Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Асылыш 22:1 - Инжил

1 Шунан һуң фәрештә миңә Алланың һәм Бәрәстең тәхетенән ағып сыҡҡан, кристалл һымаҡ ялтырап торған тереклек һыуы йылғаһын күрһәтте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 Шунан һуң фәрештә миңә Алланың һәм Бәрәстең тәхетенән ағып сыҡҡан, гәлсәр һымаҡ ялтырап торған тере һыу йылғаһын күрһәтте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Асылыш 22:1
30 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әгәр ҙә Алла Уның аша Үҙ бөйөклөгөндә күрһәтелгән икән, Ул Әҙәм Улының бөйөклөгөн Үҙендә күрһәтәсәк, һәм был тиҙ арала буласаҡ.


Мин Атанан һеҙгә Яҡлаусы ебәрәсәкмен. Ул – Атанан сыҡҡан Хәҡиҡәт Рухы – килгәс, Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡыласаҡ.


ә Мин биргән һыуҙы эскән кеше бер ҡасан да һыуһамаҫ. Мин биргән һыу ул кешелә мәңгелек тормошҡа аға торған шишмәгә әүереләсәк.


Шулай итеп, Ул Алланың уң яғына күккә күтәрелде һәм Атаһы вәғәҙә иткән Изге Рухты алып, Уны беҙгә яуҙырҙы. Һеҙ әле тап шуны күрҙегеҙ һәм ишеттегеҙ.


Был, күпмелер ваҡыттан ниҙәр булырға тейешлеген үҙенең ҡолдарына күрһәтеү өсөн, Алланың Ғайса Мәсихкә биргән асылышы. Ул, быларҙың барыһын да хәбәр итергә, фәрештәһен Үҙенең ҡоло Яхъяға ебәрҙе.


Ул ҡала Алла данынан балҡып тора ине. Уның балҡыуы аҫыл таш һәм кристалл кеүек сағыу йәшмәгә оҡшағайны.


Ул миңә тағы былай тине: – Ғәмәлгә ашты! Мин – Альфа һәм Омега, Башы һәм Аҙағы. Мин һыуһағанға тереклек һыуы шишмәһенән бушлай һыу эсерәм.


Минең эргәмә һуңғы ете бәлә-ҡаза менән тулы ете кәсә тотҡан ете фәрештәнең береһе килде лә: «Кил, мин һиңә кәләште, Бәрәстең ҡатынын күрһәтәм», – тине.


Рух та, кәләш тә: «Кил!» – тиҙәр. Быларҙы ишетеүсе лә: «Кил!» – тип әйтһен. Һыуһаған да килһен, теләгән кеше тереклек һыуын бушлай алһын.


Артабан фәрештә миңә былай тине: – Был һүҙҙәр ышаныслы һәм хаҡ. Пәйғәмбәрҙәренә Изге Рух биреүсе Раббы Аллаһы, тиҙҙән ни булырын күрһәтеү өсөн, ҡолдарына Үҙенең фәрештәһен ебәрҙе.


Мин дә еңдем һәм Атам менән бергә Уның тәхетенә ултырҙым, шуның кеүек, еңгән кешегә Үҙем янынан тәхеттән урын бирермен.


Күктә һәм ерҙә, ер аҫтында һәм диңгеҙҙә барлыҡ яратылғандарҙы курзем һәм унда булған бөтөн нәмәнең: – Тәхеттә Ултырыусыға һәм Бәрәскә маҡтау, хөрмәт, дан һәм ҡөҙрәт мәңгенән-мәңгегә булһын, – тип әйтеүҙәрен ишеттем.


Шунан һуң мин дүрт йән эйәһе уратып алған тәхет һәм аҡһаҡалдар араһында торған Бәрәсте күрҙем. Ул салынған һымаҡ ине. Уның ете мөгөҙө һәм ете күҙе бар. Былары иһә – Алланың бөтөн ергә ебәрелгән ете рухы.


Тәхет уртаһындағы Бәрәс уларға Көтөүсе булыр, тереклек һыуы булған шишмәләргә алып барыр, Алла иһә уларҙың күҙендәге һәр йәш бөртөгөн һөртөр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ