Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Асылыш 13:4 - Инжил

4 Шулай уҡ: – Кем януар кеүек була алһын? Кем уның менән алыша алһын? – тип януарға ла баш эйҙеләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

4 һәм, януарға хакимлығын биргән өсөн, аждаһаға баш эйҙе. Шулай уҡ: – Кем януар кеүек була алһын? Кем уның менән алыша алһын? – тип януарға ла баш эйҙеләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Асылыш 13:4
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Был донъяның илаһы уларҙың аҡылын томаланы һәм улар, иманға килмәйенсә, Алланың ҡиәфәте булған Мәсихтең балҡыусы данын күрһәтеүсе Һөйөнөслө Хәбәрҙең яҡтылығын күрмәйҙәр.


Ул, Алла йәки изге тип аталған бөтөн нәмәгә лә ҡаршы сығып, үҙен уларҙан юғары ҡуйып, Алла Йортона инеп ултырыр һәм үҙен Алламын тип иғлан итер.


Күктә тағы бер илаһи билдә күренде: был ете башлы һәм ун мөгөҙлө ҡыҙыл төҫтәге ҙур аждаһа ине, башының һәр береһендә – бәләкәй генә таж.


Ҡойроғо менән күктәге йондоҙҙарҙың өстән бер өлөшөн ергә һепереп алып ташланы. Шунан һуң, сабый тыуғас та уны ашар өсөн, балаһын бына-бына тыуҙырасаҡ ҡатын янына килеп баҫты.


Аҙаҡ мин ерҙән сығыусы икенсе януарҙы күрҙем. Уның бәрәстеке һымаҡ ике мөгөҙө бар ине һәм ул аждаһа кеүек һөйләй ине.


Беренсе януарҙың һыны хатта һөйләй алһын һәм уға табынмаған һәр кем үлемгә дусар ителһен өсөн, икенсе януарға ошо һынға йән индерергә рөхсәт ителде.


Мин күргән януар ҡапланға оҡшағайны, уның аяҡтары – айыуҙыҡы һымаҡ, ауыҙы арыҫландыҡы кеүек ине. Аждаһа уға үҙенең көсөн, тәхетен һәм ҙур хакимлығын бирҙе.


Улар Бәрәс менән һуғышасаҡ, һәм Бәрәс уларҙы еңәсәк, сөнки Ул – хакимдарҙың Хакимы һәм батшаларҙың Батшаһы. Уның менән бергә булғандар иһә саҡырылғандар, һайланып алынғандар һәм тоғролар.


Улар, ҡаланың яныуынан сыҡҡан дымды күреп: «Был бөйөк ҡалаға башҡа бер ҡала ла тиң түгел!» – тип ҡысҡырҙылар.


Ошо бәлә-ҡазаларҙан үлмәй ҡалған кешеләр иһә үҙҙәре ҡылған эштәргә тәүбә итмәне. Улар шаҡшы рухтарға һәм күрә лә, ишетә лә, йөрөй ҙә алмаған алтын, көмөш, баҡыр, таш һәм ағас һындарға табыныуҙан ваз кисмәне.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ