Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Асылыш 22:6 - Инжил

6 Артабан фәрештә миңә былай тине: – Был һүҙҙәр ышаныслы һәм хаҡ. Пәйғәмбәрҙәренә Изге Рух биреүсе Раббы Аллаһы, тиҙҙән ни булырын күрһәтеү өсөн, ҡолдарына Үҙенең фәрештәһен ебәрҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

6 Артабан фәрештә миңә былай тине: – Был һүҙҙәр ышаныслы һәм хаҡ. Пәйғәмбәрҙәренә Изге Рух биреүсе Раббы Алла, тиҙҙән ни булырын күрһәтеү өсөн, ҡолдарына Үҙенең фәрештәһен ебәрҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Асылыш 22:6
26 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Был, күпмелер ваҡыттан ниҙәр булырға тейешлеген үҙенең ҡолдарына күрһәтеү өсөн, Алланың Ғайса Мәсихкә биргән асылышы. Ул, быларҙың барыһын да хәбәр итергә, фәрештәһен Үҙенең ҡоло Яхъяға ебәрҙе.


Тәхеттә Ултырыусы былай тине: – Бына, Мин бар нәмәне лә яңы итеп яһайым. Шунан миңә өндәште: – Яҙып ҡуй, сөнки был һүҙҙәр ышаныслы һәм хаҡ.


Фәрештә миңә былай тине: – Яҙып ҡуй: Бәрәстең туй мәжлесенә саҡырылғандар бәхетле. Тағы былай тине: – Был һүҙҙәр – Алланың хаҡ һүҙҙәре.


Сөнки пәйғәмбәрлек һүҙе бер ҡасан да кеше ихтыяры менән әйтелмәне, кешеләр Алланан килгән хәбәрҙе Изге Рухтан рухланып һөйләне.


Алла Үҙ Мәсихенең ғазап сигәсәге тураһында барса пәйғәмбәрҙәр аша алдан әйткән хәбәрен шулай тормошҡа ашырҙы.


Был турала Ул бик күп йылдар элек Үҙенең изге пәйғәмбәрҙәре аша әйткәйне.


Күк, уның хаҡында шатлан, изгеләр, илселәр, пәйғәмбәрҙәр, шатланығыҙ, сөнки Алла уны һеҙҙе хөкөм иткән яза менән хөкөм итте.


Элекке ваҡыттарҙа изге пәйғәмбәрҙәр тарафынан алдан әйтелгән һүҙҙәрҙе, Раббыбыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙҙың илселәрегеҙ аша тапшырылған әмерен иҫегеҙҙә тотоғоҙ.


Унан тыш, бөтәбеҙҙең дә ерҙә беҙҙе тәрбиәләгән атайҙарыбыҙ бар ине, улар беҙҙе тәртипкә өйрәтте, һәм беҙ уларҙы ихтирам иттек. Күктәге рухи Атабыҙға иһә тағы ла нығыраҡ буйһонорға тейеш түгелбеҙме ни? Был буйһоноу беҙгә йәшәү бирә бит.


Алла был Һөйөнөслө Хәбәрҙе Үҙенең пәйғәмбәрҙәре аша Изге Яҙмаларҙа алдан уҡ вәғәҙә иткән.


«Тиҙҙән Мин киләсәкмен! Был китаптың пәйғәмбәрлек һүҙҙәрен тотоусы бәхетле».


Пәйғәмбәрҙәрҙең рухтары пәйғәмбәрҙәргә буйһона,


Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләрен ебәрер, улар, Уның Батшалығынан гонаһҡа этәреүселәрҙең һәм яуызлыҡ ҡылыусыларҙың бөтәһен айырып алып,


Ҡанундың һәм пәйғәмбәрҙәрҙең заманы Яхъя килгәнгә тиклем булды, шунан бирле Алла Батшалығы тураһында Һөйөнөслө Хәбәр вәғәз ителә һәм һәр кем унда инергә ҙур тырышлыҡ һала.


ә һеҙгә, яфа сигеүселәргә, беҙҙең менән бергә шатлыҡ бүләк итер. Был Раббы Ғайса күктән Үҙенең ҡеүәтле фәрештәләре менән ут ялҡынында килгәнендә һәм Алланы һанға һуҡмаған, Раббы Ғайса тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәргә ҡолаҡ һалмаған кешеләрҙе язаға тарттырғанында булыр.


Имандаштар, һеҙгә шуны әйтәм: ваҡыт аҙ ҡалды, шулай булғас, бынан ары ҡатынлылар ҡатынһыҙ кеүек,


Шул ваҡыт Петр иҫенә килде: – Хәҙер мин ысынлап та беләм: Раббы Үҙенең фәрештәһен ебәргән. Ул мине Ирод ҡулынан һәм йәһүд халҡы күрергә теләгән язанан ҡотҡарҙы, – тип уйланы.


Шунан һуң күрәм: ана күктә ишек асыҡ һәм унан әлеге борғонан сыҡҡандай көслө тауыш миңә былай тине: – Бында күтәрел. Мин һиңә ошоларҙан һуң булырға тейешле нәмәләрҙе күрһәтермен.


Минең эргәмә һуңғы ете бәлә-ҡаза менән тулы ете кәсә тотҡан ете фәрештәнең береһе килде лә: «Кил, мин һиңә кәләште, Бәрәстең ҡатынын күрһәтәм», – тине.


Шунан һуң фәрештә миңә Алланың һәм Бәрәстең тәхетенән ағып сыҡҡан, кристалл һымаҡ ялтырап торған тереклек һыуы йылғаһын күрһәтте.


Мин, Ғайса, былар хаҡында Алла берҙәмлектәренә шаһитлыҡ итер өсөн һеҙгә Үҙемдең фәрештәмде ебәрҙем. Мин – Дауыт тамырынан һәм нәҫеленән үҫеп сыҡҡан Һабаҡ, яҡты таң йондоҙомон».


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ