Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Асылыш 17:1 - Инжил

1 Ҡулдарында ете кәсә булған фәрештәләрҙең береһе яныма килде һәм былай тине: – Бында кил, мин һиңә ҙур һыуҙарҙа ултырған бөйөк фәхишәгә буласаҡ хөкөм язаһын күрһәтәм,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 Ҡулдарында ете туҫтаҡ булған фәрештәләрҙең береһе яныма килеп былай тине: – Бында кил, мин һиңә ҙур һыуҙарҙа ултырған бөйөк фәхишәгә буласаҡ хөкөм язаһын күрһәтәм,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Асылыш 17:1
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шәкерттәр бер-береһенә: – Ул юл буйлап беҙгә һөйләп барғанда һәм Изге Яҙманың мәғәнәһен аңлатҡанда йөрәктәребеҙ ялҡынланманымы ни? – тигәндәр.


Ҡапыл күк балҡышында ике кеше пәйҙә булып, Уның менән һөйләшә башлаған. Был кешеләр Муса менән Ильяс пәйғәмбәрҙәр булған. Улар Иерусалимда ғәмәлгә ашырылырға тейеш булған Ғайсаның донъянан китеүе тураһында һөйләшкәндәр.


Был, күпмелер ваҡыттан ниҙәр булырға тейешлеген үҙенең ҡолдарына күрһәтеү өсөн, Алланың Ғайса Мәсихкә биргән асылышы. Ул, быларҙың барыһын да хәбәр итергә, фәрештәһен Үҙенең ҡоло Яхъяға ебәрҙе.


Тағы ла мин күктә бөйөк һәм иҫ киткес илаһи билдә – һуңғы ете бәлә-ҡазалы ете фәрештәне күреп ҡалдым. Былар иң аҙаҡҡы бәлә-ҡазалар. Улар менән Алла ярһыуы тамамланасаҡ.


Бөйөк ҡала өс өлөшкә бүленде һәм халыҡтарҙың ҡалалары емерелде. Шулай итеп, Алла бөйөк Вавилон ҡалаһын иҫенә төшөрҙө һәм уға Үҙенең ярһыу нәфрәт кәсәһенән шарап эсергә бирҙе.


Бынан һуң мин тағы бер фәрештәнең күктән төшөүен күрҙем. Уның хакимлығы бөйөк ине: данынан ер яҡтырҙы.


Уның хөкөмдәре хаҡ һәм ғәҙел, сөнки Ул үҙенең фәхешлеге менән ерҙе боҙоҡлоҡҡа килтергән бөйөк фәхишәне хөкөм итте һәм Үҙ ҡолдарының ҡаны өсөн унан үс алды.


Фәрештә миңә былай тине: – Яҙып ҡуй: Бәрәстең туй мәжлесенә саҡырылғандар бәхетле. Тағы былай тине: – Был һүҙҙәр – Алланың хаҡ һүҙҙәре.


Миңә һөйләгән фәрештәнең ҡаланы, уның ҡапҡаларын, диуарын үлсәр өсөн алтын үлсәү таяғы бар ине.


Минең эргәмә һуңғы ете бәлә-ҡаза менән тулы ете кәсә тотҡан ете фәрештәнең береһе килде лә: «Кил, мин һиңә кәләште, Бәрәстең ҡатынын күрһәтәм», – тине.


Шунан һуң күрәм: ана күктә ишек асыҡ һәм унан әлеге борғонан сыҡҡандай көслө тауыш миңә былай тине: – Бында күтәрел. Мин һиңә ошоларҙан һуң булырға тейешле нәмәләрҙе күрһәтермен.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ