Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Асылыш 3:7 - Инжил

7 Филадельфиялағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Изге һәм Хаҡ, ҡулында Дауыт батша асҡысы булған Зат – Ул асһа, бер кем яба алмаясаҡ, япһа, бер кем аса алмаясаҡ – былай ти:

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

7 Филаделфеялағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Ҡулында Дауыт асҡысы булған Изге һәм Хаҡ Зат – Ул асһа, бер кем яба алмаясаҡ, япһа, бер кем аса алмаясаҡ – былай ти:

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Асылыш 3:7
38 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Мин һиңә Күктәр Батшалығының асҡыстарын бирермен. Һин ерҙә тыйғанды күктә Алла тыясаҡ, ә ерҙә рөхсәт иткәнеңде Алла күктә рөхсәт итәсәк.


Күк менән ер юҡҡа сығыр, әммә Минең һүҙҙәрем юҡҡа сыҡмаясаҡ.


– Назаралы Ғайса, һиңә беҙҙән нимә кәрәк? Беҙҙе һәләк итергә килдеңме? Һинең кем икәнлегеңде беләм. Һин – Алланың Изгеһе! – тип ҡысҡырҙы.


Ул бик бөйөк булыр һәм Аллаһы Тәғәләнең Улы тип аталыр. Раббы Алла Уға ата-бабаһы Дауыттың тәхетен бирер.


– Эй, назаралы Ғайса, һиңә беҙҙән нимә кәрәк? Беҙҙе һәләк итергә килдеңме? Һинең кем икәнлегеңде беләм. Һин – Алланың Изгеһе! – тип ҡысҡырған.


Ғайса уға: – Мин – юл, хәҡиҡәт һәм тормош. Минең аша үтеп кенә Атам янына барып була.


Һеҙ Изгенән һәм Хаҡ булғандан ваз кистегеҙ һәм кеше үлтереүсене иреккә сығарыуҙы һоранығыҙ.


Беҙ Алла Улының килгәнен һәм хәҡиҡи Алланы таныр өсөн беҙгә аң биргәнен беләбеҙ. Һәм беҙ хәҡиҡи Аллала, Уның Улы Ғайса Мәсихтә. Ул – хәҡиҡи Алла һәм мәңгелек тормош.


– Күргәндәреңдең барыһын да китап итеп яҙып, имандаштарҙың ете берҙәмлегенә ебәр: Ефесҡа ла, Смирнаға ла, Пергамға ла, Фиатираға ла, Сардисҡа ла, Филадельфияға ла, Лаодикияға ла, – тине ул.


һәм Теремен. Үлгәйнем, әле бына мәңгенән-мәңгегә йәшәйем. Үлем һәм үлеләр донъяһы асҡыстары Минең ҡулымда.


Улар Алла ҡоло Мусаның һәм Бәрәстең йырын йырлайҙар ине: – Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Алла! Һинең эштәрең бөйөк һәм ғәжәп. Халыҡтар Батшаһы, Һинең юлдарың ғәҙел һәм хаҡ.


Мин ҡорбан килтереү урыны яғынан тауыш ишеттем: – Эйе, сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Алла, Һинең хөкөмдәрең хаҡ һәм ғәҙел.


Мин күктең асылыуын күрҙем. Унда аҡ ат бар ине һәм уның өҫтөндәге һыбайлыһын Тоғро һәм Хаҡ тип атайҙар ине. Уның хөкөм итеүе һәм һуғыш алып барыуы ғәҙел.


Уның хөкөмдәре хаҡ һәм ғәҙел, сөнки Ул үҙенең фәхешлеге менән ерҙе боҙоҡлоҡҡа килтергән бөйөк фәхишәне хөкөм итте һәм Үҙ ҡолдарының ҡаны өсөн унан үс алды.


Ефестағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Уң ҡулында ете йондоҙ Тотоусы һәм ете алтын шәмдәл араһында Йөрөүсе былай ти:


Тәхеттә Ултырыусы былай тине: – Бына, Мин бар нәмәне лә яңы итеп яһайым. Шунан миңә өндәште: – Яҙып ҡуй, сөнки был һүҙҙәр ышаныслы һәм хаҡ.


Лаодикиялағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Амин тип аталған Зат, тоғро һәм хаҡ Шаһит, Алла булдырған нәмәләрҙең Сығанағы, былай ти:


Һәр йән эйәһенең дә алтышар ҡанаты бар, бөтөн яғынан да – эсенән дә, тышынан да күҙҙәр менән ҡапланған. Улар көнөн дә, төнөн дә тынғы белмәй: – Изге, изге, изге! Булған, Бар һәм Киләсәк сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Алла! – тип ҡабатлайҙар.


Улар яңы йыр йырланы: – Һин яҙыу төргәген алырға, уның мисәттәрен ҡуптарырға лайыҡлыһың. Сөнки Һин ҡорбан итеп салындың, Үҙеңдең ҡаның менән һәр ҡәбиләнән һәм телдән, халыҡтан һәм милләттән кешеләрҙе Алла өсөн һатып алдың.


Улар яңғырауыҡлы тауыш менән: – Һин, изге һәм хаҡ Хаким, ерҙә йәшәүселәрҙе хөкөм итмәүең һәм ҡаныбыҙ өсөн үс алмауың ҡасанға ҡәҙәр дауам итер икән? – тинеләр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ