Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Асылыш 22:9 - Инжил

9 Әммә ул миңә былай тине: – Ҡара уны, былай эшләмә. Мин һинең, пәйғәмбәр имандаштарыңдың һәм был китап һүҙҙәрен тотоусыларҙың хеҙмәттәшемен. Һин Аллаға баш эйергә тейешһең.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

9 Әммә ул миңә былай тине: – Ҡара уны, былай эшләмә! Мин – һинең, пәйғәмбәр имандаштарыңдың һәм был китап һүҙҙәрен тотҡандарҙың хеҙмәттәшемен. Аллаға баш эй!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Асылыш 22:9
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Әгәр алдыма йөҙ түбән ятып миңә табынһаң, быларҙың барыһын да Һиңә бирәм, – тине.


Шулай итеп, әгәр Һин миңә табынһаң, барыһы ла Һинеке булыр, – тигән ул.


Беҙ Алла Улының килгәнен һәм хәҡиҡи Алланы таныр өсөн беҙгә аң биргәнен беләбеҙ. Һәм беҙ хәҡиҡи Аллала, Уның Улы Ғайса Мәсихтә. Ул – хәҡиҡи Алла һәм мәңгелек тормош.


Был, күпмелер ваҡыттан ниҙәр булырға тейешлеген үҙенең ҡолдарына күрһәтеү өсөн, Алланың Ғайса Мәсихкә биргән асылышы. Ул, быларҙың барыһын да хәбәр итергә, фәрештәһен Үҙенең ҡоло Яхъяға ебәрҙе.


– Күргәндәреңдең барыһын да китап итеп яҙып, имандаштарҙың ете берҙәмлегенә ебәр: Ефесҡа ла, Смирнаға ла, Пергамға ла, Фиатираға ла, Сардисҡа ла, Филадельфияға ла, Лаодикияға ла, – тине ул.


Ул көслө тауыш менән: – Алланан ҡурҡығыҙ һәм Уны данлағыҙ, сөнки Уның хөкөм сәғәте килде. Күкте лә, ерҙе, диңгеҙҙе, һыу сығанаҡтарын да Булдырыусыға табынығыҙ! – тине.


Раббы! Һинән кем ҡурҡмаҫ та, исемеңде кем данламаҫ? Тик Һин генә изгеһең, бөтөн халыҡтар килерҙәр ҙә Һинең алдыңда табынырҙар. Һинең ғәҙел эштәрең асылды.


Шунан һуң мин, баш эйер өсөн, уның аяҡтарына йығылдым, әммә ул миңә былай тине: – Ҡара уны, улай эшләмә! Мин һинең һәм Ғайса тураһында шаһитлыҡ ҡылған имандаштарыңдың хеҙмәттәше. Аллаға баш эй! Ғайса хаҡындағы шаһитлыҡ Алла хәбәрен иғлан итеүселәрҙе рухландыра бит.


Шунан ул миңә былай тине: – Был китаптың пәйғәмбәрлек һүҙҙәрен мисәт аҫтына йәшермә, сөнки ваҡыт яҡын.


Был пәйғәмбәрлек китабының һүҙҙәрен ишетеүсегә шаһитлыҡ ҡылам: әгәр берәйһе берәй нәмә өҫтәһә, Алла ул кешегә был китапта яҙылған бәлә-ҡазаларҙы өҫтәр.


«Тиҙҙән Мин киләсәкмен! Был китаптың пәйғәмбәрлек һүҙҙәрен тотоусы бәхетле».


егерме дүрт аҡһаҡал, тәхет алдына йөҙтүбән ҡапланып, мәңгенән-мәңгегә Йәшәүсегә табыналар һәм, таждарын тәхет алдына һалып ҡуйып, былай тиҙәр:


Ошо бәлә-ҡазаларҙан үлмәй ҡалған кешеләр иһә үҙҙәре ҡылған эштәргә тәүбә итмәне. Улар шаҡшы рухтарға һәм күрә лә, ишетә лә, йөрөй ҙә алмаған алтын, көмөш, баҡыр, таш һәм ағас һындарға табыныуҙан ваз кисмәне.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ