Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Петр 3:10 - Инжил

10 Әммә Раббы көнө, ҡараҡ һымаҡ, көтмәгәндә килеп етер. Ул көндә күк көслө дөһөрләгән тауыш аҫтында юҡҡа сығасаҡ; күк есемдәре утта иреп тарҡаласаҡ; ер һәм ундағы бөтә эштәр фаш ителәсәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

10 Әммә Раббы көнө, ҡараҡ һымаҡ, көтмәгәндә килеп етер. Ул көндә күк көслө дөһөрләгән тауыш аҫтында юҡҡа сығыр; күк есемдәре утта иреп тарҡалыр; ер һәм ундағы бөтә эштәр фаш ителер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Петр 3:10
36 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Күк менән ер юҡҡа сығыр, әммә Минең һүҙҙәрем юҡҡа сыҡмаясаҡ.


Күк менән ер юҡҡа сығыр, әммә Минең һүҙҙәрем юҡҡа сыҡмаясаҡ.


Белегеҙ: әгәр ҙә өй хужаһына ҡараҡтың ҡайһы ваҡытта килере мәғлүм булһа, үҙ өйөнә инергә юл ҡуймаҫ ине.


Алла бар иткәндәрҙең һәммәһе лә мәғәнәһеҙ тереклек итеүгә буйһондоролдо. Был уларҙың теләге менән түгел, ә Буйһондороусының ихтыяры буйынса башҡарылды. Алла яратҡандарҙың барыһы ла фанилыҡ ҡоллоғонан ҡотолдоролоп, Алла балаларының данлы азатлығын уртаҡлашасаҡ, тигән өмөт бар.


Раббыбыҙ Ғайса Мәсих килгән көндә ғәйебегеҙ булмаһын өсөн, Алла үҙегеҙҙе һуңғы көнгә тиклем нығытасаҡ.


ул кешене, Раббы көнөндә рухы ҡотҡарылһын, ә тәне һәләк ителһен өсөн, Иблискә тапшырырға кәрәк.


сөнки һеҙ Раббы көнөнөң, төндә ингән ҡараҡ кеүек, көтмәгәндә етәсәген яҡшы беләһегеҙ.


Әммә һеҙ ҡараңғылыҡта түгел, имандаш туғандар, был көн һеҙгә көтмәгәндә баҫып ингән ҡараҡ һымаҡ килмәйәсәк.


Әгәр бөтә нәмә шулай тарҡаласаҡ икән, һеҙ ниндәй кешеләр булырға тейешһегеҙ һуң? Алла көнөн көткәндә, һәм ул көндөң тиҙерәк килеүе өсөн хәлдән килгәндең барыһын да эшләгәндә, тормошоғоҙ изге булырға һәм Аллаға ихлас табынырға тейешһегеҙ. Ул көндә күк утта янып тарҡаласаҡ һәм күк есемдәре ҡыҙыулыҡтан эреп бөтәсәк.


Ә шул уҡ һүҙ менән хәҙерге күк һәм ер, уттан һәләк ителеү өсөн, хөкөм көнөнәсә һаҡланып тора. Шул көндә аллаһыҙҙар ҙа юҡ ителәсәк.


Үҙенә бирелгән хакимлыҡты һаҡламаған һәм торлаҡтарын ташлап киткән фәрештәләрҙе иһә Ул, бөйөк көндә хөкөм итеү өсөн, мәңгелек бығауҙарға быуып, дөм ҡараңғыла һаҡ аҫтында тота.


«Бына ҡараҡ кеүек көтмәгәндә киләм: яланғас йөрөмәҫ һәм хурлығы күренмәһен өсөн уяу торған һәм кейемдәрен тәртиптә тотҡан кеше бәхетле!»


Унан һуң мин ҙур аҡ тәхетте һәм унда Ултырыусыны күрҙем. Уның ҡарашынан ер менән күк ҡасты, уларға урын табылманы.


Шунан һуң мин яңы күкте һәм яңы ерҙе күрҙем, элекке күк һәм элекке ер юҡҡа сыҡҡайны, дингеҙ ҙә бүтәнсә юҡ ине.


Нимә ҡабул иткәнеңде һәм нимә ишеткәнеңде иҫеңә төшөр, уларҙы үтә һәм тәүбә ит. Әгәр уяу булмаһаң, Мин һине ҡараҡ кеүек көтмәгәндә килеп табырмын, ә һин ҡайһы сәғәттә килеремде белмәҫһең.


Күк йөҙө яҙыу төргәге кеүек йомарланып юҡҡа сыҡты. Бөтөн тауҙар һәм утрауҙар урындарынан ҡуҙғатылды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ