Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Петр 3:14 - Инжил

14 Шуға күрә, ҡәҙерлеләрем, бының һәммәһен дә көтөп, Алла ҡаршыһында именлектә, бер ниндәй тапһыҙ, кәмселекһеҙ йәшәй алыу өсөн, хәлегеҙҙән килгәндең барыһын да эшләгеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Шуға күрә, һөйөклөләрем, бының һәммәһен дә көтөп, Алла ҡаршыһында именлектә, бер ниндәй тапһыҙ, кәмселекһеҙ йәшәй алыу өсөн, хәлегеҙҙән килгәндең барыһын да эшләгеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Петр 3:14
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шулай итеп, әгәр һеҙгә: «Ҡарағыҙ, Ул сүлдә», – тиһәләр, унда бармағыҙ, йәки: «Бына Ул, эске бүлмәлә», – тиһәләр, ышанмағыҙ.


Шунда бөтә ҡыҙҙар уянып, яҡтыртҡыстарын рәтләргә тотонған.


Хужаһы ҡайтып, үҙе әйткәнсә эшләүен күрһә, шул хеҙмәтсе бәхетле.


– Хәҙер инде, Хаким, Һиңә хеҙмәт итеүсе был донъянан именлек менән китә ала, сөнки вәғәҙәңде үтәнең.


Раббыбыҙ Ғайса Мәсих килгән көндә ғәйебегеҙ булмаһын өсөн, Алла үҙегеҙҙе һуңғы көнгә тиклем нығытасаҡ.


Шулай итеп, ҡәҙерле имандаштарым, Раббы эшенә һәр ваҡыт үҙегеҙҙе бағышлап һәм бар көсөгөҙҙө һалып, ныҡ тороғоҙ, ҡаҡшамаҫ булығыҙ, Раббы өсөн хеҙмәтегеҙҙең бушҡа булмағанын беләһегеҙ бит.


Һеҙҙең иң яҡшыларҙы һайлап ала белеүегеҙ, Мәсих килер көнгә саф һәм кәмселекһеҙ булыуығыҙ,


Шул саҡта ғына аҙғын һәм боҙоҡ кешеләр араһында ғәйепһеҙ, Алланың саф һәм кәмселекһеҙ балалары булып, донъяла яҡтыртҡыс кеүек балҡырһығыҙ.


Беҙҙең төйәгебеҙ иһә күктә. Ҡотҡарыусыны, Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте беҙ күктән көтәбеҙ.


Раббыбыҙ Ғайса үҙенең бөтөн изгеләре менән килгән саҡта, Атабыҙ Алла алдында һеҙ саф һәм изге булһын өсөн, Раббы йөрәктәрегеҙҙе нығытһын.


Алла Үҙе именлек сығанағы, һеҙҙе тулыһынса изгеләштерһен. Раббыбыҙ Ғайса Мәсих килеүгә бөтөн булмышығыҙ: рухығыҙ ҙа, йәнегеҙ ҙә, тәнегеҙ ҙә саф көйө һаҡланһын.


Раббыбыҙ килгәнгә тиклем был әмергә тоғро бул һәм дөрөҫ итеп тот.


Мәсих тә, күптәрҙең гонаһтарын Үҙ өҫтөнә алыр өсөн, бер тапҡыр ҡорбан ителеп, икенсе тапҡырға кешеләрҙең гонаһтарын бөтөрөү өсөн түгел, ә Уны көткәндәрҙе ҡотҡарыу өсөн киләсәк.


Алла Ата ҡаршыһында саф, тапланмаған табыныу – бәләгә ҡалған етемдәр менән тол ҡатындар хаҡында хәстәрләү һәм үҙеңде был донъяның боҙоҡлоғонан һаҡлау ул.


Был һынауҙар иманығыҙҙың хаҡлығын раҫлай. Алтын да бит утта яндырылып һынала, ләкин барыбер юҡҡа сыға. Ә һеҙҙең иманығыҙ алтындан ҡәҙерлерәк. Шулай һыналған иманығыҙ Ғайса Мәсих килгәндә маҡтау, дан һәм хөрмәт килтерер.


Ҡәҙерлеләрем, мин инде һеҙгә икенсе хатымды яҙам. Был хаттарҙа мин, белгәндәрегеҙҙе иҫегеҙгә төшөрөп, саф уйҙарығыҙҙы уятам.


Был хаҡта ул бөтә хаттарында яҙа. Әммә уның хаттарында аңлауы ауыр булған ҡайһы бер урындар бар. Наҙандар һәм иманда тотороҡһоҙ кешеләр, башҡа Изге Яҙмаларҙы боҙған кеүек, был урындарҙы ла боҙоп аңлата. Шуның менән үҙҙәрен һәләкәткә дусар итә.


Уға ошо өмөттө бағлаған һәр кем, Мәсих пак булған кеүек, үҙен пакландыра.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ