Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Асылыш 5:12 - Инжил

12 Улар яңғырауыҡлы тауыш менән былай тине: – Салынған Бәрәс ҡөҙрәт һәм байлыҡ, тәрән аҡыл һәм ҡеүәт, хөрмәт һәм дан, һәм дә маҡтау алырға лайыҡлы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

12 Улар яңғырауыҡлы тауыш менән былай тине: – Салынған Бәрәс ҡөҙрәт һәм байлыҡ, тәрән аҡыл һәм ҡеүәт, хөрмәт һәм дан, һәм дә маҡтау алырға лайыҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Асылыш 5:12
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ғайса уларға яҡынлашып, былай тине: – Күктә лә, ерҙә лә бөтөн хакимлыҡ Миңә бирелде.


Икенсе көндө Яхъя, үҙенә табан килгән Ғайсаны күреп: – Бына донъяның гонаһын Үҙ өҫтөнә аласаҡ Алла Бәрәсе! – тине.


Ул Һин ышанып тапшырған кешеләргә мәңгелек тормош бирһен тип, Уға барлыҡ кешеләр өҫтөнән хакимлыҡ бирҙең бит.


Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең мәрхәмәтен беләһегеҙ: һеҙ Уның фәҡирлеге аша байыһын өсөн, Ул бай булһа ла, һеҙҙең хаҡҡа фәҡир булды.


Мәңгелек Батшаға, үлемһеҙ, күҙгә күренмәҫ, берҙән-бер Аллаға мәңгенән мәңгегә хөрмәт һәм дан! Амин.


һәм беҙҙе батшалыҡ итергә һәм руханиҙар булып Аллаға – Үҙенең Атаһына хеҙмәт итергә ҡуйған Ғайсаға мәңгенән-мәңгегә дан һәм ҡөҙрәт булһын. Амин.


Салынған Бәрәстең Тормош китабына донъя яратылғанға тиклем исемдәре яҙылған ерҙә йәшәгәндәрҙең һәммәһе лә ошо януарға баш эйәсәк.


Улар Алла ҡоло Мусаның һәм Бәрәстең йырын йырлайҙар ине: – Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Алла! Һинең эштәрең бөйөк һәм ғәжәп. Халыҡтар Батшаһы, Һинең юлдарың ғәҙел һәм хаҡ.


Бынан һуң мин күктән өндәшкән бик ҙур халыҡ төркөмөнән сыҡҡандай көслө тауыш ишеттем. Тауыш былай тине: – Раббыны маҡтағыҙ! Ҡотолоу ҙа, дан да, ҡөҙрәт тә Аллабыҙҙыҡы!


– Раббы Аллабыҙ, Һин дан, хөрмәт һәм ҡөҙрәт ҡабул итергә лайыҡлыһың, сөнки бар нәмәне Һин яраттың, барыһы ла Һинең ихтыярың менән бар ителде һәм булды.


Күктә һәм ерҙә, ер аҫтында һәм диңгеҙҙә барлыҡ яратылғандарҙы курзем һәм унда булған бөтөн нәмәнең: – Тәхеттә Ултырыусыға һәм Бәрәскә маҡтау, хөрмәт, дан һәм ҡөҙрәт мәңгенән-мәңгегә булһын, – тип әйтеүҙәрен ишеттем.


Шунан һуң мин дүрт йән эйәһе уратып алған тәхет һәм аҡһаҡалдар араһында торған Бәрәсте күрҙем. Ул салынған һымаҡ ине. Уның ете мөгөҙө һәм ете күҙе бар. Былары иһә – Алланың бөтөн ергә ебәрелгән ете рухы.


Ул яҙыу төргәген алғас, дүрт йән эйәһе һәм егерме дүрт аҡһаҡал Бәрәс алдына йөҙтүбән ҡоланы. Уларҙың һәр береһендә арфа һәм хуш еҫтәр ҡушылмаһы – йәғни изгеләрҙең доғалары тултырылған алтын кәсә ине.


Улар яңы йыр йырланы: – Һин яҙыу төргәген алырға, уның мисәттәрен ҡуптарырға лайыҡлыһың. Сөнки Һин ҡорбан итеп салындың, Үҙеңдең ҡаның менән һәр ҡәбиләнән һәм телдән, халыҡтан һәм милләттән кешеләрҙе Алла өсөн һатып алдың.


Унан һуң мин Бәрәстең мисәттәрҙең береһен ҡуптарыуын күрҙем һәм йән эйәләренең береһенең күк күкрәгәндәй тауыш менән: – Кил! – тип әйтеүен ишеттем.


Улар: – Амин! Аллабыҙға маҡтау һәм дан, тәрән аҡыл һәм рәхмәт, хөрмәт, ҡөҙрәт һәм ҡеүәт мәңгенән-мәңгегә булһын! Амин, – тинеләр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ