Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Асылыш 3:14 - Инжил

14 Лаодикиялағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Амин тип аталған Зат, тоғро һәм хаҡ Шаһит, Алла булдырған нәмәләрҙең Сығанағы, былай ти:

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Лаодикеялағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Амин тип аталған Зат, тоғро һәм хаҡ Шаһит, Алла булдырған нәмәләрҙең Сығанағы, былай ти:

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Асылыш 3:14
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Күҙгә күренмәҫ Алла Мәсих ҡиәфәтендә күҙгә күренде. Ул яратылған бөтөн тереклектәрҙән дә алдараҡ бар ине.


Ул – тәндең башы, тән иһә – Уға инаныусылар берҙәмлеге. Ул – бөтөн нәмәлә лә беренсе булыу өсөн башланғыс, үлеләрҙән тәүге булып терелгән.


Сөнки Алла тарафынан бирелгән бөтә вәғәҙәләр Ғайса Мәсихтә – «эйе» тип раҫлана. Шуға күрә Алланы данлау өсөн беҙ әйтә торған «амин» да Уның аша әйтелә.


Филадельфиялағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Изге һәм Хаҡ, ҡулында Дауыт батша асҡысы булған Зат – Ул асһа, бер кем яба алмаясаҡ, япһа, бер кем аса алмаясаҡ – былай ти:


Мин – Альфа һәм Омега, Тәүгеһе һәм Һуңғыһы, Башы һәм Аҙағы.


Мин күктең асылыуын күрҙем. Унда аҡ ат бар ине һәм уның өҫтөндәге һыбайлыһын Тоғро һәм Хаҡ тип атайҙар ине. Уның хөкөм итеүе һәм һуғыш алып барыуы ғәҙел.


Артабан фәрештә миңә былай тине: – Был һүҙҙәр ышаныслы һәм хаҡ. Пәйғәмбәрҙәренә Изге Рух биреүсе Раббы Аллаһы, тиҙҙән ни булырын күрһәтеү өсөн, ҡолдарына Үҙенең фәрештәһен ебәрҙе.


Ул миңә тағы былай тине: – Ғәмәлгә ашты! Мин – Альфа һәм Омега, Башы һәм Аҙағы. Мин һыуһағанға тереклек һыуы шишмәһенән бушлай һыу эсерәм.


– Күргәндәреңдең барыһын да китап итеп яҙып, имандаштарҙың ете берҙәмлегенә ебәр: Ефесҡа ла, Смирнаға ла, Пергамға ла, Фиатираға ла, Сардисҡа ла, Филадельфияға ла, Лаодикияға ла, – тине ул.


Ефестағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Уң ҡулында ете йондоҙ Тотоусы һәм ете алтын шәмдәл араһында Йөрөүсе былай ти:


Был хатты уҡығас, уны Лаодикиялағы берҙәмлеккә лә тапшырығыҙ, унда ла уҡыһындар. Лаодикияға ебәрелгән хатты иһә үҙегеҙ ҙә уҡығыҙ.


Һеҙҙең һәм Лаодикиялағы имандаштар хаҡына, шулай уҡ мине йөҙгә белмәгәндәр хаҡына ниндәй көрәш алып барыуымды белеүегеҙҙе теләйем.


Бар нәмә Һүҙ аша яратылған, һәм яратылған бер нәмә лә Унан башҡа барлыҡҡа килмәгән.


Ғайса уларға: – Үҙ хаҡымда Үҙем шаһитлыҡ ҡылһам да, әйткәндәрем ысын, сөнки Мин ҡайҙан килеп ҡайҙа барыуымды беләм, ә һеҙ Минең ҡайҙан килеп ҡайҙа барыуымды белмәйһегеҙ, – тип яуап бирҙе. –


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ