Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Асылыш 14:4 - Инжил

4 Улар – бер тапҡыр ҙа ҡатын-ҡыҙ менән булмаған, шул арҡала сафлыҡтарын һаҡлап ҡалған кешеләр. Улар Бәрәс ҡайҙа барһа, Уның артынан шунда барыусылар. Улар барлыҡ кешелек араһынан ҡотҡарып алынды һәм Аллаға һәм Бәрәскә беренселәрҙән булып бағышланды,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

4 Улар – бер тапҡыр ҙа ҡатын-ҡыҙ менән булмаған, шул арҡала сафлыҡтарын һаҡлап ҡалған кешеләр. Улар – Бәрәс ҡайҙа барһа, Уның артынан шунда барыусылар. Улар барлыҡ кешелек араһынан ҡотҡарып алынды һәм Алла менән Бәрәскә беренселәрҙән булып бағышланды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Асылыш 14:4
32 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сөнки кешеләр төрлө сәбәптәр арҡаһында өйләнә алмай: берәүҙәре инә ҡарынынан шундай булып тыуа, икенселәренә кешеләр сәбәпсе була, өсөнсөләре, ғүмерҙәрен тотошлай Күктәр Батшалығына арнау өсөн, үҙҙәре өйләнмәй. Быны кем ҡабул итә ала, шул ҡабул итһен!


Күктәр Батшалығы ул ваҡытта бына нимәгә оҡшаш булыр. Ун ҡыҙ, ҡулдарына яҡтыртҡыстар тотоп, кейәү ҡаршыларға сыҡҡан.


Шул ваҡыт Уның янына бер ҡанун белгесе килеп: – Остаз, ҡайҙа ғына йөрөһәң дә, мин Һинең артыңдан барырмын, – тине.


Минең һарыҡтарым Минең тауышымды ишетә, Мин дә уларҙы таныйым һәм улар Минең артымдан бара.


Кем Миңә хеҙмәт итә, шул Миңә эйәрһен. Мин ҡайҙа, хеҙмәтсем дә шунда буласаҡ. Миңә хеҙмәт итеүсегә Атам ихтирам күрһәтәсәк.


– Хужам, ниңә Һинең артыңдан хәҙер бара алмайым? Мин Һинең өсөн йәнемде фиҙа ҡылырға әҙер! – тине Петр.


Ғайса йәнә халыҡҡа өндәште: – Мин донъяға яҡтылыҡ бирәм. Миңә эйәргәндәр ҡараңғыла аҙашып йөрөмәҫ, сөнки уларҙың тормошҡа алып барыусы яҡтылығы буласаҡ.


Шулай итеп, үҙегеҙ һәм Изге Рух һеҙҙе көтөүсе итеп ҡуйған көтөү тураһында ҡайғыртығыҙ. Үҙ Улының ҡаны аша Алла Үҙенеке иткән берҙәмлеккә көтөүселәр булығыҙ.


Имандаштар, минең һеҙгә үтенесем бар: һеҙ Стефан ғаиләһен беләһегеҙ, улар Ахаияла беренселәрҙән булып Мәсихкә инанды, үҙҙәрен изгеләргә хеҙмәт итеүгә бағышланы.


Һеҙ ҡиммәт хаҡҡа һатып алындығыҙ. Шуға күрә тәндәрегеҙ менән Уға хөрмәт күрһәтегеҙ.


Шулай ҙа өйләнһәң дә гонаһ түгел. Ҡыҙ кеше лә, кейәүгә сыҡһа, гонаһ ҡылмаҫ. Әммә ундайҙарҙың был тормошо мәшәҡәтле булыр. Мин һеҙҙе бынан ҡурсаларға теләйем.


Мин һеҙҙе Алла көнсөллөгө менән көнләшәм. Һеҙҙе бер генә иргә – Мәсихкә йәрәштем, һәм һеҙҙе Уның алдына саф ҡыҙ кеүек килтерергә теләйем.


Ә Алла беҙҙе, Үҙенеке булғандарҙы, тулыһынса йолоп алғанға тиклем, Изге Рух – аласаҡ мираҫыбыҙға ышаныслы билдә һәм шуның аша Алланың бөйөклөгөнә маҡтау булыр.


Быны Ул имандаштар берҙәмлеген бөтә шөһрәтендә, бер ниндәй тапһыҙ, йыйырсыҡһыҙ һәм башҡа төрлө етешһеҙлектәре булмаған, йәғни изге һәм кәмселекһеҙ итеп Үҙенең алдына килтереү өсөн эшләне.


Улар никахлашыуҙы тыя һәм ҡайһы бер ризыҡтарҙы ашамаҫҡа ҡуша. Ә ризыҡты Алла булдырған, иман юлындағылар, хәҡиҡәтте таныусылар иһә уны рәхмәт менән ҡабул итә.


Һеҙ Алла кешеләренең – исемдәре күктә яҙылып ҡуйылған беренсе тыуған балаларҙың шатлыҡлы тантаналы йыйылышына, бөтөнөһөнөң Хөкөмдары булған Аллаға, камиллаштырылған тәҡүә кешеләрҙең рухтарына,


Үҙе бар иткәндәр араһында тәүге яңы емештәр булыуыбыҙ өсөн, Ул беҙҙе Үҙ ихтыяры менән хәҡиҡәт һүҙе аша тыуҙырҙы.


Әммә һеҙ – ҡараңғылыҡтан Үҙенең ғәжәйеп яҡтылығына Саҡырыусының бөйөк эштәрен иғлан итеү өсөн һайланған нәҫел, батша руханиҙары, изге халыҡ, Алланың Үҙ халҡы.


Улар Бәрәс менән һуғышасаҡ, һәм Бәрәс уларҙы еңәсәк, сөнки Ул – хакимдарҙың Хакимы һәм батшаларҙың Батшаһы. Уның менән бергә булғандар иһә саҡырылғандар, һайланып алынғандар һәм тоғролар.


Ҡалала мин Алла Йортон күрмәнем, сөнки был ҡаланың Алла Йорто – сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Алла Үҙе һәм Бәрәс.


Ҡала ҡояштың һәм айҙың яҡтыртыуына мохтаж түгел, сөнки Алланың даны уны яҡтырта һәм уның яҡтыртҡысы – Бәрәс.


Әйткәндәй, һинең Сардиста кейемдәрен бысратмаған бер нисә кешең бар, улар Минең менән аҡ кейем кейеп йөрөйәсәк, сөнки быға лайыҡтар.


Улар яңы йыр йырланы: – Һин яҙыу төргәген алырға, уның мисәттәрен ҡуптарырға лайыҡлыһың. Сөнки Һин ҡорбан итеп салындың, Үҙеңдең ҡаның менән һәр ҡәбиләнән һәм телдән, халыҡтан һәм милләттән кешеләрҙе Алла өсөн һатып алдың.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ