Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Асылыш 3:8 - Инжил

8 Һинең эштәреңде беләм, бына Мин һинең алдыңда ишек астым һәм уны һис кем яба алмаясаҡ. Беләм, һинең көсөң аҙ, әммә Минең һүҙемде тоттоң, исемемдән ваз кисмәнең.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

8 Һинең эштәреңде беләм, бына Мин һинең алдыңда ишек астым һәм уны һис кем яба алмаясаҡ. Беләм, һинең көсөң аҙ, әммә Минең һүҙемде тоттоң, исемемдән ваз кисмәнең.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Асылыш 3:8
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ә кем кешеләр алдында Минән ваз кисә, Алла фәрештәләре алдында унан ваз кисер.


«Хеҙмәтсе үҙенең хужаһынан ҙурыраҡ түгел», – тигән һүҙҙәремде хәтерләгеҙ. Мине эҙәрләгәндәр икән, һеҙҙе лә эҙәрләрҙәр. Минең һүҙемде тотһалар, һеҙҙекен дә тоторҙар.


Һин донъянан алып Миңә тапшырған кешеләргә Һинең исемеңде асып бирҙем. Улар Һинеке ине, Һин уларҙы Миңә бирҙең. Улар Һинең һүҙеңде тотто һәм


Улар, Антиохияға ҡайтып еткәс, имандаштар берҙәмлеген йыйып, Алланың үҙҙәре аша ниҙәр ҡылғанын, Уның йәһүд булмағандарға иман ишеген асҡанын – бөтәһен дә һөйләп бирҙеләр.


сөнки был ҡалала, Һөйөнөслө Хәбәргә ҡаршылар күп булһа ла, хеҙмәт итеүгә ишектәр киң асыҡ.


Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләргә тип Троада ҡалаһына килгәс, Раббы миңә ишектәрен асып ҡуйған булһа ла,


Мин үҙемә ҡеүәт биреүсе Ғайса Мәсих аша барыһын да булдыра алам.


Мәсихтең сере тураһында хәбәр итеү өсөн Алла беҙгә ишек асһын тип, беҙҙең хаҡҡа ла доға ҡылығыҙ, мин шул хәбәр өсөн тотҡонлоҡтамын.


Берәйһе үҙенең яҡындары һәм бигерәк тә ғаилә ағзалары тураһында хәстәрлек күрмәй икән, тимәк, ул иманынан ваз кискән, ул иманһыҙҙан да яманыраҡ.


Мин яҡшы көрәш алып барҙым, аҙағына тиклем был юлды үтеп, иманымды һаҡланым;


Арағыҙға һиҙҙермәй генә ҡайһы бер аллаһыҙ кешеләр килеп инде. Улар, үҙҙәренең аҙғынлыҡтарын аҡлау өсөн, Аллабыҙҙың мәрхәмәтен боҙоп күрһәтә һәм шуның менән берҙән-бер Хакимыбыҙ һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте инҡар итә. Уларҙың хөкөм ителәсәге Изге Яҙмала күптән инде әйтелгән.


Һинең ҡайҙа йәшәүеңде беләм – унда Иблис тәхете тора. Һин Миңә булған иманыңда ныҡ тораһың. Һеҙҙә, Иблис йәшәгән ерҙә, тоғро шаһитым Антипа үлтерелгән көндәрҙә лә Миңә булған иманыңдан ваз кисмәнең.


Эштәреңде, ауыр хеҙмәтеңде, сыҙамлылығыңды һәм яуыз әҙәмдәрҙе яратмағаныңды беләм. Һин, Мәсих илсеһе булмаһалар ҙа, үҙҙәрен илсе тип атағандарҙы һынап, уларҙы ялғансы тип таптың.


«Тиҙҙән Мин киләсәкмен! Был китаптың пәйғәмбәрлек һүҙҙәрен тотоусы бәхетле».


Сардистағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Үҙендә ете йондоҙ һәм Алланың ете Рухы булған Зат былай ти: Һинең эштәреңде беләм – һинең турала тереһең тип әйтәләр, ләкин һин үле.


Сыҙамлыҡ кәрәклеге тураһында Минең әйткән һүҙҙәремде һаҡлап тотҡанға күрә, ерҙә йәшәүселәрҙе һынар өсөн бөтөн Йыһанға киләсәк һынауҙан Мин дә һине һаҡлап ҡалырмын.


Эштәреңде беләм, һин һалҡын да, ҡайнар ҙа түгел, их, әгәр һин һалҡын йәки ҡайнар булһаң!


Филадельфиялағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Изге һәм Хаҡ, ҡулында Дауыт батша асҡысы булған Зат – Ул асһа, бер кем яба алмаясаҡ, япһа, бер кем аса алмаясаҡ – былай ти:


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ