Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Асылыш 4:2 - Инжил

2 Шул мәлдә үк мине рух солғап алды. Һәм бына мин күктә торған тәхетте һәм тәхеттә Ултырыусыны күрҙем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 Шул мәлдә үк мине рух солғап алды. Бына мин күктә торған тәхетте һәм тәхеттә Ултырыусыны күрҙем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Асылыш 4:2
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Ә нисек Дауыт, Изге Рух тәьҫире аҫтында булып, Мәсихте Хужам тип атай ала? Ул бит:


Һеҙгә һөйләгәндәребеҙҙең иң мөһиме – беҙҙең шундай Баш Руханийыбыҙ бар, Ул күктәрҙә Мөһабәт Алланың тәхетенең уң яғына ултырған.


Раббы көнөндә мине Изге Рух солғап алды һәм артымда борғонан сыҡҡандай көслө тауыш ишеттем.


Ҡатын бөтөн халыҡтар өҫтөнән тимер таяҡ менән хакимлыҡ итергә тейешле ир бала тыуҙырҙы. Баланы тартып алып Аллаға һәм Уның тәхете янына алып киттеләр.


Мине Рух солғап алды, һәм фәрештә мине сүллеккә күсерҙе. Унда мин ҡып-ҡыҙыл януар өҫтөндә ултырған ҡатынды күрҙем. Януар ете башлы һәм ун мөгөҙлө ине һәм Алланы хурлаған исемдәр менән ҡапланғайны.


Шул ваҡыт егерме дүрт аҡһаҡал һәм дүрт йән эйәһе йөҙтүбән ҡапланып: – Амин! Раббыны маҡтағыҙ! – тип, тәхеттә ултырыусы Аллаға баш эйҙеләр.


Унан һуң мин ҙур аҡ тәхетте һәм унда Ултырыусыны күрҙем. Уның ҡарашынан ер менән күк ҡасты, уларға урын табылманы.


Мине рух солғап алды, һәм фәрештә үҙемде ҙур һәм бейек тауға күсерҙе. Шунда миңә күктән, Алланан төшөүсе ҡаланы, изге Иерусалимды күрһәтте.


Тәхеттә Ултырыусы былай тине: – Бына, Мин бар нәмәне лә яңы итеп яһайым. Шунан миңә өндәште: – Яҙып ҡуй, сөнки был һүҙҙәр ышаныслы һәм хаҡ.


Мин дә еңдем һәм Атам менән бергә Уның тәхетенә ултырҙым, шуның кеүек, еңгән кешегә Үҙем янынан тәхеттән урын бирермен.


егерме дүрт аҡһаҡал, тәхет алдына йөҙтүбән ҡапланып, мәңгенән-мәңгегә Йәшәүсегә табыналар һәм, таждарын тәхет алдына һалып ҡуйып, былай тиҙәр:


Тәхет яғынан йәшен йәшнәй, гөрһөлдәгән һәм күк күкрәгән тауыштар килә. Ә тәхет алдында Алланың ете рухы булған ете яҡтыртҡыс янып тора.


Йән эйәләре тәхеттә Ултырыусыға, мәңгенән-мәңгегә Йәшәүсегә дан, хөрмәт һәм рәхмәт белдергән һайын,


Унан һуң мин тәхеттә Ултырыусының уң ҡулында эске яҡтан да, тышҡы яҡтан да яҙылған, ете мисәт һуғылған яҙыу төргәге күрҙем.


Күктә һәм ерҙә, ер аҫтында һәм диңгеҙҙә барлыҡ яратылғандарҙы курзем һәм унда булған бөтөн нәмәнең: – Тәхеттә Ултырыусыға һәм Бәрәскә маҡтау, хөрмәт, дан һәм ҡөҙрәт мәңгенән-мәңгегә булһын, – тип әйтеүҙәрен ишеттем.


Улар ҡаяларға һәм таштарға былай тип өндәштеләр: – Өҫтөбөҙгә ауып төшөгөҙ һәм беҙҙе тәхеттә Ултырыусының йөҙөнән һәм Бәрәстең нәфрәтенән йәшерегеҙ!


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ