Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Асылыш 5:8 - Инжил

8 Ул яҙыу төргәген алғас, дүрт йән эйәһе һәм егерме дүрт аҡһаҡал Бәрәс алдына йөҙтүбән ҡоланы. Уларҙың һәр береһендә арфа һәм хуш еҫтәр ҡушылмаһы – йәғни изгеләрҙең доғалары тултырылған алтын кәсә ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

8 Ул төргәк китапты алғас, дүрт йән эйәһе һәм егерме дүрт аҡһаҡал Бәрәс алдына йөҙтүбән ҡоланы. Уларҙың һәр береһендә арфа һәм хуш еҫтәр ҡушылмаһы – йәғни изгеләрҙең доғалары тултырылған алтын туҫтаҡ ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Асылыш 5:8
27 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Икенсе көндө Яхъя, үҙенә табан килгән Ғайсаны күреп: – Бына донъяның гонаһын Үҙ өҫтөнә аласаҡ Алла Бәрәсе! – тине.


Йәнә, донъяға Үҙенең тәү тыуған Улын килтергәндә, Алла: «Алланың бөтөн фәрештәләре Уға баш эйһен», – ти.


Салынған Бәрәстең Тормош китабына донъя яратылғанға тиклем исемдәре яҙылған ерҙә йәшәгәндәрҙең һәммәһе лә ошо януарға баш эйәсәк.


Мин ут менән быяла ҡатнашҡан диңгеҙ һымаҡ нәмәне күрҙем. Быяла диңгеҙ өҫтөндә януарҙың үҙен, уның һынын һәм исеменең һанын еңеп сығыусылар тора ине, ҡулдарына Алланың арфаларын тотҡайнылар.


Дүрт йән эйәһенең береһе ете фәрештәгә мәңгенән-мәңгегә йәшәүсе Алланың ярһыуы тулы ете алтын кәсә бирҙе.


Шул ваҡыт егерме дүрт аҡһаҡал һәм дүрт йән эйәһе йөҙтүбән ҡапланып: – Амин! Раббыны маҡтағыҙ! – тип, тәхеттә ултырыусы Аллаға баш эйҙеләр.


егерме дүрт аҡһаҡал, тәхет алдына йөҙтүбән ҡапланып, мәңгенән-мәңгегә Йәшәүсегә табыналар һәм, таждарын тәхет алдына һалып ҡуйып, былай тиҙәр:


Тәхетте уратып егерме дүрт тәхет тора, ул тәхеттәрҙә аҡ кейемле, баштарына алтын таж кейгән егерме дүрт аҡһаҡал ултыра.


Тәхет ҡаршыһында кристаллға оҡшаған быяла диңгеҙ һымаҡ нәмә бар. Тәхеттең тирә-яғында дүрт йән эйәһе тора. Уларҙы алдан да, арттан да бик күп күҙҙәр ҡаплап алғайны.


Һәр йән эйәһенең дә алтышар ҡанаты бар, бөтөн яғынан да – эсенән дә, тышынан да күҙҙәр менән ҡапланған. Улар көнөн дә, төнөн дә тынғы белмәй: – Изге, изге, изге! Булған, Бар һәм Киләсәк сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Алла! – тип ҡабатлайҙар.


Мин йән эйәләре һәм аҡһаҡалдар тәхете тирәһендә бик күп фәрештәләр күрҙем. Улар меңәр тапҡыр меңәр, иҫәпһеҙ-хисапһыҙ күп ине.


Улар яңғырауыҡлы тауыш менән былай тине: – Салынған Бәрәс ҡөҙрәт һәм байлыҡ, тәрән аҡыл һәм ҡеүәт, хөрмәт һәм дан, һәм дә маҡтау алырға лайыҡлы.


Дүрт йән эйәһе: – Амин, – тиҙәр ине, аҡһаҡалдар иһә йөҙтүбән ҡапланып сәждә ҡылдылар.


Шунан һуң мин дүрт йән эйәһе уратып алған тәхет һәм аҡһаҡалдар араһында торған Бәрәсте күрҙем. Ул салынған һымаҡ ине. Уның ете мөгөҙө һәм ете күҙе бар. Былары иһә – Алланың бөтөн ергә ебәрелгән ете рухы.


Унан һуң мин Бәрәстең мисәттәрҙең береһен ҡуптарыуын күрҙем һәм йән эйәләренең береһенең күк күкрәгәндәй тауыш менән: – Кил! – тип әйтеүен ишеттем.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ