Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Петр 3:15 - Инжил

15 Аңлағыҙ: Раббыбыҙ сабыр, сөнки ул кешеләрҙең ҡотолоуын теләй. Үҙенә Алла тарафынан бирелгән зирәк аҡылы менән беҙҙең ҡәҙерле имандашыбыҙ Павел да һеҙгә шулай тип яҙғайны.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

15 Аңлағыҙ: Раббыбыҙ сабыр, сөнки ул кешеләрҙең ҡотолоуын теләй. Үҙенә Алла тарафынан бирелгән зирәк аҡылы менән беҙҙең ҡәҙерле имандашыбыҙ Паулус та һеҙгә шулай тип яҙғайны.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Петр 3:15
27 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Мин Үҙем һеҙгә тейешле һүҙҙәр һәм зирәклек бирермен, дошмандарығыҙ уларға ҡаршы бер ни әйтә лә, ҡаршы тора ла алмаҫ.


Шунлыҡтан беҙ, барыбыҙҙың ризалығы буйынса, бер нисә кешене һайларға һәм уларҙы һеҙҙең янға ебәрергә тигән фекергә килдек. Улар һеҙҙең янға үҙ ғүмерҙәрен Раббыбыҙ Ғайса Мәсихкә бағышлаған, яратҡан имандаштарыбыҙ Варнава һәм Павел менән бергә барыр.


уны барлыҡ бәләләренән ҡотҡарып торған. Алла, Йософто зирәк аҡыллы итеп, уға Мысыр батшаһы фирғәүендең яҡшы мөнәсәбәтен яуларға мөмкинлек биргән. Фирғәүен иһә уны Мысырға һәм үҙенең һарайына идара итергә тәғәйенләгән.


Анания, шул йортҡа барып, Савлға ҡулдарын ҡуйҙы. «Савл имандаш! Күҙҙәрең күрә башлаһын өсөн һәм һине Изге Рух менән һуғарырға тип Раббы – һиңә юлда күренгән Ғайса – мине яныңа ебәрҙе», – тине ул.


Әллә, Алланың яҡшылығы һине тәүбәгә йүнәлткәнен аңламайынса, Уның оло яҡшылығын, түҙемлеген һәм сабырлығын һанға һуҡмайһыңмы?


Берәүгә Рух аша аҡыл һүҙе, икенсеһенә Уның аша белем һүҙе бирелә.


Шуға ла был турала кеше зирәклеге өйрәткән һүҙҙәр менән түгел, ә Изге Рух өйрәткән һүҙҙәр менән әйтәбеҙ. Рухи булған нәмәләрҙе Алла Рухы өйрәткән һүҙҙәр менән аңлатабыҙ.


Алла тарафынан бирелгән мәрхәмәт буйынса, мин зирәк төҙөүсе кеүек нигеҙ һалдым, ә икенсе берәү шул нигеҙҙең өҫтөнә төҙөй. Һәр кем үҙенең нисек төҙөүенә иғтибар итһен.


Быға тиклем ҡыҫҡаса яҙып үтеүемсә, Алла миңә серен асып, ниәтен белдерҙе.


Шуға ла, Мәсихкә инанып мәңгелек тормош аласаҡ кешеләр өсөн иң сағыу өлгө булһын тип, миңә шәфҡәт бирелде һәм Ғайса Мәсихтең бөйөк сабырлығы миндә күрһәтелде.


Әгәр ҙә ҡайһығыҙғалыр зирәклек етешмәһә, ул уны Алланан һораһын һәм уға бирелер, сөнки Алла бөтөнөһөнә лә йомартлыҡ менән, шелтәләмәйенсә өләшә.


Ә юғарынан килгән аҡыл иң тәүҙә саф, шулай уҡ тыныс, йомшаҡ, тыңлаусан, шәфҡәт һәм игелекле емештәр менән тулы, кешеләрҙе тигеҙ күрә һәм ике йөҙлө түгел.


Был рухтар боронғо замандарҙа – Нух көндәрендә – Аллаға итәғәтһеҙ булған. Ә Алла, сабырлыҡ күрһәтеп, кәмә төҙөлгән ваҡытта, Нух көндәрендә уларҙың тәүбәгә килеүен көткән. Ул карапта бик аҙҙар, һигеҙ кеше генә, һыу аша ҡотолоп сыҡҡан.


Элекке ваҡыттарҙа изге пәйғәмбәрҙәр тарафынан алдан әйтелгән һүҙҙәрҙе, Раббыбыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙҙың илселәрегеҙ аша тапшырылған әмерен иҫегеҙҙә тотоғоҙ.


Ҡайһы берәүҙәр оҙаҡҡа һуҙылды тип иҫәпләһә лә, Раббы үҙ вәғәҙәһен үтәүҙе оҙаҡлатмай. Киреһенсә, Ул һеҙгә сабырлыҡ күрһәтә, сөнки бер кемдең дә һәләк булыуын теләмәй, ә бөтөн кешенең тәүбәгә килеүен көтә.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ