Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Асылыш 1:9 - Инжил

9 Мин, Яхъя, Ғайсаныҡы булып һеҙҙең менән бергә ғазап сигеүҙәрҙе, Батшалыҡты һәм сыҙамлыҡты уртаҡлашыусы имандашығыҙ, Алла һүҙе һәм Ғайса хаҡында шаһитлыҡ иткәнем өсөн Патмос тип аталған утрауҙа булдым.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

9 Мин Ғайсаның ғазап сигеүен, батшалығын һәм сыҙамлығын уртаҡлашыусы имандашығыҙ Яхъямын, Алла һүҙе һәм Ғайса хаҡында шаһитлыҡ иткәнем өсөн Патмос тип аталған утрауға ебәрелгәйнем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Асылыш 1:9
35 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Һеҙ, ысынлап та, Минең кәсәмдән эсерһегеҙ, ә уң яғымда йәки һул яғымда ултырырға рөхсәт бирергә Минең хаҡым юҡ. Ул урындар Атам тарафынан кемдәргә әҙерләнгән, шулар ултырасаҡ.


– Алырбыҙ, – тип яуап бирҙе улар. – Мин эсәһе кәсәнән эсерһегеҙ, Мин ҡабул итәһе сумдырылыуҙы үтерһегеҙ.


Мин быны һеҙ Миндә тыныслыҡ тапһын өсөн әйттем. Донъяла һеҙ күп ҡайғылар кисерерһегеҙ, ләкин ҡыйыу булығыҙ: Мин донъяны еңдем!


Шулай бер көн, иман тотоусылар йыйылғас, Петр улар алдына тороп баҫты.


Шәкерттәрҙең рухын күтәреп, иманда ныҡ торорға өндәнеләр. – Алла Батшалығына инеү күп михнәттәр аша буласаҡ, – тине улар.


Алла балалары булғас, беҙ – вариҫтар. Тимәк, Алланың вариҫтары һәм Мәсихтең вариҫташтары. Мәсих менән бергә михнәт кисерәбеҙ икән, Уның данын да уртаҡлашасаҡбыҙ.


Ә инде үҙебеҙ күрмәгән нәмәгә өмөтләнәбеҙ икән, уны сабырлыҡ менән көтәбеҙ.


Һеҙгә булған өмөтөбөҙ ныҡ, сөнки Мәсих ғазаптарын нисек уртаҡлашһағыҙ, Алла йыуанысын да шулай уртаҡлашҡанығыҙҙы беләбеҙ.


Миңә һеҙҙең бөтөнөгөҙ тураһында ла шулай тип уйларға нигеҙ бар, сөнки һеҙ минең йөрәгемдә урын алдығыҙ. Төрмәлә булған ваҡытта ла, Һөйөнөслө Хәбәрҙе яҡлағанда һәм раҫлағанда ла, барығыҙ ҙа минең менән Алла мәрхәмәтен бүлешәһегеҙ.


Шулай ҙа минең хәсрәттәремде уртаҡлашып һеҙ яҡшы эшләнегеҙ.


Ул һеҙҙең йөрәктәрегеҙҙе Алланы яратыуға һәм Мәсих кеүек ҡаҡшамаҫ булыуға йүнәлтһен.


Шулай итеп, Раббыбыҙ тураһында шаһитлыҡ биреүҙән дә, Уның хаҡына тотҡон булған минән дә оялма; ә минең менән бергә Һөйөнөслө Хәбәр хаҡына Алланың көс-ҡеүәтенә таянып ғазаплан.


Алла ихтыярын үтәп, шунан һуң вәғәҙә ителгәнде алыр өсөн һеҙгә сыҙамлыҡ кәрәк.


Үҙем дә өлкән, Мәсих ғазаптарының шаһиты һәм киләсәктә асыласаҡ бөйөклөктө уртаҡлашыусы булараҡ, арағыҙҙағы өлкәндәргә мөрәжәғәт итәм:


Был, күпмелер ваҡыттан ниҙәр булырға тейешлеген үҙенең ҡолдарына күрһәтеү өсөн, Алланың Ғайса Мәсихкә биргән асылышы. Ул, быларҙың барыһын да хәбәр итергә, фәрештәһен Үҙенең ҡоло Яхъяға ебәрҙе.


Яхъя, Алла һүҙе һәм Ғайса Мәсих биргән шаһитлыҡ хаҡында – үҙе күргәндәрҙең барыһы тураһында шаһитлыҡ ҡыла.


Яхъянан имандаштарҙың Асия өлкәһендәге ете берҙәмлегенә: Бар, Булған һәм Киләсәк Зат – Алланан, Уның тәхете алдында тороусы ете рухтан һәм тоғро Шаһит – үленән терелгәндәрҙең иң тәүгеһе булған, ерҙәге батшаларҙың Башлығы Ғайса Мәсихтән һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек булһын. Беҙҙе яратҡан, Үҙенең ҡаны аша гонаһтарыбыҙҙан ҡотолдорған


һәм беҙҙе батшалыҡ итергә һәм руханиҙар булып Аллаға – Үҙенең Атаһына хеҙмәт итергә ҡуйған Ғайсаға мәңгенән-мәңгегә дан һәм ҡөҙрәт булһын. Амин.


Шаһитлыҡ итеүҙәрен тамамлағас, упҡындан януар күтәрелеп сығып, улар менән алышыр, уларҙы еңер һәм үлтерер.


Имандаштарыбыҙ уны Бәрәс ҡаны һәм Уның хаҡындағы шаһитлыҡ һүҙҙәре менән еңде, хатта үлемдән дә ҡурҡмайынса, үҙҙәренең йәндәрен аяманы.


Аждаһаның ҡатынға асыуы ҡабарҙы, һәм уның Алла әмерҙәрен үтәүсе, Ғайса хаҡында шаһитлыҡ биреүсе ҡалған балаларына ҡаршы һуғышырға китте.


Кемгә әсир төшөргә яҙған, ул әсир төшөр. Кемгә үлемен ҡылыста табырға яҙған, ул ҡылыстан үлер. Бында изгеләрҙән сыҙамлыҡ һәм иман талап ителә.


Бында Алла әмерен үтәгән һәм Ғайсаға инанған изге кешеләрҙең түҙемле булыуы кәрәк.


Шунан һуң мин, баш эйер өсөн, уның аяҡтарына йығылдым, әммә ул миңә былай тине: – Ҡара уны, улай эшләмә! Мин һинең һәм Ғайса тураһында шаһитлыҡ ҡылған имандаштарыңдың хеҙмәттәше. Аллаға баш эй! Ғайса хаҡындағы шаһитлыҡ Алла хәбәрен иғлан итеүселәрҙе рухландыра бит.


Унан һуң мин тәхеттәр һәм унда ултырыусыларҙы күрҙем. Уларға хөкөм итергә хоҡуҡ бирелгәйне. Ғайса хаҡында шаһитлыҡ иткәндәре һәм Алла һүҙе өсөн баштары киҫелгән, януарға һәм уның һынына табынмаған, маңлайҙарына һәм ҡулдарына уның тамғаһын һалдырмаған кешеләрҙең йәндәрен күрҙем. Улар үленән терелеп торҙолар ҙа, мең йыл буйы Мәсих менән бергә батшалыҡ иттеләр.


Сыҙамлыҡ кәрәклеге тураһында Минең әйткән һүҙҙәремде һаҡлап тотҡанға күрә, ерҙә йәшәүселәрҙе һынар өсөн бөтөн Йыһанға киләсәк һынауҙан Мин дә һине һаҡлап ҡалырмын.


Бәрәс бишенсе мисәтте ҡуптарып алғас, ҡорбан килтереү урыны аҫтында Алла һүҙе һәм дә биргән шаһитлыҡтары өсөн үлтерелгәндәрҙең йәндәрен күрҙем.


Мин уға: – Һин беләһең, әфәндем, – тинем. Ул миңә былай тине: – Улар оло ҡайғы-хәсрәт кисереп килгәндәр. Кейемдәрен Бәрәстең ҡаны менән йыуып ағартҡандар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ