Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Петр 2:3 - Инжил

3 Ялған өйрәтеүселәр, ҡомһоҙланып, үҙҙәре уйлап сығарған өйрәтеүҙәре ярҙамында һеҙҙең иҫәпкә байлыҡ туплар. Улар өҫтөнән күптән инде хөкөм тора, уларҙың һәләкәте ҡотолғоһоҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

3 Ялған өйрәтеүселәр, ҡомһоҙланып, үҙҙәре уйлап сығарған өйрәтеүҙәре ярҙамында һеҙҙең иҫәпкә байлыҡ туплар. Улар өҫтөнән күптән инде хөкөм тора, уларҙың һәләкәте ҡотолғоһоҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Петр 2:3
43 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һеҙгә әйтәм: Ул оҙаҡҡа һуҙмаҫ, яҡлар. Әммә Әҙәм Улы килгәс, ерҙә иман табырмы икән?


Улар Ғайса артынан ныҡлап күҙәтергә үҙ кешеләрен ебәргән. Былары иһә, үҙҙәрен тәҡүә кеше итеп күрһәткән булып, Ғайсанан бәйләнерлек һүҙ әйттереп, хөкөм итеү өсөн идарасы ҡулына тотоп бирергә ниәтләгәндәр.


Ғайса һүҙен әйтеп тә бөтөрмәгән, халыҡ төркөмө килеп еткән. Иң алда ун ике шәкерттең береһе, Йәһүҙә исемлеһе килгән. Ул үбергә тип Ғайсаға яҡынлаған.


– Быларҙы бынан алығыҙ! Минең Атамдың Йортон баҙарға әйләндермәгеҙ! – тине.


Ундай кешеләр Раббыбыҙ Мәсихкә түгел, ә үҙҙәренең ҡарындарына хеҙмәт итә. Ышандырырлыҡ һүҙҙәр һөйләп, ялағайланып, ихлас күңеллеләрҙе алдай.


Беҙ, күптәрҙән айырмалы рәүештә, Алла һүҙе менән һатыу итмәйбеҙ, ә Алла тарафынан ебәрелгән булараҡ, Уның Үҙе алдында Мәсих аша ихлас күңелдән вәғәзләйбеҙ.


Белеүегеҙсә, алдығыҙҙа беҙ бер ҡасан да ярамһаҡланманыҡ, үҙ мәнфәғәтебеҙҙән сығып эш итмәнек. Алла Үҙе шаһит!


Кешеләр «барыһы ла тыныс һәм имен» тигән саҡта уларға ҡапыл һәләкәт килер, һәм был хәл ғоманлы ҡатындың бала тыуҙырыу мәлендәге ғазаптары кеүек үк ҡотолғоһоҙ.


ул эсеп йөрөмәҫкә, һуғыш суҡмары ла, аҡса ҡоло ла булмаҫҡа, ә иғтибарлы һәм тыныслыҡ һөйгән,


Ярҙамсылар шулай уҡ ике йөҙлөләнмәҫкә, эсеү менән мауыҡмаҫҡа, һаранланмаҫҡа, ә ихтирамға лайыҡ булырға,


Аллаға табыныу табыш алыу өсөн тип уйлап хәҡиҡәттән ситләшкән, шул арҡала аҡылдарына зыян килгән кешеләр араһында буш бәхәстәр тыуа.


Уларҙы ауыҙҙарын ябырға мәжбүр итергә кәрәк, сөнки улар, хурлыҡлы табыш артынан ҡыуып, ярамаған нәмәләргә өйрәтеп, тотош ғаиләләрҙең тормошон боҙа.


Етәксе, Алла эштәре менән идара итеүсе булараҡ, намыҫлы тормош алып барған кеше булһын. Ул тәкәббер ҙә, ҡыҙыу ҙа, эскесе лә, һуғыш суҡмары ла, һаран да булмаҫҡа тейеш.


Ул – кешеләр абынасаҡ таш, улар абынып йығыласаҡ ҡая». Был ташҡа абыналар, сөнки Уға буйһонмайҙар. Был улар өсөн алдан билдәләнгән.


үҙегеҙҙәге ышанып тапшырылған Алла көтөүен мәжбүриҙән түгел, ә үҙ теләгегеҙ менән, Алла ихтыяры буйынса, хурлыҡлы табыш артынан ҡыумайынса, ә күңел ҡушҡанса тырышлыҡ, хәстәрлек менән көтөгөҙ.


Беҙ һеҙгә Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең ҡөҙрәте һәм Уның килеүе тураһындағы оҫта ғына уйлап сығарылған хикәйәттәргә эйәреп түгел, ә Уның бөйөклөгөн үҙ күҙҙәре менән күргән кеше булараҡ һөйләнек.


Израиль халҡы араһында ялған пәйғәмбәрҙәр ҙә булған һымаҡ, һеҙҙең арағыҙҙа ла ялған өйрәтеүселәр булыр. Улар зарарлы тәғлимәттәрҙе таратыр, хатта үҙҙәрен иреккә йолоп алған Хакимды инҡар итеп, үҙ баштарына тиҙ үк һәләкәт килтерер.


Шулай итеп, Раббы Үҙен хөрмәт иткәндәрҙе һынауҙарҙан нисек ҡотҡарырға, ә Үҙен тыңламағандарҙы, яза аҫтында тотоп, хөкөм көнөнәсә нисек һаҡларға икәнен белә.


Ҡайғы уларға, сөнки улар Ҡабил юлынан китте. Валаам кеүек үк, улар ҙа аҡса хаҡына яңылыш юлдан китте, Корей кеүек үк фетнә сығарып һәләк булырҙар.


Ул бөтөнөһөн хөкөм итер, үҙҙәренең ҡылған динһеҙ эштәре менән Уға ҡаршы торған бөтә динһеҙҙәрҙе һәм динһеҙ гонаһлыларҙы Уға ҡаршы әйткән әҙәпһеҙ һүҙҙәрендә фашлар».


Улар, яҙмыштарына зарланып, туҡтауһыҙ һуҡрана. Нәфселәрен ҡайғыртып, үҙҙәре тураһында яңғырауыҡлы һүҙҙәр һөйләй һәм үҙ файҙалары хаҡына бүтәндәргә ярамһаҡлана.


Арағыҙға һиҙҙермәй генә ҡайһы бер аллаһыҙ кешеләр килеп инде. Улар, үҙҙәренең аҙғынлыҡтарын аҡлау өсөн, Аллабыҙҙың мәрхәмәтен боҙоп күрһәтә һәм шуның менән берҙән-бер Хакимыбыҙ һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте инҡар итә. Уларҙың хөкөм ителәсәге Изге Яҙмала күптән инде әйтелгән.


Ошо фәрештәләр кеүек үк фәхешлеккә, енси аҙғынлыҡҡа бирелгән Содом, Гоморра һәм улар тирәһендәге бүтән ҡалалар халҡы ла, ғибрәтле миҫал булараҡ, мәңгелек ут язаһын алған.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ