Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Асылыш 3:5 - Инжил

5 Еңгән һәр кеше аҡ кейем кейәсәк һәм Мин уның исемен тормош китабынан һыҙмаясаҡмын, Атам һәм Уның фәрештәләре алдында уның исемен танырмын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

5 Еңгән кеше аҡ кейем кейәсәк, һәм Мин уның исемен тормош китабынан һыҙмаясаҡмын, Атам һәм Уның фәрештәләре алдында уның исемен танырмын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Асылыш 3:5
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шулай итеп, Мине кешеләр алдында ҡабул иткән һәр кемде Мин дә Күктәге Атам алдында ҡабул итермен.


Әммә шаҡшы рухтарҙың һеҙгә буйһоноуына түгел, ә исемдәрегеҙҙең күктә яҙылыуына шатланығыҙ.


Һеҙгә әйтәм: Мине кешеләр алдында ҡабул иткән һәр кемде Әҙәм Улы ла Алла фәрештәләре алдында ҡабул итер.


Тоғро көрәштәшем, һинән дә үтенеп һорайым, минең менән, шулай уҡ Климент һәм исемдәре тормош китабына яҙылған башҡа хеҙмәттәштәрем менән Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләү хаҡына көрәшкән ошо ҡатындарға ярҙам ит.


Һеҙҙе тура юлдан тайпылыуҙан һаҡлай алыусы һәм Үҙенең даны алдына пак килеш һәм ҙур ҡыуаныс менән килтерә алыусы


Салынған Бәрәстең Тормош китабына донъя яратылғанға тиклем исемдәре яҙылған ерҙә йәшәгәндәрҙең һәммәһе лә ошо януарға баш эйәсәк.


Һин күргән януар бар ине, хәҙер ул юҡ. Әммә ул тиҙҙән упҡындан күтәрелеп сығасаҡ һәм һәләкәткә барасаҡ. Донъя яратылғандан бирле исемдәре тормош китабына яҙылмаған кешеләр, януарҙы күреп ғәжәпләнәсәктәр, сөнки ул бар ине, хәҙер юҡ һәм йәнә буласаҡ.


Кәләшкә кейер өсөн ялтырап торған нәфис аҡ етен туҡыманан таҙа кейем бирелде. Аҡ етен – изге кешеләрҙең тәҡүә эштәре ул.


Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен. Еңеүсе икенсе үлемдән бер ниндәй ҙә зыян күрмәҫ».


Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен. Еңеүсегә Мин Алла ожмахында булған тереклек ағасынан ауыҙ итергә мөмкинлек бирәсәкмен».


Мин тәхет ҡаршыһында тороусы үлгәндәрҙе, бөйөк һәм ябай кешеләрҙе күрҙем. Китаптарҙы астылар. Аҙаҡтағы бер китап – тормош китабы – асылды. Китаптарҙа яҙылғанса, үлгәндәр үҙ эштәренә ҡарап хөкөм ителде.


Исеме тормош китабында табылмаған һәр кем шул утлы күлгә ырғытылды.


Ҡалаға һис бер бысраҡлыҡ та, әшәкелек, ялғанлыҡ ҡылыусылар ҙа инмәйәсәк, унда исемдәре Бәрәстең тормош китабында яҙылғандар ғына инәсәк.


Әгәр берәйһе был пәйғәмбәрлек китабының һүҙҙәренең берәйһен төшөрөп ҡалдырһа, Алла был китапта яҙылған тереклек ағасынан һәм изге ҡаланан ул кешенең өлөшөн төшөрөп ҡалдырыр.


Еңеүсене Мин Аллам йортоноң бағанаһы итеп ҡуйырмын һәм ул инде унан сыҡмаҫ. Уның өҫтөнә Алламдың исемен һәм күктән, Алламдан төшәсәк ҡаланың – Иерусалимдың яңы исемен һәм Үҙемдең яңы исемемде яҙырмын.


Әйткәндәй, һинең Сардиста кейемдәрен бысратмаған бер нисә кешең бар, улар Минең менән аҡ кейем кейеп йөрөйәсәк, сөнки быға лайыҡтар.


Шунан уларҙың һәр береһенә аҡ кейем бирелде һәм улар кеүек үк үлтереләсәк хеҙмәттәштәренең һәм имандаштарының һаны тулғанға тиклем тағы бер аҙ тыныс ҡына көтөргә ҡушылды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ