Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Асылыш 13:1 - Инжил

1 Аждаһа диңгеҙ ярындағы ҡомлоҡҡа килеп баҫты. Шунда мин диңгеҙҙән сығып килеүсе януарҙы күрҙем. Уның ете башы һәм ун мөгөҙө булып, мөгөҙҙәрендә ун таж бар ине; баштарында иһә Алланы хурлаусы исемдәр яҙылғайны.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 Аждаһа диңгеҙ ярындағы ҡомлоҡҡа килеп баҫты. Шунда мин диңгеҙҙән сығып килгән януарҙы күрҙем. Уның ете башы һәм ун мөгөҙө булып, мөгөҙҙәрендә ун таж бар ине; баштарына Алланы хурлаған исемдәр яҙылғайны.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Асылыш 13:1
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шаһитлыҡ итеүҙәрен тамамлағас, упҡындан януар күтәрелеп сығып, улар менән алышыр, уларҙы еңер һәм үлтерер.


Күктә тағы бер илаһи билдә күренде: был ете башлы һәм ун мөгөҙлө ҡыҙыл төҫтәге ҙур аждаһа ине, башының һәр береһендә – бәләкәй генә таж.


Аҙаҡ мин ерҙән сығыусы икенсе януарҙы күрҙем. Уның бәрәстеке һымаҡ ике мөгөҙө бар ине һәм ул аждаһа кеүек һөйләй ине.


Ул беренсе януар исеменән ҡылырға бирелгән мөғжизәләр менән ерҙә йәшәүселәрҙе алдаштырып, уларға ҡылыстан яраланған, әммә тере ҡалған януар һынын яһарға ҡушты.


Беренсе януарҙың һыны хатта һөйләй алһын һәм уға табынмаған һәр кем үлемгә дусар ителһен өсөн, икенсе януарға ошо һынға йән индерергә рөхсәт ителде.


Мин ут менән быяла ҡатнашҡан диңгеҙ һымаҡ нәмәне күрҙем. Быяла диңгеҙ өҫтөндә януарҙың үҙен, уның һынын һәм исеменең һанын еңеп сығыусылар тора ине, ҡулдарына Алланың арфаларын тотҡайнылар.


Мин аждаһаның да, януарҙың да, ялған пәйғәмбәрҙең дә ауыҙынан баҡаға оҡшаған өс шаҡшы рух сығыуын күрҙем.


Һин күргән ун мөгөҙ һәм януар фәхишәгә нәфрәт менән ҡараясаҡ һәм уны бөлгөнлөккә төшөрәсәк, яланғас ҡалдырасаҡ, уның тәнен ашаясаҡ һәм утта яндырасаҡ.


Мине Рух солғап алды, һәм фәрештә мине сүллеккә күсерҙе. Унда мин ҡып-ҡыҙыл януар өҫтөндә ултырған ҡатынды күрҙем. Януар ете башлы һәм ун мөгөҙлө ине һәм Алланы хурлаған исемдәр менән ҡапланғайны.


Уның маңлайына «Бөйөк Вавилон – ерҙәге фәхишәләрҙең һәм ерәнгес нәмәләрҙең әсәһе» тигән серле исем яҙылғайны.


Шунда мин януарҙы, ерҙәге батшаларҙы һәм уларҙың ғәскәрҙәрен, атта Ултырыусыға һәм Уның ғәскәренә ҡаршы һуғышырға тип йыйылғандарын күрҙем.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ