Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Асылыш 2:12 - Инжил

12 Пергамдағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Ике яғы ла үткерләнгән ҡылысы булған Зат былай ти:

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

12 Пергамдағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Ике яғы ла үткер ҡылысы булған Зат былай ти:

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Асылыш 2:12
10 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Алла һүҙе тере һәм ҡеүәтле. Ул ике яғы ла үткер әллә ниндәй ҡылыстарыңдан да былай үткерерәк. Ул беҙҙең эсебеҙгә шул тиклем тәрән үтеп инә, хатта йәнде рухтан, быуындарҙы һөйәк елегенән айыра. Ул күңелдәребеҙҙәге уй-фекерҙәрҙе, ниәттәрҙе хөкөм итә.


– Күргәндәреңдең барыһын да китап итеп яҙып, имандаштарҙың ете берҙәмлегенә ебәр: Ефесҡа ла, Смирнаға ла, Пергамға ла, Фиатираға ла, Сардисҡа ла, Филадельфияға ла, Лаодикияға ла, – тине ул.


Уң ҡулында уның ете йондоҙ, ә ауыҙынан ике яғы ла үткерләнгән ҡылыс сығып тора. Йөҙө иһә бар ҡөҙрәтендә балҡып торған ҡояштай.


Уның ауыҙынан, халыҡтарға һуғыр өсөн үткер ҡылыс сығып тора, һәм улар өҫтөнән тимер таяҡ менән Ул Үҙе хакимлыҡ итәсәк. Ул сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алланың ярһыулы нәфрәт шарабын әҙерләп, иҙгестә йөҙөм иҙәсәк.


Ә ҡалғандары атта Ултырыусының ауыҙынан сығып торған ҡылыс менән үлтерелде һәм барлыҡ ҡоштар уларҙың мәйетен ашап туйынды.


Ефестағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Уң ҡулында ете йондоҙ Тотоусы һәм ете алтын шәмдәл араһында Йөрөүсе былай ти:


Тәүбә ит. Юғиһә тиҙҙән яныңа килермен һәм ауыҙымдағы ҡылыс менән уларға ҡаршы көрәшермен.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ