3 ерҙәге батшалар уның менән зина ҡылды, сауҙагәрҙәр уның самаһыҙ зиннәт-байлығынан байыны.
3 ерҙәге батшалар уның менән зина ҡылды, сауҙагәрҙәр самаһыҙ зиннәт-байлығынан байыны.
Юҡмы ни? Нимә күрергә теләнегеҙ һуң? Ҡупшы кейем кейгән кешенеме? Ә бит ҡиммәтле кейенеп йөрөгән һәм зиннәттә йәшәгән кешеләр батша һарайҙарында йәшәй.
Ә йәш тол ҡатындарҙы исемлеккә индермә, сөнки улар, енси теләккә бирелһә, үҙҙәрен Ғайса Мәсихкә бағышлауҙан туҡтап, кейәүгә сығырға теләй.
Уның артынан килгән икенсе фәрештә былай тине: – Бөйөк Вавилон емерелде, емерелде, сөнки ул бөтөн халыҡтарҙы ла үҙенең ялҡынлы фәхешлегенең шарабын эсергә мәжбүр иткән.
уның менән ерҙәге батшалар фәхешлек итте, уның фәхешлек шарабын ерҙә йәшәүселәр иҫергәнсе эсеп ләззәтләнде.
Улар баштарына туҙан һибеп һәм ҡайғырып илап: – Ҡайғы, ҡайғы уға, эй бөйөк ҡала! Диңгеҙҙә караптары булған бөтөнөһө лә уның байлығынан байыны, бер сәғәт эсендә бушлыҡҡа әйләнде! – тинеләр. –
Яҡтыртҡыстың яҡтылығы ла һиндә күренмәҫ, кейәү менән кәләш тауыштары ла бынан ары ишетелмәҫ. Сауҙагәрҙәрең ерҙә бөйөк булды, һинең тылсымың менән бөтөн халыҡтар ҙа алданды.
Ул үҙен күпме данлаһа һәм зиннәттә йәшәһә, уға шул тиклем ғазап һәм ҡайғы бирегеҙ, ул бит күңеленән генә: «Батшабикә булып ултырам, мин тол ҡатын түгел, ҡайғы күрмәйәсәкмен!» – ти.
Уның менән ләззәттә йәшәгән ерҙәге батшалар, уның яныуынан сыҡҡан төтөндө күреп, үкереп илаясаҡ һәм ҡайғырасаҡ.