Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Асылыш 21:2 - Инжил

2 Мин, кейәүе өсөн әҙерләнеп биҙәнгән кәләш кеүек, күктән, Алланан төшөүсе изге ҡала – яңы Иерусалимды күрҙем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 Мин, кейәүе өсөн әҙерләнеп биҙәнгән кәләштәй күктән, Алланан төшөүсе изге ҡала – яңы Йәрүсәлимде күрҙем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Асылыш 21:2
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Кейәүҙең кәләше бар. Дуҫы ла янында тора һәм, уның тауышын ишетеп, дуҫы ыңғайына ҡыуана. Мин дә быға һөйөнәм, шуға күрә күңелем шатлыҡҡа тулған.


Мин һеҙҙе Алла көнсөллөгө менән көнләшәм. Һеҙҙе бер генә иргә – Мәсихкә йәрәштем, һәм һеҙҙе Уның алдына саф ҡыҙ кеүек килтерергә теләйем.


Ибраһим рәссамы һәм төҙөүсеһе Алла булған нигеҙе ныҡлы ҡаланы көткәне өсөн шулай эшләне.


Әммә улар яҡшыраҡҡа – күктәге төйәгенә ынтыла. Шуға ла Алла уларҙың Аллаһы тип аталыуҙан оялмай – улар өсөн ҡала әҙерләне.


Ә бит һеҙ Сион тауына, мәңге тере Алла ҡалаһына – күктәге Иерусалимға һәм иҫәпһеҙ-һанһыҙ фәрештәләргә килдегеҙ.


Сөнки бында, ерҙә, беҙҙең даими йәшәй торған ҡалабыҙ юҡ, беҙ килә торған ҡаланы көтәбеҙ.


Был, күпмелер ваҡыттан ниҙәр булырға тейешлеген үҙенең ҡолдарына күрһәтеү өсөн, Алланың Ғайса Мәсихкә биргән асылышы. Ул, быларҙың барыһын да хәбәр итергә, фәрештәһен Үҙенең ҡоло Яхъяға ебәрҙе.


Яхъянан имандаштарҙың Асия өлкәһендәге ете берҙәмлегенә: Бар, Булған һәм Киләсәк Зат – Алланан, Уның тәхете алдында тороусы ете рухтан һәм тоғро Шаһит – үленән терелгәндәрҙең иң тәүгеһе булған, ерҙәге батшаларҙың Башлығы Ғайса Мәсихтән һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек булһын. Беҙҙе яратҡан, Үҙенең ҡаны аша гонаһтарыбыҙҙан ҡотолдорған


Мин, Яхъя, Ғайсаныҡы булып һеҙҙең менән бергә ғазап сигеүҙәрҙе, Батшалыҡты һәм сыҙамлыҡты уртаҡлашыусы имандашығыҙ, Алла һүҙе һәм Ғайса хаҡында шаһитлыҡ иткәнем өсөн Патмос тип аталған утрауҙа булдым.


Әммә Алла Йортоноң тышҡы ихатаһын хисапҡа индермә һәм үлсәмә, сөнки ул мәжүсиҙәргә бирелгән. Улар изге ҡаланың урамдарын ҡырҡ ике ай буйы тапап йөрөрҙәр.


Мине рух солғап алды, һәм фәрештә үҙемде ҙур һәм бейек тауға күсерҙе. Шунда миңә күктән, Алланан төшөүсе ҡаланы, изге Иерусалимды күрһәтте.


Минең эргәмә һуңғы ете бәлә-ҡаза менән тулы ете кәсә тотҡан ете фәрештәнең береһе килде лә: «Кил, мин һиңә кәләште, Бәрәстең ҡатынын күрһәтәм», – тине.


Рух та, кәләш тә: «Кил!» – тиҙәр. Быларҙы ишетеүсе лә: «Кил!» – тип әйтһен. Һыуһаған да килһен, теләгән кеше тереклек һыуын бушлай алһын.


Әгәр берәйһе был пәйғәмбәрлек китабының һүҙҙәренең берәйһен төшөрөп ҡалдырһа, Алла был китапта яҙылған тереклек ағасынан һәм изге ҡаланан ул кешенең өлөшөн төшөрөп ҡалдырыр.


Еңеүсене Мин Аллам йортоноң бағанаһы итеп ҡуйырмын һәм ул инде унан сыҡмаҫ. Уның өҫтөнә Алламдың исемен һәм күктән, Алламдан төшәсәк ҡаланың – Иерусалимдың яңы исемен һәм Үҙемдең яңы исемемде яҙырмын.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ