Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Петр 3:9 - Инжил

9 Ҡайһы берәүҙәр оҙаҡҡа һуҙылды тип иҫәпләһә лә, Раббы үҙ вәғәҙәһен үтәүҙе оҙаҡлатмай. Киреһенсә, Ул һеҙгә сабырлыҡ күрһәтә, сөнки бер кемдең дә һәләк булыуын теләмәй, ә бөтөн кешенең тәүбәгә килеүен көтә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

9 Ҡайһы берәүҙәр оҙаҡҡа һуҙылды тип иҫәпләһә лә, Раббы Үҙ вәғәҙәһен үтәүҙе оҙаҡлатмай. Киреһенсә, Ул һеҙгә сабырлыҡ күрһәтә, сөнки бер кемдең дә һәләк булыуын теләмәй, ә бөтә кешенең тәүбәгә килгәнен көтә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Петр 3:9
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ошоларҙы үтәгеҙ, сөнки ниндәй заманда йәшәүегеҙҙе беләһегеҙ, беҙгә йоҡонан уяныу сәғәте килеп тә етте. Беҙ иманға килгән ваҡытҡа ҡарағанда, ҡотолоу мәле хәҙер яҡыныраҡ.


Төн үтеп бара, көн тыуа. Әйҙәгеҙ, ҡараңғылыҡ эштәренән ситләшеп, яҡтылыҡ ҡоралдарын алайыҡ.


Әллә, Алланың яҡшылығы һине тәүбәгә йүнәлткәнен аңламайынса, Уның оло яҡшылығын, түҙемлеген һәм сабырлығын һанға һуҡмайһыңмы?


Алла ла шулай уҡ эшләне түгелме һуң? Әгәр Ул Үҙенең асыуын һәм ҡөҙрәтен күрһәтергә теләп, һәләкәткә дусар ителгән «нәфрәт көршәктәре»нә ҡарата ҙур сабырлыҡ күрһәткән булһа? Быны Ул Үҙенең даны хаҡына алдан уҡ Үҙе әҙерләгән «шәфҡәт көршәктәре»нә Үҙенең данының байлығын асыу өсөн дә эшләне.


Шуға ла, Мәсихкә инанып мәңгелек тормош аласаҡ кешеләр өсөн иң сағыу өлгө булһын тип, миңә шәфҡәт бирелде һәм Ғайса Мәсихтең бөйөк сабырлығы миндә күрһәтелде.


Ул бөтөн кешеләрҙең дә ҡотолоуын һәм хәҡиҡәтте таныуын теләй бит.


Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Әҙ генә, бөтөнләй әҙ генә ҡалды, һәм килергә тейешле Зат килер, Ул оҙаҡ көттөрмәҫ.


Был рухтар боронғо замандарҙа – Нух көндәрендә – Аллаға итәғәтһеҙ булған. Ә Алла, сабырлыҡ күрһәтеп, кәмә төҙөлгән ваҡытта, Нух көндәрендә уларҙың тәүбәгә килеүен көткән. Ул карапта бик аҙҙар, һигеҙ кеше генә, һыу аша ҡотолоп сыҡҡан.


Былар арҡылы, был донъя теләктәренә бәйле боҙоҡлоҡтан ҡасып, илаһи тәбиғилеккә ҡатнашығыҙ булһын өсөн, Ул беҙгә иң ҡиммәтле, иң бөйөк вәғәҙәләрен бирҙе.


Аңлағыҙ: Раббыбыҙ сабыр, сөнки ул кешеләрҙең ҡотолоуын теләй. Үҙенә Алла тарафынан бирелгән зирәк аҡылы менән беҙҙең ҡәҙерле имандашыбыҙ Павел да һеҙгә шулай тип яҙғайны.


Мин уға фәхешлегенән тәүбә ҡылырға тип ваҡыт бирҙем, әммә ул тәүбә итергә теләмәй.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ