Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Асылыш 2:9 - Инжил

9 Һинең хәсрәттәреңде һәм фәҡирлегеңде беләм, әммә һин бай! Үҙҙәрен йәһүд тип атаусыларҙың һине хурлауҙарын да беләм. Улар йәһүдтәр түгел, ә Иблис йыйыны.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

9 Һинең хәсрәттәреңде һәм фәҡирлегеңде беләм, әммә һин бай! Үҙҙәрен йәһүд тип атаусыларҙың һине хурлауҙарын да беләм. Асылда улар йәһүдтәр түгел, ә Иблис йыйыны.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Асылыш 2:9
29 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Кит, Иблис, – тине Ғайса. – «Раббы Аллаңа табын һәм бары Уға ғына хеҙмәт ит», тип яҙылған.


Үҙе өсөн генә хазина туплаған, әммә Алла алдында бай булмаған һәр кем менән шулай булыр.


Бынан башҡа ла Уға ҡаршы күп мыҫҡыллау һүҙҙәре әйткәндәр.


«Раббының Рухы Минең өҫтөмдә, сөнки Ул Мине майлап, фәҡирҙәргә Һөйөнөслө Хәбәрҙе еткереү өсөн һайланы. Ул Мине әсирҙәргә – азатлыҡ, һуҡырҙарға – күҙе күрә башлауын иғлан итергә, йәберләнгәндәрҙе иреккә сығарырға


Ғайса Үҙенең шәкерттәренә ҡарап былай тигән: – Ярлылар, һеҙ бәхетле, сөнки Алла батшалығы һеҙҙеке,


Мин быны һеҙ Миндә тыныслыҡ тапһын өсөн әйттем. Донъяла һеҙ күп ҡайғылар кисерерһегеҙ, ләкин ҡыйыу булығыҙ: Мин донъяны еңдем!


Шәкерттәрҙең рухын күтәреп, иманда ныҡ торорға өндәнеләр. – Алла Батшалығына инеү күп михнәттәр аша буласаҡ, – тине улар.


Ғибәҙәтхананан-ғибәҙәтханаға йөрөп, күп тапҡырҙар уларҙы язаланым һәм Ғайсаға булған имандарынан баш тарттырырға тырыштым. Асыуым бик көслө булғанлыҡтан, ундайҙарҙы хатта сит ҡалаларҙа ла эҙәрлекләнем.


Үҙегеҙҙә булған өмөткә ҡыуанығыҙ, ҡайғыларҙа ныҡ булығыҙ, арымай-талмай доға ҡылығыҙ.


Бына һин үҙеңде йәһүд тип атайһың, ҡанунға таянаһың һәм Алланы таныуың менән маҡтанаһың,


Бының менән генә түгел, кисергән михнәттәребеҙ өсөн дә ғорурланабыҙ, сөнки михнәттең сыҙамлыҡ тыуҙырғанын беләбеҙ.


Мәсих мөхәббәтенән беҙҙе нимә айыра ала? Ҡайғымы әллә ҡыҫырыҡлауҙар, эҙәрлекләүҙәрме, аслыҡмы әллә яланғаслыҡмы, хәүефме әллә ҡылысмы?


Әммә Алла һүҙе ғәмәлгә ашмай ҡалды тигәнде аңлатмай, сөнки Израилдәгеләрҙең бөтөнөһө лә ысын Израиль кешеһе түгел.


көйөндөрәләр, шулай ҙа һәр ваҡыт һөйөнәбеҙ; ярлыбыҙ, шулай ҙа күптәрҙе байытабыҙ; бер нәмәбеҙ ҙә юҡ, шулай ҙа бөтөн нәмәгә лә эйәбеҙ.


Уларҙың, ауыр һынау ебәрелһә лә, ҡыуаныстары сиктән ашҡан, үтә фәҡирлектә йәшәһәләр ҙә, йомартлыҡтары иҫ киткес.


Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең мәрхәмәтен беләһегеҙ: һеҙ Уның фәҡирлеге аша байыһын өсөн, Ул бай булһа ла, һеҙҙең хаҡҡа фәҡир булды.


Беҙ янығыҙҙа булған саҡта уҡ эҙәрлекләүҙәргә дусар буласағыбыҙ хаҡында әйткәйнек. Белеүегеҙсә, шулай булды ла.


Улар изгелек ҡылһын, яҡшы эштәре менән бай булһын, йомарт һәм үҙҙәрендә булғанды башҡалар менән бүлешергә әҙер торһон.


Мин, Яхъя, Ғайсаныҡы булып һеҙҙең менән бергә ғазап сигеүҙәрҙе, Батшалыҡты һәм сыҙамлыҡты уртаҡлашыусы имандашығыҙ, Алла һүҙе һәм Ғайса хаҡында шаһитлыҡ иткәнем өсөн Патмос тип аталған утрауҙа булдым.


Һинең ҡайҙа йәшәүеңде беләм – унда Иблис тәхете тора. Һин Миңә булған иманыңда ныҡ тораһың. Һеҙҙә, Иблис йәшәгән ерҙә, тоғро шаһитым Антипа үлтерелгән көндәрҙә лә Миңә булған иманыңдан ваз кисмәнең.


Эштәреңде, ауыр хеҙмәтеңде, сыҙамлылығыңды һәм яуыз әҙәмдәрҙе яратмағаныңды беләм. Һин, Мәсих илсеһе булмаһалар ҙа, үҙҙәрен илсе тип атағандарҙы һынап, уларҙы ялғансы тип таптың.


Фиатирала йәшәгән башҡаларға иһә шуны әйтәм: һеҙгә, был тәғлимәтте тотмаған һәм „Иблистең тәрән серҙәре“ тип аталған нәмәләргә төшөнөп тормағандарға, бынан башҡа ауырлыҡ һалмам.


Иблис йыйынынан булғандар, үҙҙәрен йәһүд тип атағандар менән – асылда улар йәһүд түгел, ә ялғансылар – Мин уларҙы аяғыңа йығылырға мәжбүр итермен һәм шул саҡта улар һине һөйгәнемде белерҙәр.


Мин уға: – Һин беләһең, әфәндем, – тинем. Ул миңә былай тине: – Улар оло ҡайғы-хәсрәт кисереп килгәндәр. Кейемдәрен Бәрәстең ҡаны менән йыуып ағартҡандар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ