16 Тәүбә ит. Юғиһә тиҙҙән яныңа килермен һәм ауыҙымдағы ҡылыс менән уларға ҡаршы көрәшермен.
Ҡотҡарыуҙы тимер башлыҡ итеп кейегеҙ һәм Рух ҡылысын – Алла һүҙен алығыҙ.
Ҡанунһыҙлыҡ кешеһе асылғандан һуң, Раббы Ғайса уны Үҙенең тыны менән үлтерер һәм Үҙе килгән саҡтағы балҡышы менән юҡ итер.
Уң ҡулында уның ете йондоҙ, ә ауыҙынан ике яғы ла үткерләнгән ҡылыс сығып тора. Йөҙө иһә бар ҡөҙрәтендә балҡып торған ҡояштай.
Кешеләрҙе көслө селлә эҫелеге көйҙөрҙө һәм улар был бәлә-ҡазалар өҫтөнән хакимлығы булған Алла исемен хурланылар, әммә тәүбә итмәнеләр, Алланы данламанылар.
Уның ауыҙынан, халыҡтарға һуғыр өсөн үткер ҡылыс сығып тора, һәм улар өҫтөнән тимер таяҡ менән Ул Үҙе хакимлыҡ итәсәк. Ул сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алланың ярһыулы нәфрәт шарабын әҙерләп, иҙгестә йөҙөм иҙәсәк.
Ә ҡалғандары атта Ултырыусының ауыҙынан сығып торған ҡылыс менән үлтерелде һәм барлыҡ ҡоштар уларҙың мәйетен ашап туйынды.
Пергамдағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Ике яғы ла үткерләнгән ҡылысы булған Зат былай ти:
Шуға ла ниндәй бейеклектән түбән төшөүеңде иҫеңә төшөр һәм, тәүбә итеп, элекке эштәреңде башҡар. Тәүбә итмәһәң, яныңа килермен һәм шәмдәлеңде урынынан ҡуҙғатырмын.
Быларҙың барыһы тураһында шаһитлыҡ биреүсе былай ти: – Эйе, тиҙҙән киләм. Амин. Эйе, Раббы Ғайса, кил!
«Тиҙҙән Мин киләсәкмен! Был китаптың пәйғәмбәрлек һүҙҙәрен тотоусы бәхетле».
Мин Үҙем яратҡан һәр кемгә үпкә белдерәм һәм тәртипкә өйрәтәм. Шуға күрә сәмсел бул һәм тәүбә ит.