҡара уны, улай эшләмә! Мин һинең һәм Ғайса тураһында шаһитлыҡ ҡылған имандаштарыңдың хеҙмәттәше. Аллаға баш эй! Ғайса хаҡындағы шаһитлыҡ Алла хәбәрен иғлан итеүселәрҙе рухландыра бит.


Һинең ҡайҙа йәшәүеңде беләм – унда Иблис тәхете тора. Һин Миңә булған иманыңда ныҡ тораһың. Һеҙҙә, Иблис йәшәгән ерҙә, тоғро шаһитым Антипа үлтерелгән көндәрҙә лә Миңә булған иманыңдан ваз кисмәнең.


Унан һуң мин тәхеттәр һәм унда ултырыусыларҙы күрҙем. Уларға хөкөм итергә хоҡуҡ бирелгәйне. Ғайса хаҡында шаһитлыҡ иткәндәре һәм Алла һүҙе өсөн баштары киҫелгән, януарға һәм уның һынына табынмаған, маңлайҙарына һәм ҡулдарына уның тамғаһын һалдырмаған кешеләрҙең йәндәрен күрҙем. Улар үленән терелеп торҙолар ҙа, мең йыл буйы Мәсих менән бергә батшалыҡ иттеләр.


Тағы бер фәрештә ҡулына хуш еҫле сайыр һалынған алтындан яһалған төтәҫләү һауыты тотоп, тәхет алдындағы төтәҫләү урынына килеп баҫты. Унда, Алланың бөтөн изгеләренең доғалары менән бергә хуш еҫле сайырҙы һалды.


Алтынсы фәрештә борғо ҡысҡыртты – Алла алдында торған, алтындан яһалған ҡорбан килтереү урынының дүрт мөгөҙөнән сыҡҡан бер тауыш ишеттем.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ