4 Яҙыу төргәген асырға һәм эсен ҡарарға лайыҡлы кеше табылмағанға мин бик ныҡ иланым.
4 Уны асырға һәм эсен ҡарарға лайыҡлы кеше табылмағанға мин бик ныҡ иланым.
Шунан һуң күрәм: ана күктә ишек асыҡ һәм унан әлеге борғонан сыҡҡандай көслө тауыш миңә былай тине: – Бында күтәрел. Мин һиңә ошоларҙан һуң булырға тейешле нәмәләрҙе күрһәтермен.
Әммә күктә лә, ерҙә лә, ер аҫтында ла был яҙыу төргәген бер кем дә аса һәм эсен ҡарай алманы.
Шунда аҡһаҡалдарҙың береһе миңә былай тине: – Илама. Бына, Йәһүҙә нәҫеленән булған Арыҫлан, Дауыт тамырынан үҫеп сыҡҡан Һабаҡ еңеп сыҡты, яҙыу төргәгенең ете мисәтен ҡуптарып, уны аса алыр.