Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Петр 3:11 - Инжил

11-12 Әгәр бөтә нәмә шулай тарҡаласаҡ икән, һеҙ ниндәй кешеләр булырға тейешһегеҙ һуң? Алла көнөн көткәндә, һәм ул көндөң тиҙерәк килеүе өсөн хәлдән килгәндең барыһын да эшләгәндә, тормошоғоҙ изге булырға һәм Аллаға ихлас табынырға тейешһегеҙ. Ул көндә күк утта янып тарҡаласаҡ һәм күк есемдәре ҡыҙыулыҡтан эреп бөтәсәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

11-12 Әгәр бөтә нәмә шулай тарҡала икән, һеҙ ниндәй кешеләр булырға тейешһегеҙ һуң? Алла көнөн көткәндә, һәм ул көндөң тиҙерәк килеүе өсөн хәлдән килгәндең барыһын да эшләгәндә, тормошоғоҙ изге булырға һәм Аллаға ихлас табынырға тейешһегеҙ. Ул көндә күк дөрләп яныр һәм күк есемдәре ҡыҙыуҙан иреп бөтөр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Петр 3:11
27 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Кем һуң Ул? Ел дә, тулҡындар ҙа Уға буйһона! – тиеште.


Ошоларҙы үтәгеҙ, сөнки ниндәй заманда йәшәүегеҙҙе беләһегеҙ, беҙгә йоҡонан уяныу сәғәте килеп тә етте. Беҙ иманға килгән ваҡытҡа ҡарағанда, ҡотолоу мәле хәҙер яҡыныраҡ.


Төн үтеп бара, көн тыуа. Әйҙәгеҙ, ҡараңғылыҡ эштәренән ситләшеп, яҡтылыҡ ҡоралдарын алайыҡ.


Беҙ шуның менән ғорурланабыҙ һәм быға выжданыбыҙ ҙа шаһит: беҙ был донъяла, бигерәк тә һеҙҙең арала, Алла теләгәнсә, ихлас һәм намыҫ менән эш иттек. Беҙҙе был донъя зирәклеге түгел, ә Алла мәрхәмәте оҙатып йөрөнө.


Нисек кенә булмаһын, Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәргә лайыҡлы йәшәгеҙ. Мин киләмме, яңынан һеҙҙе күрәмме, әллә килмәйемме – берҙәм булыуығыҙҙы һәм иңгә-иң терәп, Һөйөнөслө Хәбәргә иман хаҡына көрәшеүегеҙҙе ишетеп торорға яҙһын.


Беҙҙең төйәгебеҙ иһә күктә. Ҡотҡарыусыны, Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте беҙ күктән көтәбеҙ.


сөнки беҙҙең Һөйөнөслө Хәбәребеҙ һеҙгә һүҙ аша ғына түгел, ә Алла ҡөҙрәте, Изге Рух һәм тәрән ышаныуыбыҙ аша барып етте. Был һеҙгә билдәле, сөнки беҙ бергә ваҡытта һеҙҙең өсөн нисек йәшәгәнлегебеҙҙе беләһегеҙ.


Иманыбыҙҙың серле асылының бөйөк булыуы бәхәсһеҙ: Ул кеше тәнендә килде, Уның хаҡлығы Изге Рух ярҙамында раҫланды, Уны фәрештәләр күрҙе, Ул халыҡтар араһында вәғәзләнде, донъяла иман менән ҡабул ителде, данда күккә күтәрелде.


Бер кем дә һинең йәшеңә кәмһетеп ҡарамаһын; һөйләгән һүҙҙәреңдә лә, йәшәйешеңдә лә, мөхәббәттә лә, иманда ла, сафлыҡта ла иман тотоусылар өсөн өлгө бул.


Һин иһә, Алла кешеһе, быларҙан ситтә тор, ә тәҡүә булыуҙа, ихлас табыныуҙа, иманда, мөхәббәттә, сабырлыҡта, баҫалҡылыҡта уңыштарға өлгәш.


Кемдер башҡа берәй нәмәгә өйрәтә һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең хаҡ һүҙҙәре, шулай уҡ, иманға тап килгән тәғлимәт менән килешмәй икән,


Аллаға ихлас табыныу һәм бары менән ҡәнәғәт булыу, ысынлап та, оло табыш ул.


Байлыҡҡа нәфселе булмағыҙ, бары менән ҡәнәғәт йәшәгеҙ. Сөнки Алла: «Мин бер ҡасан да һине яңғыҙ ҡалдырмам һәм ташламам», – тип әйткән.


үҙенә ҡарап тора ла, ситкәрәк китеү менән, йөҙөнөң ниндәй икәнлеген шунда уҡ онота.


Һеҙҙең арағыҙҙа ҡайһығыҙ аҡыллы һәм аңлы? Ул быны баҫалҡылығы һәм аҡыл менән ҡылған ғәмәлдәре аша игелекле тормошонда күрһәтһен.


Киреһенсә, һеҙҙе саҡырған Алла изге булған кеүек, һеҙ ҙә бар ғәмәлдәрегеҙҙә изге булығыҙ.


Мәжүсиҙәр араһында ҡылығығыҙға һүҙ тейҙермәҫлек булһын. Шул ваҡытта, хәҙер һеҙҙе яуызлыҡ ҡылыусылар тип яманлаһалар ҙа, игелекле эштәрегеҙҙе күреп, Алла килгән көндө Уны данларҙар.


Үҙенең данына һәм камиллығына саҡырған Алланы танып белеүебеҙ аша Ғайсаның илаһи ҡөҙрәте беҙгә йәшәү һәм Аллаға ихлас табыныу өсөн кәрәк булған бөтә нәмәне бүләк итте.


белемгә – тотанаҡлыҡ, тотанаҡлыҡҡа – сабырлыҡ, сабырлыҡҡа – Аллаға ихлас табыныу,


Әммә Раббы көнө, ҡараҡ һымаҡ, көтмәгәндә килеп етер. Ул көндә күк көслө дөһөрләгән тауыш аҫтында юҡҡа сығасаҡ; күк есемдәре утта иреп тарҡаласаҡ; ер һәм ундағы бөтә эштәр фаш ителәсәк.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ