Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Асылыш 11:8 - Инжил

8 Был ике шаһиттың кәүҙәһе исеме кинәйәләп аталған Содом һәм Мысыр тип аталған бөйөк ҡала урамдарында ятыр. Уларҙың Раббыһы шунда арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған булған да инде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

8 Был ике шаһиттың кәүҙәһе исеме кинәйәләп аталған Содом һәм Мысыр тип аталған бөйөк ҡала урамдарында ятыр. Уларҙың Раббыһы шунда арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған булған да инде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Асылыш 11:8
40 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ҡиәмәт көнөндә ул ҡалаға ҡарағанда Содом менән Гоморра еренә еңелерәк булыр.


Ул ергә йығылды һәм: – Савл, Савл! Ниңә Мине эҙәрлекләйһең? – тигән тауыш ишетте.


Шуның кеүек үк Ғайса ла, халыҡты Үҙ ҡаны менән изгеләндерер өсөн, ҡала ҡапҡаһының тышында ғазап кисергән.


шунан һуң хаҡ юлдан ситкә тайпылған кешеләрҙе яңынан тәүбәгә килтереү мөмкин түгел, сөнки улар үҙҙәре Алла Улын арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлап, халыҡ алдында мәсхәрәләйҙәр.


Шулай итеп Содом, Гоморра ҡалаларын да хөкөм иткән һәм көлгә әйләндереп ҡыйратҡан. Ул аллаһыҙҙарҙың киләсәге ниндәй булаһын һабаҡ рәүешендә киҫәткән.


Ошо фәрештәләр кеүек үк фәхешлеккә, енси аҙғынлыҡҡа бирелгән Содом, Гоморра һәм улар тирәһендәге бүтән ҡалалар халҡы ла, ғибрәтле миҫал булараҡ, мәңгелек ут язаһын алған.


Шул уҡ мәлдә бик көслө итеп ер тетрәне, ҡаланың ундан бер өлөшө емерелде, ер тетрәүҙән ете мең кеше үлде, ә ҡалғандары бик ныҡ ҡурҡып, күктәр Аллаһын данланы.


Был мәйеттәргә өс көн ярым буйы төрлө халыҡтарҙан, нәҫелдәрҙән, телдәрҙән һәм милләттәрҙән булған кешеләр ҡараясаҡ. Ул мәйеттәрҙе ҡәбергә һалырға рөхсәт итмәҫтәр.


Ул йөҙөм ҡала эргәһендәге иҙгестә тапатылды. Иҙгестән аттың йүгәненә тиклем тәрәнлектәге бер мең алты йөҙ стадия алыҫлығында ҡан аҡты.


Уның артынан килгән икенсе фәрештә былай тине: – Бөйөк Вавилон емерелде, емерелде, сөнки ул бөтөн халыҡтарҙы ла үҙенең ялҡынлы фәхешлегенең шарабын эсергә мәжбүр иткән.


Бөйөк ҡала өс өлөшкә бүленде һәм халыҡтарҙың ҡалалары емерелде. Шулай итеп, Алла бөйөк Вавилон ҡалаһын иҫенә төшөрҙө һәм уға Үҙенең ярһыу нәфрәт кәсәһенән шарап эсергә бирҙе.


Ҡулдарында ете кәсә булған фәрештәләрҙең береһе яныма килде һәм былай тине: – Бында кил, мин һиңә ҙур һыуҙарҙа ултырған бөйөк фәхишәгә буласаҡ хөкөм язаһын күрһәтәм,


Һин күргән ҡатын – ерҙәге батшалар өҫтөнән батшалыҡ итеүсе бөйөк ҡала ул.


Уның маңлайына «Бөйөк Вавилон – ерҙәге фәхишәләрҙең һәм ерәнгес нәмәләрҙең әсәһе» тигән серле исем яҙылғайны.


Уның ғазаптарынан ҡурҡып ситтәрәк баҫып торасаҡтар һәм: – Ҡайғы, ҡайғы һиңә, бөйөк ҡала! Эй Вавилон, ҡеүәтле ҡала! Һиңә бер сәғәт эсендә хөкөм килде, – тип әйтәсәктәр.


Улар, ҡаланың яныуынан сыҡҡан дымды күреп: «Был бөйөк ҡалаға башҡа бер ҡала ла тиң түгел!» – тип ҡысҡырҙылар.


Ул көслө тауыш менән былай тип ҡысҡырҙы: – Бөйөк Вавилон емерелде, емерелде! Ул ендәр төйәгенә һәм төрлө шаҡшы рух торлағына, төрлө бысраҡ һәм ерәнгес ҡоштар ояһына әйләнде. Сөнки ул үҙенең ялҡынлы фәхешлек шарабын бөтөн халыҡтарға эсерҙе,


Бынан һуң бер көслө фәрештә ҙур тирмән хәтле таш алып диңгеҙгә ташланы ла былай тине: – Бөйөк Вавилон ҡалаһы шундай көс менән алып ташланасаҡ һәм башҡаса табылмаясаҡ.


Ул ҡалала пәйғәмбәрҙәрҙең һәм изгеләрҙең ҡаны, ерҙәге барлыҡ үлтерелгәндәрҙең ҡаны табылды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ