Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Асылыш 2:14 - Инжил

14 Әммә һиңә ҡарата ҡайһы бер ҡаршылығым бар: һеҙҙең арала Валаам тәғлимәте яҡлылар бар, ә ул иһә үҙ мәлендә, ялған илаһтарға ҡорбан итеп килтерелгән ризыҡты ашаһындар һәм фәхешлек ҡылһындар өсөн, Валакты израилдәрҙе гонаһ юлына этәрергә өйрәткән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Әммә һиңә ҡарата ҡайһы бер ҡаршылығым бар: һеҙҙең арала Билғам тәғлимәте яҡлылар бар, ә ул иһә үҙ мәлендә, ялған илаһтарға ҡорбан итеп килтерелгән ризыҡты ашаһындар һәм фәхешлек ҡылһындар өсөн, Балаҡты исраилдарҙы гонаһ юлына этәрергә өйрәткән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Асылыш 2:14
30 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Был донъяға ҡайғы, сөнки дөрөҫ юлдан яҙҙыра! Ҡотҡо һалыуҙарҙың килеүе ҡотолғоһоҙ, ләкин улар кем аша килә, шул кешегә ҡайғы!


Ялған илаһтарға ҡорбан итеп килтерелгән ризыҡтан, ҡандан, быуып үлтерелгән хайуан итенән һәм енси аҙғынлыҡтан тыйылығыҙ. Үҙегеҙҙе ошо эштәрҙән һаҡлаһағыҙ, бик яҡшы булыр. Иҫән-һау булығыҙ!»


Ә инде Ғайса Мәсихкә инанған башҡа халыҡ кешеләренә килгәндә, беҙ уларға үҙебеҙҙең ҡарарҙы әйтеп хат яҙҙыҡ. «Ялған илаһтарға ҡорбан итеп килтерелгән ризыҡтан, ҡандан, быуып үлтерелгән хайуан итенән һәм енси аҙғынлыҡтан тыйылығыҙ», – тинек уларға.


Дауыт та былай ти: «Уларҙың табыны ҡорбан килтереү мәлендә үҙҙәре өсөн йәтмәгә лә, тоҙаҡҡа ла, абындырыусы нәмәгә лә әйләнһен һәм яза булһын.


Шуға күрә бер-беребеҙҙе хөкөм итеүҙән туҡтайыҡ. Уның урынына әйҙәгеҙ имандаштарыбыҙҙы юлдан яҙҙырмаҫлыҡ һәм гонаһҡа ҡотортмаҫлыҡ бер нәмә лә ҡылмау тураһында ҡарар ҡылайыҡ.


Ит ашамауың, шарап эсмәүең, имандашыңдың абыныуына килтерерлек башҡа нәмәләр эшләмәүең яҡшы.


Ни өсөн? Сөнки аҡланыуҙы иман нигеҙендә түгел, ә ҡанун нигеҙендә эҙләнеләр. Шуға ла улар «ташҡа» абынды.


Беҙ иһә арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған Мәсихте вәғәзләйбеҙ, был – йәһүдтәр өсөн мыҫҡыллау, башҡаларға – ахмаҡлыҡ,


Әммә фәхешлек булмаһын өсөн, һәр ирҙең үҙ ҡатыны һәм һәр ҡатындың үҙ ире булһын.


Барыһы ла никахты юғары баһалаһын һәм никах түшәктәре саф булһын. Аҙғындар менән хыянатсыларҙы Алла хөкөм итәсәк бит.


Ул – кешеләр абынасаҡ таш, улар абынып йығыласаҡ ҡая». Был ташҡа абыналар, сөнки Уға буйһонмайҙар. Был улар өсөн алдан билдәләнгән.


Улар, тура юлдан тайпылып, аҙашты. Улар үҙенең яуыз эштәре өсөн табыш алыуҙы яратҡан Валаамға, Восор улына, эйәрҙе.


Ҡайғы уларға, сөнки улар Ҡабил юлынан китте. Валаам кеүек үк, улар ҙа аҡса хаҡына яңылыш юлдан китте, Корей кеүек үк фетнә сығарып һәләк булырҙар.


Әммә һиңә ҡарата ризаһыҙлығым бар: үҙен пәйғәмбәр тип атап, фәхешлеккә һәм ялған илаһтарға ҡорбан ителгән ризыҡты ашарға өйрәтеп йөрөгән Иезавель исемле ҡатынға Минең ҡолдарымды гонаһҡа этәреүгә юл ҡуяһың.


Әммә һиңә ҡарата ризаһыҙлығым бар: һин башта булған һөйөүеңде оноттоң.


Әммә ҡурҡаҡтарҙың да, имандан баш тартҡандарҙың да, әшәкеләрҙең дә, кеше үлтереүселәрҙең дә, фәхешлек ҡылыусыларҙың да, сихырсыларҙың да, ялған илаһтарға табыныусыларҙың да, бөтөн ялғансыларҙың да өлөшө ут һәм көкөрт ялҡынланып торған күлдә булыр. Был – икенсе үлем.


Ә эттәр ҙә, сихырсылар ҙа, фәхешлек ҡылыусылар ҙа, кеше үлтереүселәр ҙә, ялған илаһтарға табыныусылар ҙа, барлыҡ ялғанлыҡ яратыусылар һәм уны ҡылыусылар ҙа тыш яҡта ҡаласаҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ