Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Асылыш 2:23 - Инжил

23 Уның балаларын үлем менән юҡҡа сығарасаҡмын. Шул саҡта уй-тойғоларымды һынап, Белеүсе булыуымды бөтөн берҙәмлектәрҙә лә белерҙәр. Барығыҙға ла эшегеҙгә ҡарата тейешлеһен бирермен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

23 Уның балаларын үлем менән юҡҡа сығарасаҡмын. Шул саҡта кешенең уй-тойғоларын һынағанымды бөтә берҙәмлектәрҙә лә белерҙәр. Барығыҙға ла эшегеҙгә ҡарата тейешлеһен бирермен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Асылыш 2:23
39 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләре менән Атаһының балҡып торған шөһрәтендә килер һәм һәр кемгә ғәмәленә ҡарап әжерен бирер.


Ғайса уларға былай тигән: – Һеҙ кешеләр алдында үҙегеҙҙе хаҡ итеп күрһәтәһегеҙ, әммә Алла һеҙҙең күңелегеҙҙә ни ятҡанын белә. Кешеләр юғары баһалаған нәмә – Алла өсөн ерәнес.


һәм өсөнсө тапҡыр ҙа унан: – Яхъя улы Симон! Һин Мине ныҡ яҡын күрәһеңме? – тип һораны. Петр Уның: «Һин Мине ныҡ яҡын күрәһеңме?» тип өсөнсө тапҡыр һорауына көйөнөп: – Раббым! Һиңә бөтәһе лә билдәле. Һин миңә ни тиклем яҡын икәнлегеңде лә беләһең, – тип яуап бирҙе. Ғайса уға йәнә: – Минең һарыҡтарымды ашатып тор, – тине. –


Ғайса уға: – Бар, иреңде саҡырып кил, – тине.


– Раббыбыҙ! Һин һәр береһенең йөрәгендә ни ятҡанын беләһең. Йәһүҙә үҙенә тейеш булған урынға китте инде. Ул ҡалдырған вазифаны һәм илселекте ҡабул итеү өсөн Һин был икәүҙең ҡайһыһын һайлаған булһаң, шуны күрһәт, – тип доға ҡылдылар.


Шулай итеп, һәр беребеҙ үҙе тураһында Алла алдында хисап тотасаҡ.


Йөрәктәрҙе үтә күреүсе Алла өсөн Рухтың уйҙары асыҡ, сөнки Рух, Алла ихтыяры буйынса, Уның изге халҡы өсөн Уға үтенә.


Сөнки тәндә ваҡытта яҡшылыҡ эшләһәк тә, яманлыҡ ҡылһаҡ та, ҡылғандарыбыҙға күрә һәр береһе үҙенә тейеште алыу өсөн, бөтөнөбөҙ ҙә Мәсихтең хөкөмө алдына килергә тейеш буласаҡбыҙ.


Һәр кем үҙ йөгөн үҙе күтәрергә тейеш бит.


Яратылған бер генә йән эйәһе лә Алла күҙенән йәшеренә алмай. Уның өсөн бөтә нәмә асыҡ һәм нисек булһа, шулай күренә. Шуға ла беҙ Уның алдында яуап тоторға тейешбеҙ.


Һәр кемде эшенә ҡарап тигеҙ күргән Хөкөм итеүсене доға ҡылғанда Атам тип атайһығыҙ икән, был ерҙә килмешәк булып йәшәгән саҡта ғүмер юлығыҙҙы ҡурҡыу ҡатыш хөрмәт менән үтегеҙ.


Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен. Еңеүсе икенсе үлемдән бер ниндәй ҙә зыян күрмәҫ».


Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен. Еңеүсегә Мин Алла ожмахында булған тереклек ағасынан ауыҙ итергә мөмкинлек бирәсәкмен».


Мин тәхет ҡаршыһында тороусы үлгәндәрҙе, бөйөк һәм ябай кешеләрҙе күрҙем. Китаптарҙы астылар. Аҙаҡтағы бер китап – тормош китабы – асылды. Китаптарҙа яҙылғанса, үлгәндәр үҙ эштәренә ҡарап хөкөм ителде.


Диңгеҙ үҙендә булған үлгәндәрҙе бирҙе. Үлем һәм үлеләр донъяһы ла үҙендә булған үлгәндәрҙе бирҙе. Был үлгән кешеләрҙең һәр береһе үҙ эштәренә ҡарата хөкөм ителде.


«Тиҙҙән Мин киләсәкмен. Һәр кемгә үҙ эштәренә ҡарап бирер өсөн әжерҙе Үҙем менән алып килермен.


Ҡараным да күкһел төҫтәге ат күрҙем. Уның һыбайлыһының исеме «Үлем» ине, артынан үлеләр донъяһы эйәргәйне. Уларға кешеләрҙе ҡылыс һәм аслыҡ, үләт һәм йыртҡыстар менән үлтерер өсөн ерҙең дүрттән бер өлөшөнә хакимлыҡ бирелде.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ